Ҡәҙерле дуҫтар, билдәле булыуынса, төркөмөбөҙҙә 16 йәштән өлкән һәүәҫкәрҙәр араһында яҙ һәм мөхәббәт темаһына “Яҙғы моңдар” шиғриәт конкурсы бара. Унда сираттағы ҡатнашыусыбыҙ - Учалы ҡалаһынан Гүзәл Әхмәтйәнова.
Һағынам
Мин йылғаға төштөм һине эҙләп,
Баҫма аша үттем һаҡ ҡына,
Хәтфәләрҙе гиҙҙем, ысыҡ ярып,
Аяғымды мансып саҡ ҡына.
Мин тауҙарға аштым һине эҙләп,
Серҙәш ҡайындарҙан һораным.
Яңғырауыҡ алып килде ауаз,
Тик үҙеңде таба алманым.
Яҫы ташҡа ятып күккә баҡтым,
Ҡайҙарҙа һин, минең Саҡҡынам?
Зарыҡтырып зар-интизар иттең,
Һағынмайһыңмы ни саҡ ҡына!
Аҙаштыҡ шул йәшлек далаһында.
Март бураны яҙмыш юраны.
Һәр таң һайын Саҡ менән Суҡ кеүек
Бер-беребеҙҙе эҙләп ураныҡ...
Их, шәфҡәтһеҙ яҙҙың бураны!
Бәхетемде генә урланы.
* * *
Яҙмышымдың тыныс, һил пәрҙәһен
Йыртып, төштәремә керәһең.
Керәһең дә, һинһеҙ тормошома
Яҡты өмөт - нурҙар үрәһең.
Кермә, кермә бүтән төштәремә,
Һинһеҙ байтаҡ юлдар үтелгән.
Араларҙа – упҡын. Күперҙәр юҡ...
Ғүмер йомғаҡтары һүтелгән.
Ымһындырма семтем йылы наҙға,
Иретмә лә туңған күңелде...
Юҡ, тыңлама мине:
Өҙгөләмә, йәнем,
Өндәремдә мәхрүм булған өсөн,
Зинһар төштәремә кер инде!
* * *
Теләктәрем минең һүнде инде,
Хыял ҡошом осто... китте...
Йөрәктәге әсе был бушлыҡтан
Йәнде әрнеү уты өттө.
Зәһәр уҫал яҙмыш буранында
Тормош сәскәләрем һулыны.
Хәсрәтле һәм яңғыҙ урманымда
Һуңғы көнөм көтөп иланым.
Тик ҡырауҙан һуғылған бер япраҡ
Бирешмәгән ҡышҡы буранға...
Яңғыҙ япраҡ ҡалған бер ботаҡта,
Шәрә япраҡ... бөтә урманға.
Фото Г. Әхмәтйәнованың шәхси архивынан.