Бөтә яңылыҡтар

“Йөрәгемде һыҙып, иҫкә төшә йәшлегемдең айлы кистәре”

"Яҙғы моңдар" шиғриәт конкурсында артабан һүҙ - Баймаҡ районынан Гөлзифа Исрафиловаға. 

“Йөрәгемде һыҙып, иҫкә төшә йәшлегемдең айлы кистәре”
“Йөрәгемде һыҙып, иҫкә төшә йәшлегемдең айлы кистәре”

Ҡәҙерле дуҫтар, билдәле булыуынса, төркөмөбөҙҙә 16 йәштән өлкән һәүәҫкәрҙәр араһында яҙ һәм мөхәббәт темаһына “Яҙғы моңдар” шиғриәт конкурсы бара. Унда сираттағы ҡатнашыусыбыҙ – Баймаҡ районынан Гөлзифа Исрафилова.

Урамда – май!

Урамда – яҙ, урамда – май!

Мөғжизәле матур ай!

Алмағас сәскәләрендә

Бал ҡорттары туй яһай.

 

Муйыл сәскәһе еҫенән

Тәгәрәрһең, иҫереп.

Ғашиҡ ҡыҙҙай торам инде

Татлы хистәр кисереп.

 

Кейәүен көткән кәләштәй

Сейәләрем кейенгән.

Ошо ап-аҡ гүзәллеккә

Ҡарайым да һөйөнәм.

 

Урамымда шау сәскәле

Балаҫ ята йәйелеп.

Мәшаллаһ! Донъялар хозур!

Йәшәйек ҡәҙерен белеп.

 

Һағышлы моң

 

Йәш сағымда һайлап алдың

Меңдәрҙең араһынан.

Мин дә һине күрҙем инде

Күҙемдең ҡараһылай.

 

Мин – бер матур, һин – бер батыр,

И-и-и, булған бит йәш саҡтар!

Һин – һары тал, мин – һандуғас

Булып өҙҙөргән саҡтар.

 

И-и-и, булған бит мөхәббәттән

Эсмәй иҫергән саҡтар!

Күгәрсендәй гөрөлдәшеп,

Суп-суп үбешкән саҡтар.

 

И-и-и, булған бит икәүләшеп

Оялар үргән саҡтар,

Мөхәббәттең емештәрен

Бәпләп үҫтергән саҡтар.

 

И-и-и, йәшлектәр үткән икән

Ҡабатланмаҫ йыр булып.

Күңелдәрҙә һағыш ҡалды

Үҙәк өҙгөс моң булып...

 

Үтмәй ул тәүге һөйөү

 

Йәшлектәге һөйөү үтә, тиҙәр,

Ышанмайым, эҙһеҙ үтмәй ул.

Йөрәк төпкөлөндә, осҡон булып,

Һаҡлана ла, быҫҡып, көйрәй ул.

 

Көтмәгәндә төштәреңә керә,

Һағыш өйөрмәһен ҡуҙғатып,

Онотолған тигән тойғоларҙы

Өр-яңынан ҡабат уятып.

 

Йөрәгемде һыҙып, иҫкә төшә

Йәшлегемдең айлы кистәре.

Күңелемдә йәшәй саф көйөнсә

Тәүге һөйөүемдең хистәре.

Фото Г. Исрафилованың шәхси архивынан.

Автор:Танзиля Давлетбердина
Читайте нас в