Бөтә яңылыҡтар

ЯРАТАМ, ТИП ӘЙТӘ АЛМАНЫМ...

"Урындыҡ өҫтөнә әсәм бирнәгә әҙерләгән ҡорама юрғанды түшәп һалғанмын да ирем ҡайтҡанда шарҡылдап көлөп ултырам. Һармаҡлыҡ инде! Килеп инде лә ҡосаҡлап иланы шунда".

ЯРАТАМ, ТИП ӘЙТӘ АЛМАНЫМ...
ЯРАТАМ, ТИП ӘЙТӘ АЛМАНЫМ...

Хикәйә. Гөлсирә Ғиззәтуллина

(Дауамы. Башы: https://bashgazet.ru/articles/-bi-t-m-m-ni-t/2022-04-26/yaratam-tip-yt-almanym-2784067?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=104965500)

* * *

Нуруллаһының яҙмышын белгәндән һуң уйҙарына уйылды ла төштө Фәрхинур. Ятһа ла, торһа ла башында шул бер уй. Төнгө йоҡолары ҡасты, тыуған өйҙән сығып киткәс хәләленең ниҙәр кисергәнен, ниндәй ғазаптар аша үткәнен үҙ башынан үткәргәндәй бер туҡтауһыҙ өйөрөлттө. Уйлаған һайын үкенесе әсерәк, түҙгеһеҙерәк була барҙы. Ғүмере буйына артығын уйлап тормай, тотҡан еренән һындырып йәшәгән Фәрхинур бер төндө түшәгендә улай-былай әйләнгеләп, мейеһе сәсрәрҙәй булып ятты ла, башына килгән фекерҙән тороп уҡ ултырҙы.

“Барам да ҡайтам Германияға! Хәләлемдең аҫыл һөйәктәрен ҡуйынына алған тупраҡты йәшем менән һуғарайым. Сәгер күҙҙәренең иң һуңғы ҡарашы төбәлгән күкте күрәйем. Шул тупраҡ менән күктең алдында ауыҙ тултырып йән ғазабымды әйтеп бирәйем. Шулайтайым. Әллә бар ғүмер, әллә юҡ ғүмер. Донъялыҡтағын донъялыҡта теүәлләйем”.

Кинәт кенә тыуҙы ла ҡуйҙы ул был ниәт. Хәйер, буштан ғына тыуманы инде. Бер ваҡыт БСТ-ла Сәғитова тигән бер ҡәҙимге башҡорт ҡатынының автостоп менән бөтә Европаны йөрөп сыҡҡаны тураһында тапшырыу булғайны. Шуны әҙәм балаһының тәүәкәллегенә, батырлығына хайран булып ҡарағайны. Ана шул һоҡланыуы орлоҡ һымаҡ әллә ҡайҙа бер урында ятҡандыр ҙа, шытып сыҡҡандыр, ахыры. Өлкәнәйгәс, тәүәкәллектең бер ҡыры бар: был ҡарсыҡ алйып бара түгелме, тип шаҡара тыйып ҡуйыуҙары ихтимал. Шуға күрә ниәтен күптән әхирәте һымаҡ булып бөткән ҡыҙына ла асманы.

Көндәр саҡ ҡына йылына төшкәс юлланырға ҡарар итте лә, шым ғына йыйына башланы. Йыйына, тип, шул аҡса инде. Аҡсаң булһа, бүтәнен һатаһың да алаһың хәҙер. Тормошо етеш, үҙе тернәксел булғас, пенсияһы байтаҡ йыйылған булырға тейеш тә, тик ҡулда түгел, әйләнештә. Әйләнеш тигәне шул: бурысҡа тип өләшеп бөткән. Уңайһыҙ булһа ла, бер нисә ауылдашынан һораштырып ҡараны ул. Береһе “балалар аҡсаһы алғас” тип сығарҙы. Икенсеһе “кейәүең вахтанан ҡайтһын инде” – тине. Бәғзе берәү: “Кредитыбыҙ күп бит. Саҡ ҡына сабыр итеп торһаңсы” тип илауланы. Шул инде, йәштәргә аҡса күп кәрәк. Машинаһыҙ ҙа булмай, ә уныһы бензинды күп ашай. Өйгә күпме өйәһең. Балаларҙы уҡытырға кәрәк. Аҡсаһын йыйнап алыу килеп сыҡманы, кәйефе генә боҙолдо ла ҡул һелтәне.

Етмәһә, яҙы һуңлап килде. Апрель айының пенсияһын йомарлап алғас: “Бер тапҡыр баҙнатһыҙланып ҡалыуым арҡаһында ғүмер буйы үкендем, инде быныһы өсөн үлгәнсе үкенерем юҡ!” – тип сыҡты ла китте Фәрхинур. Автобус менән район үҙәгенә барып еткәйне, Өфөгә тура барғаны киске биштәрҙә генә үтә, тинеләр. Нишләптер башҡа ваҡытта мыжғып йөрөгән таксистар ҙа күренмәй. Киске бишкә тиклем ете сәғәт ваҡыт бар. Әлеге шул Сәғитованы иҫенә төшөрөп, юлға сығырға булды. Бәлки, берәй ылауға эләгеп китер, һис булмаһа, атлай торор. Ике-өс саҡырымға булһа ла маҡсатына яҡыныраҡ булыр.

