Хәҙер матурлыҡ конкурстары менән донъя тулған. Улар һәр бер ҡалала, төбәктә, илдә үткәрелә, бөтә донъяныҡы хатта, “Ғәләм һылыуҡайы” бәйгеһе лә бар. Беҙҙең Башҡортостан да был йәһәттән төшөп ҡалған төбәк түгел. Бына тигән “Һылыуҡай” бәйгебеҙ бар. Ул башҡа төбәктәрҙең матурлыҡ бәйгеләренән тыйнаҡлығы, иплелеге менән айырыла. Ҡыҙҙарыбыҙ ябыҡ күлдәктәрҙә сығыш яһай, телде, мәҙәниәтебеҙҙе белеүҙә көс һынаша. Шул уҡ ваҡытта бөтәһе лә һомғол, матур буй-һынлылар.
Әммә ошо көндәрҙә социаль селтәрҙәрҙә таралған был видеояҙмалағы кеүек матурлыҡ бәйгеһен күргәнебеҙ юҡ ине әле. Иң йәнде көйҙөргәне, ул “Башҡортостан гүзәле” тип атала. Беҙҙең ысын башҡорт гүзәлдәренең сәхнәгә сығып, күрәләтә стриптиз бейеп тороуон ҡарауы күңелһеҙ. Тағы шуныһы аптыратты: артта башҡорт халыҡ кейемдәрен кейгән, ипле ҡыҙҙар һәм егеттәр ҙә күренә. Ғөмүмән, был бәйгегә һорауҙар күп. Һеҙ нисек уйлайһығыҙ, Башҡортостанға ошондай матурлыҡ бәйгеләре кәрәкме?
Фото: oktnews.ru