Башҡортостан
-24 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар

“Яҙғы моңдар” шиғриәт конкурсына

Дилара МӘХМҮТДИНОВА “Мөхәббәтем мөлдөрәмә тулы, минең тағы килә һөйөлгөм”.   Алып ҡайт һин мине йәшлегемә  Хыялымда киләм һинең янға – Тәүге мөхәббәтем янына. Алып ҡайт һин мине йәшлегемә, Миндәк йылғаһының ярына. Алып ҡайт һин мине йәшлегемә, Шатлыҡтарым күккә сөйөлһөн. Мөхәббәтем мөлдөрәмә тулы, Минең тағы килә һөйөлгөм. Алып ҡайт һин мине йәшлегемә, Осороп та ҡоштар юлынан. Барлыҡ шиктәреңде ситкә ҡуйып, Кил әле һин миңә яңынан. ...Ҡайтып күрһәм бер саҡ йәшлегемде, Аҙашмайса юлдар сатында, Һөйләр инем иң бәхетле сағым – Тәүге мөхәббәтем хаҡында.

“Яҙғы моңдар” шиғриәт конкурсына
“Яҙғы моңдар” шиғриәт конкурсына

“Мөхәббәтем мөлдөрәмә тулы, минең тағы килә һөйөлгөм”

Дилара МӘХМҮТДИНОВА

Учалы ҡалаһы.

 

Алып ҡайт һин мине йәшлегемә 

Хыялымда киләм һинең янға –

Тәүге мөхәббәтем янына.

Алып ҡайт һин мине йәшлегемә,

Миндәк йылғаһының ярына.

Алып ҡайт һин мине йәшлегемә,

Шатлыҡтарым күккә сөйөлһөн.

Мөхәббәтем мөлдөрәмә тулы,

Минең тағы килә һөйөлгөм.

Алып ҡайт һин мине йәшлегемә,

Осороп та ҡоштар юлынан.

Барлыҡ шиктәреңде ситкә ҡуйып,

Кил әле һин миңә яңынан.

...Ҡайтып күрһәм бер саҡ йәшлегемде,

Аҙашмайса юлдар сатында,

Һөйләр инем иң бәхетле сағым –

Тәүге мөхәббәтем хаҡында.

 

Аптырама, йәме...

 Аптырама, йәме, бер көн килеп

Көтмәгәндә ишек шаҡыһам,

Күҙҙәреңә мөлдөрәтеп ҡарап,

Һаумы, йәнем, тиеп ҡул һуҙһам.

Мин бит һине ғүмер буйы көттөм,

Һағыныуҙарым өҙҙө үҙәкте.

Мине аңламаһаң, аңла, иркәм,

Бары "һин" тип типкән йөрәкте.

Һөйөүҙәрем, яныуҙарым үтер,

Өмөттәрем бер көн һүнер, тип

Уйлайым да, тағы һағышланып,

Ғазапланып көттөм һине тик.

Йылдар үткәс, бер һағынып ҡайтып,

Асып һалһам йөрәк серемде,

Әйтелмәгән һүҙҙәр әйтелһәләр,

Еңеләйтер инем хәлемде.

...Аптырама, йәме, бер көн килеп

Көтмәгәндә ишек шаҡыһам.

 

Һыуһағанда наҙҙарыңа

Ауыр саҡта булмаһаң да яндарымда,

Һиҙмәһәң дә һыуһағанды наҙҙарыңа,

Бер көн килеп, етәклә лә, алып кит һин

Элеккеләй мөхәббәтле яҙҙарыма!

Ниңә яҙмыш һине минән тартып алды

Мөхәббәткә тулы наҙлы яҙҙарымда?

Һөйөү - даръя, ә беҙ икәү күптән ҡалдыҡ

Шул даръяның баҫып ике ярҙарында.

Автор:Танзиля Давлетбердина
Читайте нас в