Билдәле йырсы Гүзәл Ураҙова бер ҡосаҡ сәскә ҡосаҡлап төшкән видеояҙмаһын ҡуйған да "кисәге яҙмала бер ҡатын Илдар - "подкаблучник" тип яҙған, уға күрһәткән инем, рәхәтләнеп көлдө лә, апаға бәхет етмәгән, тине" тигән. Видеоны уның ире Илдар төшөрә һәм кәләшенә ҡарата матур, йылы һүҙҙәрен йәлләмәй. Бик күркәм күренеш. Яратылып, яратып йәшәһен бар парҙар!
Ә Гүзәлдең тамашасылары, дуҫтары уға теләктәшлек белдереп, "4 бала табып биргән ҡатынға подкаблучник булыуҙың бер ояты ла юҡ", "көнсөлдәр шулай ти, ял көндәрендә ирем иртә тора, беҙ торғансы иртәнге аш өҫтәле әҙерләп ҡуя, миңә ҡарата хөрмәтен ул шулай күрһәтә", "Шундай матур ҡатынға һәр бер ир подкаблучник булырға теләр ине! Бер ояты ла юҡ. Ул шулай итеп үҙенең һөйөүен, ихтирамын күрһәтә. Башҡа ирҙәргә өлгө алырға ғына ҡала", "Илдарҙы маҡтап йәки киреһенсә яҙыуҙың бер ҙә кәрәге юҡтыр. Уның ғаиләһендә, тормошта ниндәй икәнен Гүзәлгә ҡарап белергә була, минеңсә. Илдар ғаилә тотҡаһы ғына түгел, тормоштарының дилбегәһен ныҡлы тотоп алып бара торған ир-егет тип һанайым, хөрмәт итәм, яратам ошо ғаиләне, концерттарын көтөп алам!" тигәндәр.
Һеҙ нисек уйлайһығыҙ, дуҫтар? "Подкаблучник" булыу яҡшымы, насармы? Ғөмүмән, ниндәй ирҙәрҙе хөрмәт итәһегеҙ?
Фото: urazova_official