

Әкрәм ҠӘЙЕПҠОЛОВ
Баймаҡ районы,
Айытҡужа ауылы.
Ер быйыл да ҡыһыр ҡалыр микән?
Ер быйыл да ҡыһыр ҡалыр микән?
Үгеҙ-болот һаман ҡасырмай!
Офоҡтарҙан ҡарайып та ҡалҡһа,
Өмөтләнеп ҡыртыш ҡаршылай.
Болоттарҙы ел ашығып ҡыуа,
Ҡайҙа илтә уны ҡамсылап?
Өйөрөлөп осҡан болоттарҙың
Тире тамып ҡала тамсылап.
Яҙ
Һуңлап килде быйыл ергә яҙ, тимә
Яҙ ғүмере бигерәк тә аҙ, тимә.
Яҙ биҙәге апрель менән май ғына,
Һандуғастар һайрап торған ай ғына.
Бар тәбиғәт сәскә атҡан мәл икән,
Ҡарға тауышы ла ергә йәм икән.
Һоҡланамын урман, тауҙар йәшәргәнгә,
Шөкөр итәм ошо ерҙә йәшәгәнгә.
Ышанам
Һине һөймәне ул, тип әйтһәләр,
Ышанмаҫмын, һис тә ышанмам.
Тулған ай ҙа бөтөп, яңынан тыуа,
Мөхәббәткә шулай ышанам.
Йөрәгендә урын башҡаларға,
Тигәндәргә һис тә ышанмам.
Ҡышты еңеп ергә яҙҙар килә,
Мөхәббәткә шулай ышанам.
“Һине онотҡан ул, онотҡан ул!” –
Нахаҡ һүҙгә һис тә ышанмам.
Нәфрәтенә һағыштарын ҡушып
Иҫкә алыуына ышанам.