Машина тигәнең себендән күп бит хәҙер, саҡ ҡына барғайны, бер ап-ағы килеп туҡтаны ла һөйкөмлө генә бала – һикһәнде уҙғас ни хәҙер бөтәһе лә бала – башын сығарып:

– Әбекәй, ҡайҙа китеп бараһың? – тип һораны.

– Ошо яҡҡа.

– Ошо яҡҡа булһа, әйҙә, ултыраһыңмы?

– Ултырмаған ҡайҙа, рәхмәт, балаҡай.

– Хатта өләсәмә оҡшап китеп бараһың, әллә улмы тип торам. – Шоферы бигерәк илгәҙәк бала икән. – Ул да бер минут та көтөп торорға яратмай, атлай ҙа китә. Бер көнө машина осраған да, ултыртып алам тиһә: “Юҡ, балалар, мин ашығам”, – тип ҡул һелтәгән. Былар, әбей алйый башлаған, тип китеп барғандар. Бер аҙҙан машиналары боҙолоп торһалар, өләсәм һыпырта һуғып үтеп китеп бара, ти. “Ярар, сәләмегеҙҙе еткерә торормон”, тип көлә, ти үҙе, етмәһә.

– Беҙ йәш саҡтан йәйәү йөрөп өйрәнгәс ни, ултырып сыҙамайбыҙ шул, йыбырлай бирәбеҙ.

– Ошо яҡҡа, тип серле генә әйтеп ҡуйҙың, инәй. Алыҫҡа китеп бараһыңмы? – тип һорай ҡуйҙы егет.

– Алыҫҡа, – тине Фәрхинур. – Ныҡ алыҫҡа.

Шунан һынсыл ғына ҡарап алды ла, арыу бала икәнен сырамытҡас:

– Германияға, – тип өҫтәне. Тегеһенең ғәжәпләнеүҙән ҡаштары өҫкә һикереп киткәйне, зиһене теүәллеген раҫларға була, сәфәренең маҡсатын әйтә һалды.

– Гитлерҙы юҡҡа еңеп маташҡандар ул, – арттан бер ҡарлыҡҡан ҡалын тауыш сыҡҡас, ҡайырылып ҡараһа, йыуан ғына бер ир олоғара шешәнән һыра һура-һура ҡырын ятып бара. Йә берәй түрә, йә берәй яңы башҡорт байы, ахыры. – Гитлер еңгән булһа, бынау бейә һейлеге урынына кинәнеп баварскийҙы эсер инек, исмаһам.

Фәрхинур башта хатта үҙенең ҡолағы ишеткәнгә үҙе ышанмай торҙо. Ил өсөн йәнен аямаған яугирҙәрҙән мәсхәрәләп көлөү бит был! Башына ҡан һикерҙе, тыны быуылды. Шәлен ысҡындырып ебәрҙе лә артына боролдо:

– Ата-олатаң Гитлерҙы еңмәгән булһа, һин тыумаған да булыр инең, ахмаҡ.

Һеңдергәнсе әйтергә уҡталды ла, үҙен ултыртып алған водителде уйлап тыйылды: был арыу балаға яҡшылығы өсөн һүҙ тейеп ҡуймаһын.

– Балам, – тине. – Машинаңды туҡтат. Туҡтат машинаңды.

Ғәжәпләнеп ҡараған егеткә:

– Төшөр, – тине. – Тыным ҡыҫыла.

– Нимә? – тине теге йыуан. – Дөрөҫлөк өтәме, ата коммунист!

– Һинең һаҫығың уҡшыта, – тине лә юл ситенә килеп туҡтаған машинанан төшә башланы Фәрхинур.

– Ә кем түләй? – тине йыуан мыҫҡыллы тауыш менән. – Хәйерсе пенсияң юлға түләргә лә етмәйме, патриотка?! – тип йәмһеҙ итеп һүгенде. – Туҡта! – тип екерҙе ҡуҙғала башлаған водителгә. – Түләһен, машина һыу менән йөрөмәй!

Фәрхинур кеҫәһендәге ҡулъяулыҡтан мең тәңкәлекте сығарып әле ултырып килгән ултырғысҡа һалды.

Бер минут та туҡтап тормай алға атлай бирҙе үҙе:

– Ник тыуҙым, ҡәбәхәт! Ер ҙә упмаҫ был оятһыҙҙы, ерәнер... – тип ҡәһәтләнде.

Йыуан бай һүгенә-һүгенә тәҙрәнән ҡулындағы һыра шешәһен бәреп китте. Әлдә теймәне. Шул тиклем ҡыҙғайны Фәрхинур, атлау түгел йүгереүгә күсеп киткән икән. Күпмегә етер ине хәле был тиҙлектә, бер машина ҡыуып еткән:

– Әбекәй, тим, әбекәй! Ишетмәйһеңме әллә, ҡайҙа китеп бараһың?

– Алыҫҡа...

– Алыҫҡа булғас, әйҙә, ултыр. – Йәш кенә бер ир яғымлы йылмайып башын һонған. Фәрхинур, ауыҙы бешкән кеше булараҡ, был юлы һынаңҡырап ҡараны. Эргәһендә йәш ҡатын да бар икән.

– Әйҙә, әбекәй, ҡурҡма. Ана, артҡа, ҡәйнәм янына, ҡушарлап ултыр, – тигәс, тәүәкәлләне.

– Былай матур итеп кейенеп балаларыңа ҡунаҡҡа китеп бараһыңмы? – тип һүҙ ҡушты ҡәйнә кеше. Ипле генә күренәләр – асылырға булды.

– Юҡ, Мәскәүгә барам, – тигәс, ир кеше һыҙғырып ҡуйҙы.

– Алыҫ икән шул. Беҙ Стәрлегә генә барабыҙ бит әле.

– Ярар, 250 километрға булһа ла яҡыная бит, – тине ҡәйнәһе.

Бигерәк яғымлы кеше икән. Һүҙ эйәрә һүҙ сығарып тәки Германияһына тиклем һөйләтеп алды. Күңеле кителә биреп килгән Фәрхинурға рәхәт булып китте бер туғарылып һөйләшкәс.

Стәрлегә боролған урында Өфөгә юлланған машинаны үҙҙәре туҡтатып ултыртып ебәрҙеләр, рәхмәт яуғырҙары. Түләргә тип сығарған аҡсаһын ҡәйнә-ҡатын усына ҡабат йомдорҙо.

– Изге юлға сыҡҡанһың, апай. Минең атам да Еңеү көнөнән һуң Прага ҡалаһы янында һәләк булған. Мин дә, атай ул фотоһүрәт була икән, тип уйлап үҫкән баламын. Шул яҡтарҙан уҙғанда минең атайым менән уның яуҙаштарына ла һағынышлы сәләмдәребеҙҙе әйтеп кит. Ихлас күңелдән бирәм, һиңә юл хәйере булһын, – тип үҙе өҫтәп бирҙе.

Ныҡ фыртым машинаға ултыртып ебәргәндәренә көйөңкөрәп китеп бара ине, ҡайһы арала тегеләр быныһына уның тарихын бышылдап өлгөргәндәрҙер, сынъяһауҙан кейенгән машина хужаһы үҙе һүҙ башланы:

– Минең дә ике олатай, бер өләсәй һуғышта ҡатнашҡан. Бер олатайымдың дүрт ағаһы һуғышта һәләк булған. Ул үҙе ҡаты яраланып ҡайтҡан да, минең атайым бәләкәй саҡта уҡ, шул йәрәхәттәр арҡаһында мәрхүм булған. Был һуғыш ҡайғы килтермәгән берәй ғаилә бармы икән беҙҙең илдә? – тип иҫ-аҡылы китеп барҙы. Донъя буйлап күп йөрөй икән, виза хәлдәрен аңлатты. Сит илгә сыға торған паспортын һорап алып ҡараны ла:

– Инәй, уңған юлға сыҡҡанһың ул һин, бына бит, срогы сығыуға өс ай бар әле, – тип ҡыуандырҙы. Өфөгә яҡынлағас:

– Ҡайҙа алып барайым һине, тимер юл вокзалынамы, аэропртҡамы? – тип һораны.

– Минең бында ҡыҙым йәшәй. Шунда инеп баш-күҙ алайым. Мәскәү яғына иртәгә ҡуҙғалырмын, – тигәс, подъезд ишеге төбөнә килтереп төшөрҙө. Фәрхинурҙың:

– Машина һыу менән йөрөмәй бит, балам, бензинлек, – тип биргән аҡсаһын рәхәтләнеп көлә-көлә затлы кенәгәһенә тыҡты ла:

– Инәй, һинең был аҡсаңды мая итеп айырып һалам. Ә быныһы минән һиңә ҡотло юл теләге булһын, – тип биш меңлек тотторҙо. – Ал, инәй, миңә лә уңыш телә. Аллаһы тәғәлә һинең һымаҡ саф кешеләрҙең теләген ҡабул итә ул, – тине.

* * *

Хәбәр итмәй-нитмәй килеп ингән әсәһен күреп, ҡыҙы йығылып китә яҙҙы.

Юл хәлдәренән йөрәкһенгән Фәрхинур ишек төбөнән уҙыр-уҙмаҫ ниәтен таҡылдай башлағас, аптырауға ҡалып бот сапты.

– Ошолай ялпылдап Германияға китеп бараһыңмы? Бигерәк ауылса кейенгәнһең. Ҡала кешеһе бит улай кейенмәй. Европа тураһында әйтеп тә тормайым. Кит-кит, әсәй, кеше көлдөрөп.

– Нишләп көлдөрөп? – Фәрхинурҙың бирешергә һис кенә лә иҫәбе юҡ ине. – Мин бит Европа кешеһенә китеп бармайым, атайыңа барам. Бер саҡ баҙарға барғанда сирәмдәй йәшелгә ҡып-ҡыҙыл сәскә төшкән тауарға күҙе ҡыҙып ҡайтҡайны. Ҡулға аҡса инеү менән һиңә шундай күлдәклек алам, тип эй хыялланған булғайны.

– Килештереп ап-аҡ йөн ойоҡ менән ҡара галуш кейгәнһең... Матур туфлиең бар ҙаһа...

– Кейеп торҙом да сисеп ҡалдырҙым. Калушта атлауы йомшаҡ, еүештә һыуланмай.

– Әсәй, әллә һин Германияға йәйәү бармаҡсы булаһыңмы?

– Барһам барам да етәм, һуғыш ваҡытында беҙҙекеләр түш менән шыуышып Берлингә тиклем барып еткәнде әллә...

