Бөтә яңылыҡтар

"Теге өсәү"ҙең тағы береһен "эләктергәндәр"!

Ихлас ҡотлайбыҙ!

"Теге өсәү"ҙең тағы береһен "эләктергәндәр"!
"Теге өсәү"ҙең тағы береһен "эләктергәндәр"!

Майҙың матур көнөндә матур яңылыҡ еткерәбеҙ. “Юлдаш” радиоһы дикторы, “Теге өсәү” тапшырыуы алып барыусыһы, йәш шағир Айбулат Сәсәнбаев та парлы булған. Бөгөн уның никах туйы.

Талантлы, тырыш егетте һәм уның кәләшен ошондай матур ваҡиға менән ҡотлауға беҙ ҙә ихлас күңелдән ҡушылабыҙ. Уларға оҙон ғүмер, ныҡлы һаулыҡ, бәхетле тормош, бөтмәҫ мөхәббәт теләп ҡалабыҙ.

Фото "Юлдаш" радиоһының "Бәйләнештә"ге төркөмөнән.

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: