Кисә иртән төркөмдә күпселеккә билдәһеҙ йырсы Йәнбикә Хәсәнованың йырлы видеояҙмаһын ҡуйғайныҡ, халыҡҡа бик оҡшаны. Уның ижадын күҙәтеп барһам да, бер нисә ай элек бер сығышын тәҡдим итһәм дә, ул хәтлем иғтибар булмағайны. Ә кисә уның моңло тауышына яҡшы баһа биреп, 36 мең кеше ҡараны, меңгә яҡыны лайк ҡуйҙы, 200 кеше үҙенә күсереп алды, 122 комментарий яҙылды. Халыҡтың һуңғы осорҙа халыҡсан башҡарыуға, үҙенсәлекле тәбиғи моңға һыуһағаны һиҙелә.
Беҙ Йәнбикә менән бәйләнешкә сыҡтыҡ. Хәйбулла районының Яңы Ергән ауылы ҡыҙын яҙмыш Себер яҡтарына ташлаған икән. Ул Төмән өлкәһенең Тубыл ҡалаһында йәшәй. Үҙе Рәсәй тимер юлы компанияһында эшләһә лә, йырҙы ғүмерлек юлдашы итеп алған.
Ғаиләләге биш баланың уртансыһы бала саҡтан шундай мөхиттә үҫкән. Атаһы гармунда уйнаған, әсәһе йырлаған. Һинд киноһын ҡарарға барғанда бәләкәй Йәнбикәне лә алғандар. Ҡыҙыҡай үҙенсә ҡабатлап сит телдә йырлап йөрөр булған. Әле ул һинд йырҙарын да бик хисле итеп башҡара.
– Мәктәптән һуң Аҡъяр ауылындағы 110-сы һөнәрселек училищеһына уҡырға индем. Артабан Йылайыр совхоз-техникумында белем алдым. Кейәүемде осраттым. Улыбыҙ тыуғас иһә, Яҡут (Саха) яғына сығып киттек. Унда ун йыл йәшәнек, шул арала Иркутскиҙа университет тамамланым, – ти Йәнбикә.
Улы ла үҫкән инде, армияла хеҙмәт итеп ҡайтып, эшләп йөрөй.
Яҡташыбыҙ үҙенең йырҙарын яҙҙырып, интернетҡа һала торғас, уға иғтибар итәләр. Популяр йырҙар авторы, йырсы-композитор Флүрә Үҙәнбаева хеҙмәттәшлек тәҡдим итә. Уның "Яралар" тигән йыры Йәнбикә башҡарыуында бигерәк хисле килеп сыға.
Йәнбикә Хәсәнова дуҫтарын даими рәүештә ижады менән таныштырып бара. Төрлө телдә йырлай. Төрлө милләт кешеләре менән парлап та, төркөмләп күмәкләп тә йырлайҙар.
Афарин! Йырла, Йәнбикә, беҙ тыңларбыҙ.
Фото: Й. Хәсәнованың шәхси архивынан.