Бөтә яңылыҡтар

“Яҙғы моңдар” шиғриәт конкурсына

Гөлфиә ИШМӨХӘМӘТОВА: “Саф һәм керһеҙ булһын уртаҡ хистәр ромашканың ап-аҡ тажылай”. Яҙғы хистәр Яҙ һулышын бергә тояйыҡсы, Яңғыҙ итмә мине яҙҙарҙа. Күрәһеңме, зәңгәр күл өҫтөндә Парлы йөҙә хатта ҡаҙҙар ҙа. Һөйөү йырын һуҙа һандуғастар, Йәмле бигерәк ошо мәлдәре. Һинһеҙ ҡалһам, йәнем, был тормошта Матурлыҡты тоймаҫ йәндәрем. Беләм, тиҙҙән көҙҙәр бар донъяны Һары һағыштарға күмерен. Ҡабатламаһын тик һинең һөйөү Ошо ҡыҫҡа яҙҙың ғүмерен. Илаҡ көҙҙә, һалҡын ҡыштарҙа ла Мөхәббәтең мине йылытһын. Йәшәүемә көс-ҡеүәтен биреп, Ғүмеремде моңло йыр итһен. Конкурсантыбыҙҙың башҡа шиғырҙарын сайтҡа инеп уҡығыҙ:

“Яҙғы моңдар” шиғриәт конкурсына
“Яҙғы моңдар” шиғриәт конкурсына

Гөлфиә ИШМӨХӘМӘТОВА

Ейәнсура районы, Юлдаш ауылы

Ромашкалар

Ромашкалар гөрләп сәскә ата

Йәмдәр биреп тыуған ҡырҙарға.

Ап-аҡ ромашкалар һөйөү юрай

Мөхәббәтен көткән ҡыҙҙарға.

 

Ҡулдарына гөлләмәләр тотоп

Һөйгән ҡыҙын егет ҡаршылай.

Саф һәм керһеҙ булһын уртаҡ хистәр

Ромашканың ап-аҡ тажылай.

 

Яратмай ул, тиһә, ромашкалар

Йәшәүҙәрҙән бер үк туймағыҙ.

Миңә генә яҙған ғәзиз йәрем

Был түгелдер, тиеп уйлағыҙ.

 

Гелән һөйә тиһен ине лә ул...

Нескә бит ул ҡыҙҙар күңеле.

Йәнең тартҡан йәрҙәр менән генә

Йәшәүҙәре ерҙә күңелле.

 

Муйыл сәскәһе

Муйыл шаулап сәскә атҡан саҡта

Туғайҙарҙы гиҙҙек элгәре.

Барыр юлды уртаҡ итә алманыҡ –

Айырҙы шул яҙмыш елдәре.

Еҫкәйҙәрен генә һуланым да

Татыманым муйыл тәмдәрен.

Шиңмәҫ гөлөм булып ғүмеремдең

Була алманың инде йәмдәре.

Барам әле йәшлек туғайына –

Муйылдары инде бешкәндер.

Күрәйемсе йәшлек мөхәббәтем

Кемдең өлөшөнә төшкәндер.

Муйыл ише булдың һин дә миңә,

Еҫтәреңдән шашып иҫерҙем.

Наҙҙарыңды әммә татыманым,

Ә шулай ҙа һине кисерҙем.

Төштәремә һаман инәһең бит,

Үреләмен, етмәй буйҙарым.

Тик ниңәлер йылдар үткән һайын

Яҡыная һиңә уйҙарым.

Автор:Танзиля Давлетбердина
Читайте нас: