Бөтә яңылыҡтар

"Тупылдатып бер яратыр инем, һыймай ғына Ерем ҡосаҡҡа!"

“Яҙғы моңдар”ҙа ҡатнашҡан сираттағы конкурсантыбыҙҙы - Бөрйән районынан Флүрә Маликованы ҡаршы алығыҙ!

"Тупылдатып бер яратыр инем, һыймай ғына Ерем ҡосаҡҡа!"
"Тупылдатып бер яратыр инем, һыймай ғына Ерем ҡосаҡҡа!"

Ҡәҙерле дуҫтар, билдәле булыуынса, төркөмөбөҙҙә 16 йәштән өлкән һәүәҫкәрҙәр араһында яҙ һәм мөхәббәт темаһына “Яҙғы моңдар” шиғриәт конкурсы бара. Унда сираттағы ҡатнашыусыбыҙ - Бөрйән районынан Флүрә Маликова.

 

Яҙ яҙлығын итер

 

Йылы бейәләйен сисеп һалып,

Бирсәткәләр кейҙе ҡыйыҡтар.

Ерҙең генә өҫтәрендә һаман

Ап-аҡ тундар, ап-аҡ ойоҡтар.

 

Күкрәп килер әле быйыл да яҙ,

Үҙ ваҡыты һәр бер миҙгелдең;

Ҡоймаларҙы күмгән ҡарҙар ирер,

Боҙҙары ла китер Иҙелдең.

 

Их, тип әйтергә лә өлгөрмәҫбеҙ,

Йәйҙәр алыштырыр яҙҙарҙы,

Әле боҙ ҡаплаған йылға-күлдә

Йөҙҙөрөрбөҙ өйрәк-ҡаҙҙарҙы.

 

Туғайҙарҙа керт-керт үлән ашап,

Иркенлектә йөрөр ат-һыйыр;

Бөрйән ҡото булған бал ҡорттары

Умарталар тулы бал йыйыр.

 

Гөрләп торор тағы бесәнлектәр,

Баҡырсалар ҡайнар усаҡта...

Тупылдатып бер яратыр инем,

Һыймай ғына Ерем ҡосаҡҡа!

 

Тәбиғәттең бары үҙ ҡануны

 

Ҡыш китмәҫ ул, тигәйнеләр күптәр,

Быйылғы яҙ бер аҙ һуңлағас.

Берәй тапҡыр килмәй ҡалдымы яҙ,

Килмәй ҡалдымы ни һандуғас?!

Тәбиғәттең бары үҙ ҡануны –

Ниңә уға беҙҙең мыжыуҙар?

Ни арала тауҙай ҡар ирене,

Ағып китеп бөттө ҡар-һыуҙар!

Талдар көсөкләгән. Урмандарҙа

Аҡ сәскәләр башын ҡалҡытҡан.

Һағындырған икән ер еҫтәре,

Аҡ булһа ла, ҡарҙар ялҡытҡан.

Оҙаҡламай тағы ер йәшәрер,

Күкрәп сәскә атыр муйылдар.

(Ҡайындарға балта сабыусыға

Күтәрерҙәй булам һуйылдар!)

Күңел күпте теләй. Күп тә үтмәҫ,

Һағынырбыҙ йәйҙең келәмен.

Ә әлегә бейек тау башына

Яҙҙар элеп ҡуйҙы әләмен.

 

* * *

 

Ябай ғына булды был осрашыу,

Ябай ғына булды күрешеү.

Гел күрешеп торған кешеләрҙәй,

Сәләмләшеп, ҡулдар бирештек.

 

Әйтерһең дә, беҙҙең араларға

Тиҫтә-тиҫтә йылдар ятмаған.

Һинһеҙ меңәр тапҡыр кистәр булып,

Меңәр-меңәр таңдар атмаған.

 

Донъя көттөк төрлө тарафтарҙа,

Тормош арбаһына егелеп.

Хис-тойғоно төпкә йәшерҙек беҙ,

Намыҫ, әҙәп торҙо иң элек.

 

Барыһы ла ҡалды үткәндәрҙә,

Хәҙер инде оло йәштә беҙ:

Ил ағаһы булыр йәштәбеҙ ҙә,

Ил инәһе булыр йәштәбеҙ.

 

Һин олатай хәҙер, мин – өләсәй,

Ризабыҙ ҙа кеүек яҙмыштан.

Йөрәк кенә әрнеп-әрнеп ҡуя

Йәшлектәрҙән килгән һағыштан.

Фото Ф. Маликованың шәхси альбомынан.

Автор:Танзиля Давлетбердина
Читайте нас: