Бөтә яңылыҡтар

Ихласлыҡтыр уның асылы

Башҡорт бейеүе алиһәһе күркәм юбилейын ҡаршылай.

Рәшиҙә Туйсина. Был исемде бер ниндәй дәрәжәләрен атамай әйткәндә лә, уның ни тиклем билдәле, мәшһүр, һоҡланғыс шәхес булыуын һәр кем белә. Эйе, бөгөнгө йома ҡунағы – Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы, Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбленең легендар солисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры булған бейеүсе. Күркәм юбилейы алдынан уның  менән ихлас әңгәмә ҡорҙоҡ.

– Рәшиҙә апай, гәзит уҡыу­сы­ларҙы һеҙҙең менән таныштырып тороу кәрәкмәй, әлбиттә. Шулай ҙа бала сағығыҙға бәйле хәтирәләр менән уртаҡлашһағыҙ ине.

– Мин – һуғыш осоро бала­һы­мын: 1942 йылда Баймаҡ райо­ны­ның Сыңғыҙ ауылында тыуған­мын. Дөрөҫөн әйткәндә, әсәйем мине юлда тапҡан, шуға күрәме икән, юлдыҡлымын, йәш сағым­дан оҙайлы сәфәрҙәрҙе яраттым. Ә инде бала саҡ хәтирәләренә килгәндә, улар бөтә һуғыш осоро балаларыныҡына ауаздаш. Ул замандың ыҙа-михнәттәрен, беҙгә ҡарағанда, өс балаһын яңғыҙ аяҡ­ҡа баҫтырған әсәкәйем нығы­раҡ күргән-кисергәндер. Беҙҙе астан үлтермәҫ өсөн Баймаҡ ҡа­лаһына күсенгән. Ул мине алдына ултырта ла, аслыҡ мәлдәрендә имен сығарғаныма ҡыуанып бөтә алмайым, тип һөйә торғайны. Беҙ ҡала ситендәге баракта йәшәнек, әсәйем һәр ваҡыт һыйыр тотто. Беҙҙе аяҡҡа баҫтырыу өсөн көсөн дә, ваҡытын да йәлләмәне.

Иҫ белгәндән шунда йәшәп, урта белем алып, пионервожатый булып эш башлағанға күрәме, ҡәҙерле әсәйем менән бәйле йылы хәтирәләрҙе һаҡлағанғамы, Баймаҡ ҡалаһы күңелемә нығыраҡ яҡын кеүек.

 

– Бейеү сәнғәтенә аяҡ баҫҡан осорҙо ла иҫкә төшөрәйек әле...

– 1960 йылда Баймаҡта пионервожатый булып эшләп йө­рөгән сағымда Башҡорт дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбленә бе­йеүселәр йыйыу тураһында ишеттем. Конкурста үҙем яратҡан “За­һиҙә”не башҡарҙым. Ансамбль етәксеһе Фәйзи ағай Ғәскәров үҙҙәренә саҡырҙы. Шул осорҙа тормош юлымда осраған кеше­ләргә – Йәнғәле ағай Вәхитовҡа, Ғата ағай Сөләймәновҡа (әйткән­дәй, ул – минең ҡайнағам), Фәйзи ағай Ғәскәровҡа рәхмәтем ҙур. Фәйзи Әҙһәм улының әйткән һүҙҙәрен ғүмерлек һабаҡ итеп алдым: “Рәшиҙә, һәр ваҡыт үҙ баһаңды ла, шул уҡ мәлдә сама ла бел”, – тигәйне ул.

Ә бейеү сәнғәтенә килгәндә, мәктәп йылдарынан бейергә лә, йырларға ла яраттым. Төрлө сараларға шул тиклем етди әҙерләнәбеҙ, үҙебеҙ бейеүҙәр ҡуябыҙ. Баймаҡ ҡалаһының 1-се урта мәктәбе директоры Ирек Әбделхәй улы ла, уҡытыусы­ларыбыҙ ҙа күңелебеҙҙе үҫтерә белде. Минең киләсәгемде уҡытыусылыҡта күреп, пионервожатый итеп эшкә алдылар. Күңелемдә педагог һөнәренә һәр ваҡыт ихтирам-хөрмәт йөрөтәм.

 

– Һеҙ элекке СССР-ҙың бөтә төбәктәрендә, Франция, Һиндос­тан, Испания, Германия, Швеция, Пакистан, Финляндия һәм башҡа илдәрҙә гастролдә булғанһығыҙ. Ҡайһылары иң иҫтә ҡалғаны?

– 1968 йылда тормош юлдашым Әнүәр Ишбирҙин һәм Салауат Дәүләтбаев менән Болгарияла IX Бөтә донъя йәштәр һәм студенттар фестивалендә ҡат­наштыҡ. Фестивалдән алтын ми­ҙал алып ҡайтҡайным ул саҡта. Данлыҡлы ҡурайсы Ишмулла Дилмөхәмәтов менән ике ай дауамында Францияла гас­тролдә булдыҡ. Алтышар-етешәр мең тамашасыны һыйҙырған стадион­дарҙа концерт ҡуйырға тура килде. Беҙҙең сығыштарҙы Төркиә­нән килеп уҡыған студенттар йыш ҡарарға килә торғайны. Ҡайтыр саҡта улар, ихлас рәхмәтен белдереп: “Һеҙгә иҫтәлеккә нимә алып бирәйек?” – тип һораны. Бер нәмә лә алырға теләмәһәм дә, ныҡышып һорағастар, “Бәлә­кәй генә булһа ла Ҡөрьән китабы алып бирегеҙ” тинем. Шул тиклем матур итеп эшләнгән китап бүләк иттеләр, ул ваҡытта беҙҙә “Ҡөрь­ән Кәрим” һатылмай ҙа ине. Шул китапты иҫ киткес ҡәҙерле бүләк күреп, әйберҙәрем араһында йәшереп тигәндәй алып ҡайттым.

– Әйткәндәй, һеҙ байтаҡ йылдар изге динебеҙ юлындаһығыҙ. Быға нисек килдегеҙ?

– Аллаһ Тәғәләгә ышаныу бала саҡтан күңелемә һалынған. Әсәйем үҙенә ныҡ ауыр ваҡытта Мөжәүир хәҙрәткә барған, олатайҙан фатиха алған. Мин ғүмер буйы әсәйемдең дә, Мөжәүир хәҙрәттең дә ҡурсыуын, шул биргән фатиханың көсөн тойоп йәшәйем кеүек.

Ижадым гөрләп сәскә атҡан мәлдә ансамблдән китергә, йәғни хаҡлы ялға сығырға тура килде. Был минең өсөн бер ни тиклем көтөлмәгәнерәк хәл булды, сөнки артабан эшләү, бейеү өсөн телә­гем дә, мөмкинлегем дә, һәләтем дә етерлек ине. Шул саҡта ла Аллаһ Тәғәлә тарафынан бирел­гән эске ихтыяр көсөм, сабыр­лығым менән еңеп сыҡтым. Шөкөр, эстрадаға күсеп, туйғансы бейергә насип булды. Артабан инде сәхнәне тулыһынса тигәндәй ҡалдырғас, үҙемде, күңелемде бөтөн килеш һаҡлар өсөн ниндәйҙер шөғөлөм булырға тейешлеген аңланым. Шул ваҡытта Рәсәй мосолмандары Үҙәк Диниә назаратының Өфөләге идаралығына йыш ҡына йөрөй, Нурмөхәмәт хәҙрәттең аҡыллы, фәһемле вәғәздәрен тыңлай торғайным. Унан инде әкренләп намаҙға баҫтым. Дин ҡабул итеүем рухымды нығытты, һынауҙар алдында үҙемде лайыҡлы тоторға көс бирҙе.

Мине халыҡтан айырырға тырышҡан осор ҙа булды. Әммә булмышымдың иң матур һәм көслө сифаттарының береһе булған сабырлығым менән бөтә ҡаршылыҡтарҙы ғорур рәүештә үтә алдым, халҡым һөйөүен дә кире ҡайтарҙым.

Әле бына беҙ һинең менән изге Рамаҙан айында әңгәмә ҡороп ултырабыҙ. Шөкөр, биш ваҡыт намаҙымды ҡалдырмайым, йыл һайын ураҙа тотам. Йәштәребеҙҙең дингә тартылыуына, шул тиклем күп кешеләрҙең ураҙа тотоуына шатланам. Иҫ киткес матур күренеш бит был!

 

– Һеҙҙе шәп баҡсасы ла тиҙәр...

– Мин Буға йондоҙлоғонда Йылҡы йылында тыуғанмын. Ерҙә ныҡ баҫып торам, ерҙе яратам, ул миңә көс бирә. Тормошомдағы бая әйтеп үткән ауыр мәлдәремдә ер биләмәһе алдым, шунда үҙ көсөм менән баҡса үҫтерҙем, йорт төҙөнөм. Ундағы күршеләрем – төрлө милләт кешеләре. Миңә ҡарап, “башҡорттар шулай икән” тип уйлайҙарҙыр, тим дә, баҡсамды гөл кеүек итеп тоторға тырышам. Йәй буйы ер менән булышып, ҡулдарым ҡарайып китһә лә, бошонмайым. Күршем – рәссам Барсуков мәрхүм: “Эй, Рәшиҙә, һине тамашасылар ошо хәлдә күрһә, нимә тип әйтер ине икән?” – тип көлә торғайны. Ә миңә оҡшай! Баҡсамда рәхәтләнеп эшләйем, күңелем кинәнес таба.

 

– Күптәр һеҙҙәге нәзәкәтлекте айырыуса билдәләй. Был ҡайҙан килә, тип уйлайһығыҙ?

– Тәбиғәттән бирелгәндер, тип уйлайым. Әсәйемдең тәрбиә йоғонтоһо ла бар, әлбиттә. Хәҙер уйлап ҡараһам, ул минең бейеүсе булырымды белгән кеүек. Ҡул эше менән ултырһам, “оҙаҡ ултырма, арҡаң көмрәйеп ҡуй­маһын”, һыуға барһам, “биҙрә­ләреңде артыҡ тултырып алма, арҡаңа көс төшөр”, тип кәңәш бирер ине.

Ғүмер буйы матур, зауыҡлы кейенергә яраттым. Бейеүҙәремә костюмды ла үҙем хәстәрләп, тегеп, биҙәп ала инем. Бер мәл ансамблдә эшләгән сағымда Фәйзи Әҙһәм улы: “Рәшиҙә, кос­тюм цехында бер елән ҡалдырып киткәндәр, шуны ҡара әле”, – ти. Ҡап-ҡара бәрхәттән тегелгән матур елән, тик миңә ҙур. Мәғфирә апай Ғәлиева “кәрәкмәй” тип ҡалдырған икән. Шуны үҙем теләгәнсә тарайтып, сулпылар тағып биҙәгәйнем, бына тигән костюм килеп сыҡты.

Әле лә кейемгә иғтибарлымын. Тыуған яғымда үткән бер сара барышында тамашасылар ныҡ итеп бейеүемде һораны. Сәхнә костюмы кеймәһәм дә, милли стилгә тартым күлдәктә инем, бейенем. Күптән бейемәүемде, сәхнәнән китеүемде әйттем шулай ҙа. Шунда бер абруйлы ғына яҡташ ағай миңә ныҡ итеп: “Рәшиҙә, һин бейергә тейешһең!” – тине. Халҡым, тамашасым һорай икән – бейейем, тимәк, минең сығышым уларға кәрәк.

 

– Тағы ниндәй хәстәрҙәр, уй-ниәттәр менән йәшәй Рәшиҙә Туйсина?

– Улым Хәлил Ишбирҙиндең ижады хаҡында әсәләрсә хәстәр­лек күрәм, янам, көйәм. Ул – шул тиклем талантлы кеше, оҫта хореограф, бар булмышы менән бейеүсе. Заманында Хәлил етәкселек иткән Стәрлетамаҡ бейеү театры ише коллектив тотош Рәсәйҙә икәү генә булды. Әле ул Баймаҡ ҡалаһында йәшәп, Сибайҙа ижад итә. Бына тигән коллектив булдырҙы.

Ейәнем Фәрхәт тә – талантлы бала, бихисап музыка ҡорал­дарында уйнай, бына тигән музыкант, саксофонсы. Бүләсәрем Самира үҫеп килә, уны ла хәстәрләп, иғтибарымдан айырмайым. Әйткәндәй, Самира әлегә үҫмер бала булһа ла, берәй сараға барғанда миңә кейем һайлаша, нимә кейһәм килешерен уның менән кәңәшләшәм. Бына шундай ярҙамсым бар.

Тормош юлымды уйлап, шөкөр, тим, Аллаһ Тәғәләгә рәхмәт әйтеп кенә йәшәйем. Бына инде ғүмеремдең 80 тигән үренә лә яҡынлаштым. Оҙон ғүмер ҙә – Хоҙай бүләге ул. Киләсәктә лә Хоҙай һаулыҡ-сәләмәтлектән, зиһен яҡтылығынан айырмаһын, тип теләйем. Һәммәбеҙгә лә тормошто яратып, күңел тыныслығы менән йәшәргә яҙһын.

 

– Ихлас әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт, Рәшиҙә Ғилметдин ҡыҙы! Һеҙҙе “Башҡортостан” гәзитенең барлыҡ уҡыусылары исеменән олпат юбилейығыҙ менән ҡайнар ҡотлайбыҙ. Һәр ваҡыт ошолай ябай, ихлас, нәзәкәтле булығыҙ, һаулыҡта, именлектә оҙон, бәхетле ғүмер кисерергә яҙһын!

 

Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА әңгәмәләште.

Читайте нас: