Бөтә яңылыҡтар

“Һин – минең яман бер ғәҙәтемһең, ваҡыттарҙы туҡтатҡандай сәғәтемһең”

“Яҙғы моңдар” шиғриәт конкурсында сираттағы ҡунағыбыҙ - Башҡортостан дәүләт медицина университеты студенты Нәркәс Ҡәйепҡолова.

“Һин – минең яман бер ғәҙәтемһең, ваҡыттарҙы туҡтатҡандай сәғәтемһең”
“Һин – минең яман бер ғәҙәтемһең, ваҡыттарҙы туҡтатҡандай сәғәтемһең”

Ҡәҙерле дуҫтар, билдәле булыуынса, төркөмөбөҙҙә 16 йәштән өлкән һәүәҫкәрҙәр араһында яҙ һәм мөхәббәт темаһына “Яҙғы моңдар” шиғриәт конкурсы бара. Унда сираттағы ҡатнашыусыбыҙ - Башҡортостан дәүләт медицина университеты студенты Нәркәс Ҡәйепҡолова.

* * *

Һин - минең яман бер ғәҙәтемһең,

Ваҡыттарҙы туҡтатҡандай сәғәтемһең.

Яҙмыш мөһөрөмө икән, йөҙәтмәйһең,

Был ғәҙәтемде лә үҙең төҙәтмәйһең.

 

Күплегеңдән уйҙа хатта болот ҡупты,

Йөрәгемә, ялҡыттың, тип, йәшен һуҡты...

Тик һүндерер микән аҡыл ялҡын, утты,

Тотошлай бит үҙемде был ғәҙәт йотто.

 

Ҡотолоу юлы – йөрәгемә ярар асҡыс,

Дауаһың бит, эске ҡойон, дауыл баҫҡыс.

Нурың – ямау, йәшен атҡан эҙҙе япҡыс,

Уйҙарым да булмаҫ ҡабат миңә йыртҡыс.

Бул ғәҙәтем,

Йыһан бушлығын тарайтҡыс.

 

* * *

 

Булғым килә һинең уйҙарыңда

Ваҡытлыса түгел,

Ә һанауһыҙ

Сәғәттәргә, айҙар һәм йылдарға.

Ҡыуанғанда йәки борсолғанда,

Һағыштарың ҡояшың япҡанда...

Һин юғалтма мине яҙҙарыңдан,

Этәрмәсе һөйөү ярҙарыңдан.

 

Булғым килә йөрәк түрҙәреңдә

Һыҙлауҙарың уртаҡ итер өсөн...

Һәм ваҡыттар һынағанда көсөн:

Беҙҙе бәйләгән еп өҙөлөп бер саҡ,

Буталғанда һинең, минең төшөм –

Һин онотма

Күҙҙәремдең төҫөн.

 

Яуғанда ла Ергә таш – йондоҙҙар,

Юғалтҡанда һәр береһе үҙен...

Беҙ бар.

Һин, мин түгел,

Беҙ бар.

Тимәк,

Еңәсәкбеҙ бергә яҙмыш көҙөн.

 

* * *

 

Йөрәк – һантый,

Йөрәк – бер хыялый,

Һаман көтә,

Һаман ашыға

Һинең янға,

Һинең өсөн генә

Хатта һауа менән тонсоға.

 

Йөрәк – гәлсәр,

Ҡайһы саҡта ҡорос,

Тик иң көсһөҙ һинең яныңда.

Ниңә ҡабат уға ирек бирәм

Көлгә ҡалған тиклем янырға!

 

Йөрәк – һуҡыр,

Йөрәк – телһеҙ кеүек,

Тик бер исем тора ҡабатта –

Фатихам йә

Бәддоға булырмы

Һинең исем минең тарафҡа...

 

Йөрәк кескәй,

Эскерһеҙ бер бала,

Һаҡла, зинһар, һыуыҡ елдәрҙән.

Ә ул ҡанат, илһам булыр һәр саҡ

Һиңә генә,

Миллион-меңдәрҙән.

Фото Н. Ҡәйепованың шәхси альбомынан.

Автор:Танзиля Давлетбердина
Читайте нас: