Бөтә яңылыҡтар

“Бал ҡорттары сәскәләрҙе һурып-һурып үбәләр”

Ҡәҙерле дуҫтар! "Яҙғы моңдар” шиғриәт конкурсында ихлас ҡатнашыуығыҙ өсөн ҙур рәхмәт! Бергәләшеп йырлы-моңло халҡыбыҙ араһында йәшәгән, ижад иткән һәләтле кешеләрҙе таптыҡ, матур әҫәрҙәрен уҡып ҡыуандыҡ. Шиғыр өсөн мөһим рифма, ритм, фекер, образлылыҡ етешмәгән шиғырҙарҙы баҫтырып булманы. Уларҙың авторҙары быны дөрөҫ аңлап, шиғырҙарын камиллаштырыу өҫтөндә эшләр һәм киләһе конкурстарыбыҙҙа яңы көс һәм дәрт менән ҡатнашыр, тип уйлайым. Иғлан итеүебеҙсә, еңеүселәр “лайктар” аша билдәләнә. Уларҙың шиғри шәлкеме гәзитебеҙҙә донъя күрәсәк, авторҙарыбыҙ баҫмабыҙҙың дипломы һәм автографлы китаптар менән бүләкләнәсәк. 11 майға киске сәғәт 8-гә тиклем, дуҫтар, лайктар йыйыуҙы дауам итәбеҙ. Еңеүселәр 12 майҙа билдәле буласаҡ. Хәҙер һуңғы конкурсантыбыҙ - Белорет районының Инйәр ауылынан Фәйрүзә КИНЙӘБАЕВА. Уның шиғырҙарын сайтҡа инеп уҡығыҙ:  

“Бал ҡорттары сәскәләрҙе һурып-һурып үбәләр”
“Бал ҡорттары сәскәләрҙе һурып-һурып үбәләр”

Яҙ туйы

Ҡар япманы алып ташлап,

Ергә биреп бар наҙын,

Яҙғы ҡояш йомарт һибә

Сағыу, йылы нурҙарын.

 

Ана, ҡоштар эркелешеп

Ҡайтҡандар яҙ туйына.

Кемуҙарҙан йырлашалар

Улар көндәр буйына.

 

Барса ерҙә илаһилыҡ,

Эй шат уйнай күбәләк.

Бал ҡорттары сәскәләрҙе

Һурып-һурып үбәләр.

 

Мөхәббәтем менән бәхетлемен

Бик тә бәхетлемен – тормош юлын

Һинең менән бергә үткәнгә,

Ҡояш менән биҙәп иртәләрҙе,

Кистәремде айлы иткәнгә.

 

Ғүмер буйы һөйөп туялманым,

Һөйөлөп тә туймам үҙем дә.

Танһыҡтарым ҡанмаҫ мөхәббәтем

Итте мине шаян, түҙем дә.

 

Көҙҙәргә мин үҙем яғам ялҡын,

Ҡарашымдан ҡарҙар нурлана.

Яҙҙар етһә, һәр бер ҡош телендә

Мин өләшкән йырҙар йырлана.

 

Мин  бәхетле

Кисем  етте.

Осам ҡосағыңа,

Тәүге төндәй, янып, талпынып.

Ҡосам һине,

Күкрәгемә ҡыҫып,

Йөрәгемдә – хистәр ялҡыны.

 

Һин – минеке,

Һин – минеке генә,

Ирендәрем ҡуя мисәтте.

Мин – бәхетле,

“Һин бәхетле!” – тиеп,

Күктә яна йондоҙ, иҫәпһеҙ.

 

Автор:Танзиля Давлетбердина
Читайте нас: