Бөтә яңылыҡтар

“Ауыҙлыҡлап йыһан атын, йыһанавт булыр инем!”

"Яҙғы моңдар" шиғриәт конкурсында - Әбйәлил районының Тупаҡ ауылынан Марсель Хамматов.

“Ауыҙлыҡлап йыһан атын, йыһанавт булыр инем!”
“Ауыҙлыҡлап йыһан атын, йыһанавт булыр инем!”

Ҡәҙерле дуҫтар, билдәле булыуынса, төркөмөбөҙҙә 16 йәштән өлкән һәүәҫкәрҙәр араһында яҙ һәм мөхәббәт темаһына “Яҙғы моңдар” шиғриәт конкурсы бара. Унда сираттағы ҡатнашыусыбыҙ – Әбйәлил районы Тупаҡ ауылынан Марсель Хамматов.

Йыһанавт булыр инем

Күккә ҡарап уйға баттым,

Булғы килә йыһанда...

Бәлки, һораусылар булыр,

Нишләйһең, тип, һин унда?

 

Күктең төбөнә сумып,

Табырға донъя сиген.

Марсҡа ла төшөр инем,

Сәсергә шунда иген.

 

Космонавт та булмаҫ инем,

Астронавт та түгел мин.

Ауыҙлыҡлап йыһан атын,

Йыһанавт булыр инем!

 

Ныҡ теләһәң, хыялдар ҙа

Тормошҡа аша, тиҙәр.

Хыянат итмәм хыялға,

Мин бит хыялый, иҫәр.

 

Яҙ риза булғас, ярай!

 

Күңел ишеген шар асып,

Килеп инде яҡты яҙ!

– Ал ҡулыңа ҡәләм, ҡағыҙ.

Миңә, – тине, – шиғыр яҙ!

Алдымда ята ҡағыҙ,

Ҡулға алдым ҡәләмен,

Шиғыр яҙып күтәрәйем

Шағирҙарҙың әләмен.

Өҫтән һүҙемде ҡеүәтләп,

Яҙғы ҡояшы ҡарай.

– Һааай, маладис егет! – тиеп

Елдәр сәсемде тарай.

...Минең ошо шиғырыма

Яҙ риза булғас, ярааай!

 

Әсәй, һине күрер өсөн...

 

Ниңә, әсәй, күҙҙәреңде

Тәҙрәгә һин текләнең?

Эсеңдәге серҙәреңде

Йөрәгеңә бикләнең?

Мине уйлап йөҙҙәреңде

Тәрән һырҙар ҡаплаған.

Сығып киткән юлдарымды

Әле ҡарҙар япмаған...

Оҙаҡламай ҡайтырмын мин,

Юҡҡа ғына борсолма.

Әсәй, һине күрер өсөн

Мин әҙермен осорға!

Ауа-түнә алға барам,

Хәлгенәм дә бөткәндер.

Донъя булғас шулай була –

Ҡырҡ урындан бөккәндер...

Бирешкән дә юҡ бит әле,

Артҡа ҡарар ваҡыт юҡ!

Мораҙыма ирешмәйсә,

Теҙләнергә хаҡым юҡ!

Ауа-түнә алға барам,

Шыуышып та аламдыр.

Маҡсатым булып торғаны –

Күҙ ҡараһы – баламдыр...

Фото М. Хамматовтың шәхси архивынан.

Автор:Танзиля Давлетбердина
Читайте нас: