Бөтә яңылыҡтар

“ЯҘҒЫ МОҢДАР” шиғриәт конкурсына

“Әле ҡыҫҡа ғүмер йәшәһәм дә, күп һуҡмаҡтар аша үттем мин”

“ЯҘҒЫ МОҢДАР” шиғриәт конкурсына
“ЯҘҒЫ МОҢДАР” шиғриәт конкурсына

Гөлсара ҒӘЛИХАНОВА-ФӘТҠУЛЛИНА

Учалы ҡалаһы

 

 

Әле ҡыҫҡа ғүмер йәшәһәм дә,

Күп һуҡмаҡтар аша үттем мин.

Таймаҫ ерҙә тайып йығылдым да,

Тиң түгелгә ваҡыт түктем мин.

 

Яңылыш юлдар буйлап барғанмын шул,

Шуғалыр ҙа, сәсем салланды.

Дөм ҡараңғы көндә һуҙҙың һин ҡул –

Әсе көнкәйҙәрем балланды.

 

Төрлө йәштә хистәр төрлө була.

Күңелем азат серек уйҙарҙан.

Һине һөйөүемде, әле булһа,

Бер ҙур бүләк тием Хоҙайҙан!

 

Яҙ көткәндә

 

Өйҙән сығам. Уйҙар ниңә өрккән?

Яҙ эҙләргә улар саҡыра.

Урман мине күптән инде көткән.

Аҡ ҡайынға киләм һаҡ ҡына.

 

Яңғыҙ ҡайынҡайым бик хәсрәтле,

Ураҡ төҫлө йәштән бөгөлгән.

Әйҙә һине бөгөн йыуатайым,

Ҡалғандар бит һинән төңөлгән!

 

Өнһөҙ ҡалды ҡайын. Иғтибар ҙа

Итмәгәндәй минең һүҙемә...

Һәр тере йән мохтаж булып тыуа

Хаҡлы, йылы ҡурсау һүҙенә.

 

Һағыныу

 

Һыуыҡ ҡыштан ялҡты минең күңел,

Йәй миҙгелен көтә һағынып.

Ҡасан ғына инде ҡарҙар иреп,

Ҡоштар ҡайтыр икән ҡағынып.

Йәйге кистәр, йылы елле кистәр…

Усаҡ яғып йылға буйында,

Уйҙарыма сумғы килә минең

Тәбиғәттең хозур ҡулында.

Әгәр мине яҙмыш хөкөм һөрөп

Йыраҡтарға илтеп ташлаһа,

Нисек итеп көн итермен икән,

Тыуған яғым, һине ташлаһам?!

Автор:Танзиля Давлетбердина
Читайте нас: