Бөтә яңылыҡтар

Майикмәк бөгөн кис "от души" бейемәксе

Был концертты уҙғарып, йырсылар Илсур Ильясовҡа ярҙам итергә теләй.

Майикмәк бөгөн кис "от души" бейемәксе
Майикмәк бөгөн кис "от души" бейемәксе

Иртәгә Илсур Ильясовтың ҡатыны Гөлназдың тыуған көнө. Беҙ уны ихлас ҡотлайбыҙ! Ә бына ир-егет үҙе уны бөгөн концертҡа алып бармаҡсы. Үҙе лә, әйткәненсә, "от души" бейемәксе.

Мс Баш Баймаҡ районында сәфәрҙә. Бөгөн Темәстә Башҡортостандың популяр реперы Заһит Ҡунафин һәм уның ижадташ дуҫтары - диджей Наил Тимербаев һәм эстрада йондоҙо Айгөл Әминева ҡатнашлығында концерт уҙа. Билдәле булыуынса, был тамаша Майикмәккә ярҙам буласаҡ. Һәр хәлдә ауыл сәхифәһендәге иғланда ошолай тиелгән: "Сағыу тамашанан ситтә ҡалмағыҙ! Майикмәккә ярҙам буласаҡ!" Илсур үҙе лә халыҡты ошо тамашаға саҡырып сығыш яһаған. 

Фото: vk.com/id12685243?w=wall12685243_13094%2Fall

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас: