Рәсәй Президенты В.В. Путиндың 2018 йылдың 7 майындағы указына ярашлы барлыҡҡа килгән бихисап милли проекттар ил халҡының тормош-көнкүреш шарттарын яҡшыртыуҙы, ял һәм белем алыу мөмкинлектәрен киңәйтеүҙе, һаулығын нығытыуҙы һәм башҡа көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итеүгә йүнәлтелгән. Шуларҙың береһе – “Мәҙәниәт” милли проектына (национальный проект "Культура") илдең бәләкәй ҡала һәм ҡасабаларында ла мәҙәни тормошто йәнләндереү, төрләндереү, сифатын яҡшыртыу бурыстары һалынған.
Проект тормошҡа ашырыла башлағандан алып республикабыҙҙың мәҙәниәт өлкәһе ыңғай үҙгәрештәр кисерҙе: тиҫтәләгән ауыл клубтары яңыртылды, моделле китапханалар, яңы кинозалдар асылды, ҡайһы бер райондар мәҙәниәт учреждениеһы булмаған алыҫ ауылдарҙа мәҙәни саралар үткәреүгә тәғәйенләнгән автоклубтар менән тәьмин ителде, виртуаль концерт залдары барлыҡҡа килде, балалар сәнғәт мәктәптәренә музыка ҡоралдары ҡайтарылды. Тағы башҡа матур ғәмәлдәргә нигеҙ һалынды.
Ошо арала тағы бер һәйбәт яңылыҡ мәғлүм булды: Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы Башҡортостан республика мәҙәниәт һәм сәнғәт колледжы нигеҙендә креатив индустриялар мәктәбе асыу көтөлә. Бында дүрт студия эшләйәсәк: анимация һәм 3D-графика, тауыш режиссураһы һәм тауыш дизайны, заманса электрон музыка, фото- һәм видео етештереү.
Был мәктәптә 12–17 йәшлек уҡыусы балалар ижади һөнәрҙәр нескәлектәрен өйрәнәсәк. Киләһе көҙ 80 кешене туплаған беренсе төркөм уҡый башлар, тип күҙаллана. Мәктәпте булдырыуға 46 миллион һумдан ашыу аҡса бүленә, шуның 39-ы – федераль ҡаҙнанан, тип хәбәр итә Мәҙәниәт министрлығы.
Рәсәйҙә быйыл йәмғеһе 32 креатив индустриялар мәктәбе (КИМ) асыласаҡ, тип хәбәр иткәйне илдең мәҙәниәт министры урынбаҫары О. Ярилова. Ә 2024 йылға ҡәҙәр уларҙың һаны 86-ға етергә тейеш. Уҡыу ике йыл дауам итә.
Бындай мәктәптәрҙең үҙенсәлеге шунда: элек заманса ижади йүнәлеш һөнәрҙәренә бушлай колледж, вуз студенттары ғына уҡый алһа, хәҙер үҫмерҙәр ҙә бындай мөмкинлеккә эйә буласаҡ.
Шуныһын да билдәләп үтергә кәрәк: креатив индустриялар мәктәптәре “Мәҙәниәт” милли проекты бурыстарын торошҡа ашырырға ярҙам иткән “Рәсәйҙә уйланылған” федераль проектына ярашлы барлыҡҡа килә.
Фото: бртк.рф