Ғүмер буйы башланғыс кластарҙа уҡытыусы булып эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан, гел дөрөҫ, аңлайышлы һәм яуаплы итеп һөйләп өйрәнгән ҡыҙының ҡашы төйөлә башлағанын күреп, Фәрхинур үҙен-үҙе бүлдерә һалды:

– Кеше йөрөп ята ла баһаң. Хатта беҙҙең башҡорт бисәләре лә... Сәғитова тигән ҡатындың машинанан-машинаға ҡул күтәреп бөтөн Европаны урап сыҡҡаны тураһында тапшырыу ҡараманыңмы ни? Ул да йәш түгел, пенсияға сыҡҡас йөрөй башлаған.

– Әсәй, һуң ул йәш пенсионер бит. Һинең кеүек 82 йәштә түгел. Хәҙер һин берәй машинаны туҡтатып, Германияға китеп барам, тиһәң, әбей алйыған икән, тип яҡындағы тилелер йортона тапшырып китәсәктәр.

Фәрхинур юҡҡа бәхәсләшеп ҡыҙының йәнен көйҙөрмәҫкә булды. Уның шымып ҡалыуынан “ҡаты ҡағылдым, ахыры”, тип уңайһыҙланып киткән ҡыҙы инде йомшарыбыраҡ өндәште:

– Әсәй, сит илгә сығыуы улай ябай ғына түгел бит. Башта виза алырға кәрәк, уның өсөн Мәскәүгә барырға.

– Беләм. Мин дә телевизор ҡарайым, китап-гәзит уҡыйым дабаһаң. Ауылда йәшәй, тигәс тә мине бигерәк томанаға һанап китәһегеҙ һеҙ, ҡала кешеләре. Әле бөгөн юлда ла бик һәйбәт, бик донъя гиҙгән кешеләргә ултырып килдем. Аңлаттылар. Мәскәүгә һуғылып китермен. Теге юлы ҡустың сит ил күрһәтәм тип ҡыялып, паспорт та эшләткәйне бит. Шуны ла һалып алдым мин.

– Ул әллә ҡасан булған хәл бит. Срогы сыҡҡандыр инде уның.

– Өс ай ваҡыты бар икән әле, – тип ҡәнәғәт йылмайҙы Фәрхинур.

Ҡыҙы нимә тип әйтергә лә белмәне: “Йәш сағында ла шул ине. Хәҙер ҙә шул: оҙаҡ уйлап тора белмәне, алдына алғанын ҡуйманы”.

– Ярар, әсәй, һин ял ит. Мин көндөҙгө стационарҙа дауаланып йөрөйөм. Иртәгә иртәнсәк уколға барып ҡына ҡайтайым да, ҡустыма шылтыратайыҡ. Ейән-ейәнсәрҙәрең менән дә кәңәшләшәйек. Сит ил мәсьәләләрен хәҙерге йәштәр яҡшыраҡ белә, – тине.

Һүҙҙе икенсе яҡҡараҡ бороп ебәрер өсөн ауыл хәбәрҙәренә төшөп киткән әсәһен ишетер-ишетмәҫ йөрөп сәй әҙерләгәс, йәнә:

– Мәскәүгә билет, визаға түләргә, Германияға билет, шунан ҡайтырға билет... – тип баш сайҡаны. – Бигерәк еңел уйлайһың да ҡуяһың, әсәй.

– Ҡыйын итеп уйлай башлаһам, бер яңғыҙым ҡустың менән икегеҙҙе нисек кеше итеп сығарыр инем?

– Шулай тиһең дә тораһың. Хәҙер бөтөнләй икенсе заман, әсәй.

– Заман башҡа булһа башҡалыр. Кеше шул уҡ. Яманы ла бар, тик яҡшыһы күберәк.

Башҡа һүҙ ҡуйыртып торманы әсә, ике йыл элек кейәү балаҡай инфаркттан көтмәгәндә генә мәрхүм булып ҡалғас, ныҡ бирешеп, һаулыҡҡа туймай киткән ҡыҙына йәлләп ҡарап, шымды.

– Иртәгә мин йөрөп ҡайтҡас, магазинға барып өҫ-башыңды ҡараштырайыҡ, шунан күҙ күрер, – тиеүенән ҡыҙының уның сәфәренә шыпа ҡаршы төшмәгәненә эсе йылынып Фәрхинур үҙенә әҙерләнгән урынға барып ятты.

* * *

“Иртәрәк барһаң, уколға сират булмай”, тип һигеҙгә сығып киткән ҡыҙы артынан ишек бикләп ҡалған Фәрхинур, бер сынаяҡ сәйҙе шөрпөлдәтеп эсте лә, кистән үк әҙерләп ҡуйған сумкаһын тотоп, тая һалды. Тәүҙә туҡталышта теҙелеп торған автобус йөрөтөүселәрҙе: “Ҡайһығыҙ Мәскәү юлына тиклем бара?” – тигән һорауы менән аптыратып алды. Ниһайәт, “Әбекәй, аҙашманыңмы? Балаларың ҡайҙа йөрөгәнеңде беләме?” тигән һорауҙарҙы бирештерә-бирештерә булһа ла, ике-өс автобусты алмаштырып ул ергә алып барып еткерҙеләр. Илла-алла менән оло юлға килеп сыҡты, ниһайәт. Кисә юлы уңғанға күрә күтәренке күңел менән дәртле генә юлланған Фәрхинур ғәҙәтенсә трасса буйлап китте.

Машина күп, бер туҡтауһыҙ олоғара фуралар үтә – юл ситенән барыу ҡурҡыныс. Туҙандан, ауыр бензин еҫенән, төтөндән күңеле болғанып, башы ауырта башланы. Машина себен кеүек күп, эргәһенән бер туҡтауһыҙ үтеп торалар. Ҡул күтәреп ҡарай, туҡтаусы юҡ. Бер сәғәт барҙымы-юҡмы – ырата алманы. Күңеле төшөп, “Мәскәүгә тиклем – 1300 километр“ тигән яҙыулы бағана янында юлдан ситтәрәк ятҡан бер ҙур ташҡа барып ултырҙы.

Ошолай тиҙлек менән көнөнә биш километр үтһә. Мәскәүгә барып етер өсөн генә лә 260 көн кәрәк була. Әлбиттә, Нурияһы ике-өс көнгә лә сыҙамаҫ: полицияға хәбәр итеп, эҙләүгә бирәсәк. “Улай булмаҫ, булмаҫҡа тейеш, туҡтап ултыртһалар, ошо яҡҡа барған ниндәй машина булһа ла эләгергә кәрәк, – тип уйланы. – Бер километр барһам да кәмей торор. Эй Раббым Аллам, сәфәремде хуп күрһәң, юлыма һәйбәт кешеләрҙе сығарып ҡуйһаңсы”.

Шулай тип теләп бөтөүгә, бик ныҡ борсолған йөк машинаһы туҡтаны ла өлкән генә бер ир һонолоп:

– Әбей, хәлең нисек? – тип һораны.

– Һәйбәт, хатта һәйбәт, – Фәрхинур һикереп тора һалды ла уға табан ашыҡты. – Ошо яҡҡа китеп бара инем.

– Ҡайһы ауылға? – тине руль артында ултырған йәшерәге.

– Ошо трассанан ситкә боролғансы ултыртып алып барып ҡалдырһағыҙ һәйбәт булыр ине.

– Әйҙә улайһа, ултыр.

– Мин был яҡтарҙы белмәйем шул, – тине Фәрхинур аҡланған һымағыраҡ. Һүҙгә-һүҙ ялғанһын тип тә инде. – Бик ауылымдан сығып йөрөргә лә тура килмәне. Ғүмер буйы эш тә эш. Беҙҙең ваҡытта колхоздар көслө булды бит.

– Ҡайһы яҡтан килә ятаһың?

– Башҡортостандың көньяғынан.

– Һөйләшеүең оҡшап тора шул. Беҙҙең бер килен шул яҡтан. Ә ҡайҙа китеп бараһың?

– Германияға юлланғайным, Мәскәүгә инеп виза алып сығырға кәрәк.

Ирҙәрҙең шикләнеп бер-береһенә ҡарашып ҡуйғанын абайлап, Фәрхинур уларҙы тынысландырырға ашыҡты.

– Ҡурҡмағыҙ, уландар. Зиһенем теүәл. – Шунан хәлде бәйнә-бәйнә һөйләп бирҙе.

– Бигерәк тәүәккәлһең икән, – тине ирҙәрҙең өлкәне. – Балаларың юҡмы ни?

– Балаларым һаулыҡҡа туймай шул. Атаһы фронтҡа киткәндә тыумай ҡалған улым шәп ине лә, өс йыл элек инфаркт булды. Уны борсорға тырышмайым, хатта үтә ныҡ шатланырға ла эшкашмай. Ҡыҙымдың ҡан баҫымы юғары, әле укол алып йөрөй. Уларҙы көтөп ултырырға сыҙамлығым етмәй.

– Әбей, һин йәшәгән, тормош күргән кеше. Тураһын әйткәнгә үпкәләмә.

– Әйт әйҙә, әйт. Үпкәләш юҡ.

– Бөтәбеҙ ҙә шул бер урынға барабыҙ бит инде. Динлеләр Алла алдына ти, атеистар ер аҫтына... Нисек кенә булһа ла тыуымдан ҡалмағанды, үлемдән ҡала алмайбыҙ, – ул нисек йәтешерәк итеп дауам итергә белмәй туҡтаны.

– Улым, һин уратып-суратып йонсома, тураһын яр ҙа һал, – тип дәртләндерҙе уны Фәрхинур. – Күңелеңдә көҙөк булып ҡалмаһын.

– Тураһы шул: үҙеңде йонсотоп, балаларыңды борсоп унда барыуыңдан ни файҙа?

– Һин дөрөҫ әйттең, берәү бер төрлө, берәү икенсе төрлө уйлай. Үлемде түгел, йәшәүҙе лә теүәл генә белеп бөтөп булмай. Шулай ҙа мәрхүмдәребеҙ төшкә инһә лә хәйер бирә һалабыҙ, аят уҡытабыҙ. Шунан йәнебеҙ тынысланып ҡала бит. Шуға күрә миңә лә аҫыл һөйәге ятҡан ергә зыярат ҡылып, доғамды уҡып, эс бушатып ҡайтһам, күңелемдә алтмыш дүрт йыл буйы ҡаҙалып торған бер шырауҙан ҡотолормон һымаҡ. Әруахы алдында ғәйебем кәмер һымаҡ...

Уйға батып барҙылар. Шунан ирҙәрҙең өлкәнерәге шиктән ауырайып киткән ҡарашын төбәне:

– Гонаһың бар инеме ни, әбекәй?

– Эйе, – тип ауыр көрһөндө Фәрхинур.

– Ауыр гонаһмы ни шулай инде ярты быуаттан ашыу тынғы бирмәҫлек?

– Эйе, – тине Фәрхинур. – Кешене был тормошҡа сат йәбешергә мәжбүр иткән бер ауыҙ һүҙемде йәлләгәнмен.

– Ниндәй һүҙ? – тип һораны йәшерәге аптырап.

– Яратам, тип әйтеп өлгөрмәнем.

– Улай...

Һәр кем үҙ уйына сумып, ярты сәғәттәй шым барҙылар. Шунан ирҙәрҙең өлкәне әңгәмә әле генә өҙөлгән һымаҡ әйтеп ҡуйҙы:

– Улай булғас мотлаҡ барып ет инде һин Германияға. Барып күр бабайыңдың ҡәберен... Әйткәндәй, бабайың, тигән булам. Һәләк булғанда иреңә нисә йәш булған?

– Егерме етенсеһе менән бара ине...

– Егерме етенсеһе менән... Минең улым егерме етенсеһе менән бара. Ә тол ҡалғанда һиңә нисә йәш ине?

– Ун туғыҙ...

– Кесе ҡыҙыма ун туғыҙ тула. Әле бала ғына... Шунан бирле яңғыҙһыңмы?

– Яңғыҙ тип, ике балалы әсә яңғыҙ булмай инде.

– Ҡабат тормошҡа сыҡманыңмы, тиеүем.

– Уның бит “үлде” тигән хәбәре килмәне. Көттөм. Бына-бына ҡайтып килер тип көттөм дә көттөм.

– Нисәнсе йыл алдылар фронтҡа?

– 41-се йыл, 28 июндә.

– 64 йыл буйы көттөң дә көттөң... Минең ҡартинәйҙе лә шулай тип һөйләй торғайнылар. Ул егерме биш йәшендә тороп ҡалған...

Тағы уйға баттылар. Байтаҡ барғас, руль артындағы егет машинаһын юл ситенә алып килеп туҡтатты.

– Әбекәй, беҙ ошо урында был яҡҡа боролабыҙ, – тине ул үкенгән һымаҡ.

– Бынан Мәскәүгә эшселәрҙе вахтаға, коммерсанттарҙы баҙарға йөрөтә торған “Газел”дәр йыш үтә. Һине шуларҙың берәйһенә ҡарап ҡына ултыртып ебәргәндә яҡшы булыр ине лә бит, – тип елкәһен тырнап алды өлкәне.

– Былай ҙа һуңлап барабыҙ шул. Заказчик көтөп тора, – тине йәше сәғәтенә ҡарап. – Ултырып китә алмаһаң, ошонда ғына тор. Әгәр ҙә оҙаҡлабыраҡ китһәң, бәлки, беҙ урап килеп тә өлгөрөрбөҙ. Үҙебеҙ ултыртып ебәрһәк, ышаныслыраҡ булыр ине.

Фәрхинур ҡулъяулығын сисеп аҡса сығарҙы, теге:

– Машина һыу менән йөрөмәй бит, – тигән йәтеш һүҙҙе әйтеп аҡса һондо. – Бензинлек.

– Ун туғыҙ йәшендә ике бала менән тол ҡалған, “Яратам, тип әйтеп өлгөрмәнем” – тип үҙен-үҙе ҡыйнап алтмыш дүрт йыл буйы ирен көткән зат фәрештәгә торошло ул, әбекәй. Һинән аҡса алһаҡ, минең ҡартинәйҙең рухы рәнйер, – тине өлкәне.

– Һин беҙгә, иҫеңә төшөп киткән сағыбыҙҙа: “Юлдары уң булһын” тип телә, – тине йәше.

Һис уйламағанда йөҙ саҡырымға яҡын араны йәтеш кенә итеп үткәненә күңелләнеп киткән Фәрхинур тора буламы һуң инде, тегеләр боролошта юғалыу менән ашығып Мәскәү юлына төштө. Оҙаҡ барҙымы, аҙмы – абайламаған. Бер “ГАЗель” янына килеп туҡтаны. Кеше йәнле бер әҙәм инде: Яңы йыл шыршыһы һымаҡ кейенеп ялпылдағын сығып юл ситенән атлаған әбей янынан әллә нишләп үтеп китә алмағандыр.

– Һыпырта һуғып ҡайҙа елдерәһең, әбекәй? Һине саҡ ҡыуып еттек бит, – тип ҡысҡырҙы ул ауыҙ йырып.

– Германияға, – тигән яуап булды.

– Германияның үҙенә үкме? – тип шарҡылдап көлөп ебәрҙе водитель. Ул көлгәнгә пассажирҙары һонолоп ҡараны.

– Башта Мәскәүгә һуғылам, – тип етди генә яуапланы әбей.

– Беҙ Мәскәүгә китеп барабыҙ ҙа ул. Тик урыныбыҙ юҡ шул.

– Әйҙә алайыҡ инәйҙе, – тине эшселәрҙең береһе. – Алмаш-тилмәш ултырып барырбыҙ әле. Сумкалар өҫтөнә лә ултырып барырға була.

Арлы-бирле һөйләшеп алдылар ҙа, шулай хәл иттеләр.

– Ҡалай йәтеш булды, – тип үҙенең бәхетенә үҙе ышана алманы Фәрхинур.

* * *

Былар ҙа һораны сәфәренең маҡсатын. Германияға минут һайын яҡыная барғанына һөйөнөп, бәйнә-бәйнә тағы һөйләп бирҙе Фәрхинур.

“Яратам тип әйтеп өлгөрмәгәйнем”. Йөҙөн йыйырсыҡтар баҫҡан ап-аҡ сәсле әбей ауыҙынан “яратам” тигән һүҙ сыҡҡаны башта мәрәкә һымағыраҡ тойолғайны: бер-береһенә ҡарап шуҡ ҡына йылмайышып алдылар. Бара-килә уйға батыңҡыранылар. Шунан араларында бер ҡыйыуыраҡ йәшерәге:

– Ә бит, инәй, һин дөрөҫ әйтәһең. Әле мин дә кәләшкә “яратам” тип әйтергә өлгөрмәй киткәнмен, – тип телефонына тотондо.

“Мин дә, мин дә”, – тип көлкөгә һабыштырһалар ҙа, берәм-һәрәм кем ҡатынына, кем әсәһе менән атаһына, кем балаһына шылтыратып алды.

– Илай, – тине эргәлә ултырып барған егеттәрҙең береһе. Ҡаушай биреп Фәрхинурға ҡараны. – Әйткәйнем, әсәйем шунда уҡ илап ебәрҙесе.

– Һинең тауышыңды ишетеп, ҡыуаныстан илай ул, балам. Шылтыратҡан һайын әйт һин. Әсәй кеше бер ваҡытта ла балаһының йылы һүҙенән туймай ул. – Шунан баҙнатын йыйып һораны:

– Улым, ҡыйын булһа ла, мин дә ҡыҙыма бер-ике ауыҙ һүҙ әйтәйем әле. Хушлашмай ҙа сығып киткәйнем, ут йотоп ултыралыр, бисараҡайым. Ауыл кешеһенә нимәгә кәрәк тип алдыртмай инем, әле ҡарап киләм – һәләк йәтеш нәмә икән!

– Инәй, һин ашыҡмай ғына һөйләш, – тине саҡ ҡына булһа ла яҡшылыҡ эшләргә форсат тыуғанына ҡыуанып киткән егет. – Минең безлимит. Ҡана, номерын беләһеңме?

– Нурия, ҡыҙым, һин мине әрләмә инде. Мин сыҡтым да киттем. “Газел”дә Мәскәүгә китеп барам. Һәләк игелекле кешеләргә тап булдым. Иртәнсәк барып етәбеҙ, тиҙәр. Һин көймә, балам. Һау кеше йөрөй ҙә ята ул. Һау булайыҡ. Мин һеҙҙе ныҡ яратам, балам!

“Мин дә һине ныҡ яратам, әсәй!”...

– Ҡыҙым да илай, – тине Фәрхинур егеткә телефонын һоноп.

– Нишләп бөтәһе лә илай икән, инәй? – тип һаман аптыраны егет.

– Йәшәгән ваҡытта гел әйтеп торорға тейеш һүҙҙе йә үлер алдынан, йә кеше үлгәс кенә әйтеп өйрәнгәнбеҙ ҙә, шуға шомланабыҙ, ахыры, – тине ҡыҙы илағанға күңеле тулып киткән Фәрхинур. – Иң ғәзиз кешеләребеҙҙең эргәбеҙҙә мәңге булырға килмәгәнен уйламай йәшәйбеҙ ҙә...

Байтаҡ барғас, заправкаға туҡтанылар ҙа, арлы-бирле аяҡтарҙы яҙып алырға тип төшә һалдылар. Иң алда ултырып барған бер өлкән генә, ныҡ таушалған ҡиәфәтле ир, тәүгеләрҙән сығып ситкәрәк китте лә телефонына ярым бышылданы:

– Фәүзиә! Был мин инем әле.

– Һин икәнде ишетеп торам. Ни булды? – тигән ҡырыҫ тауыш ишетелде.

– Уйлап килдем-килдем дә, Фәүзиә, тағы бер уйлап ҡуйҙым. Һиңә күптән әйтергә йөрөһәм дә һис форсат таба алмай инем, – тине ир ашыға-ашыға. Нисек дауам итергә белмәйенсә ыҡ-мыҡ килеп урынында тапанды. Шунан тураһын ярып һалырға тәүәкәлләне: – Мин һине ныҡ яратам бит ул!

– Нимә булды һиңә? – тип хәүефләнде теге остағы ҡатын. – Әллә китеп барышлай уҡ эсә башлағанһың инде?

– Юҡ-юҡ, Фәүзиә! – тине абышҡа тыйнаҡ ҡына. – Бер үк үрһәләнмә.

– Атыу нимә булды?

– Юл ыңғайында Хызыр Илъястың үҙе кеүек бер матур кешене ултыртып алдыҡ та...

– Шунан?

– Шул ҡуша: яратҡаныңды ваҡытында әйтеп барырға кәрәк, ти.

– Яратыуын мин дә яратам инде ул, – Алыҫтағы Фәүзиәнең тауышында уйсанлыҡ. – Яратмаһам, эсмә тип шул тиклем көйөр инемме ни? Тик әйтергә кәрәк икән, тип башҡа ла инеп сыҡҡаны юҡ ине.

– Бына шул-шул, Фәүзиә! Әйтергә кәрәк икән, әйтергә кәрәк...

* * *

– Инәй, – тине егеттәрҙең береһе ҡабат инеп ултырышҡас, – юл оҙон, әллә беҙгә, ғүмер буйы бер кешене шулай ныҡ итеп нисек яратырға булғанын һөйләп бараһыңмы?

– Һөйләйем, һөйләмәгән ҡайҙа, балалар. – Әҙәм яҡшылығынан күңеле әптән бөтөнәйеп, әллә кем булып киткәйне Фәрхинур. – Өлкәнәйһәң ҡыҙыҡ була икән ул ваҡыт тигәнең, әйтерһең дә артҡа аға башлай – үткән ғүмерең ҡулыңды һуҙып алырҙай булып яҡыная, – тине лә оҙон хәбәренә төшөп китте. – “Миңә сығаһыңмы?” – тигәс, “Сығам”, – тинем бит инде. Шунан ни, ун-ун биш көн эсендә кейәүгә сыҡтым да киттем. Әсәйемдәр йәтеш кенә табын йыйҙы. Күберәк минең туғандар бит инде. Ҡыҙ оҙата барған булдылар. Ситән генә булһа ла өйө бар – әрме хеҙмәтенән ҡайтҡас, колхоз берәүҙең иҫке өйөн алып биргән икән, рәхмәт төшкөрө. Тормошо етеш кенә – заманына күрә инде. Урындығында кейеҙе, иҙәнендә һуҡма балаҫы, яҫтап ятыр мендәре, ябыныр юрғаны, иң шаҡ ҡатырғаны – еҙ самауыры – бар. Әсәйем һәләк ҡәнәғәт булып ҡайтып киткәндә ҡолағыма: “Хәлле генә лә баһа”, – тип ҡыуаныслы шыбырланы. Бер-ике көн үткәйне:

– Килен, самауырымды алайым инде! – тип бер күршеһе инде.

Кискә табан өлкән генә инәй:

– Киленсәк, кейеҙемде алайым тигәйнем, – тип урындыҡтағы аҡ кейеҙҙе һыпырып алып сығып китте. Уның артынса уҡ ике балапан инеп:

– Әсәйем алып ҡайтырға ҡушты, – тип иҙәндәге балаҫты төрөп ҡултыҡтары аҫтына ҡыҫтырҙы.

Кискеһен кейәүем эштән ҡайтыуға шыр яланғас өйҙә тор ҙа ҡал. Эй әңгәмә! Килен төшөргәндә шыҡһыҙ булмаһын тип күрше-күлән бисәләр тырыштырған икән. Бигерәк нәфсеһеҙ ҙә булынған. “Юҡ!” – тип көйә лә белмәйем, урындыҡ өҫтөнә әсәм бирнәгә әҙерләгән ҡорама юрғанды түшәп һалғанмын да ирем ҡайтҡанда шарҡылдап көлөп ултырам. Һармаҡлыҡ инде! Килеп инде лә ҡосаҡлап иланы шунда. Һыр бирмәһә лә, нимә булыр, тип һыҙланып йөрөгән икән, йөрәккенәм. Етем кешенең күңеле китек була бит ул, ни тиһәң дә...

– Эй, инәй, – тине шунда эшсе егеттәрҙең береһе. – Әкиәт кеүек итеп тыңлап ултырабыҙ. Был тиклем юҡлыҡты күҙ алдына ла килтерерлек түгел.

– Шунан нишләнегеҙ инде?

– Нурулла ла шулай тине: “Шунан нишләйбеҙ инде, кәләш?”

“Ҡаҙан аҫырға сыуал бар. Сәй ҡайнатырға ҡаҙан бар. Сәй эсергә үҙең соҡоп яһаған сеүәтәләр бар. Тағы беҙгә ни кәрәк?” – тинем. Дөрөҫө лә шул: ҡулынан алтын ҡойола ине. Эргәһендә, ул кәрәк тә был кәрәк, тип дәртләндереп кенә торһаң, бөтә нәмәне эшләй: тырызын да, кәрзинен дә үрә, тәпәнен дә яһай. Ярты йыл эсендә һауыт-һаба, йорт-йыһазды вис еткерҙе. Ә бит беҙ, ике шырмый, донъя көтәбеҙ, тип үтә тырышҡандарҙан да түгел инек.

Үкһеҙ йәтим ине бит. Яҡты донъяла япа-яңғыҙ булыуҙан ҡаҡшаған булған инде, миңә йәненең яртыһылай күреп эҫенде лә ҡуйҙы ул. Ҡунаҡ-фәләнгә йәки уйынға барһаҡ, саҡ ҡына эргәһенән китһәм дә, үҙе лә абайламаҫтан, күҙҙәре менән мине эҙләй башлар ине. Ҡыҙғанғандан түгел, юҡһыныуҙан... Әхирәттәрем менән шырмыйланып, уның был ҡылығынан көлөп бер була торғайныҡ. Ҡыҙҙар мине йәшерә лә, уның тынғыһыҙланғанын мәҙәк күреп күҙәтә. Борсолоуы тотош биләп алып, сигенә еткәндәй булһа, мине уртаға төртөп сығаралар ҙа, уның ҡыуаныстан йөҙө балҡып, ауыҙы ҡолағына етә. Эй, әңгәмә!

Әллә үҙе артыҡ йәлләү күрмәй үҫкәнгә, эй йәлләй торғайны. Бөтөн донъяны үҙенең йылыһында йылытырға тырышҡандай йәлләй белде. Колхоз эшенән ҡараңғыла ҡайтып инһә лә, көнө буйы бала менән арыйһың, тип керен дә йыуып ташлар ине. Бала илаһа, тора һалып йыуатыр, йүргәген алмаштырыр ине. Икенсе баланы яңғыҙыма ҡарарға тура килгәс кенә төшөндөм мин тәүгеһен ҡайһылай анһат баҡҡанымды...

Фото m.ok.ru

(ДАУАМЫ БАР.)

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас: