Бөтә яңылыҡтар

“Әллә яҙы үтә ялҡауланды, әллә ҡышы үтә ҡарышты...”

“Яҙғы моңдар” шиғриәт конкурсында сираттағы ҡунағыбыҙ - Әбйәлил районының Туйыш ауылынан Әнисә МАХИЙӘНОВА.   *        *        * Әллә яҙы үтә ялҡауланды, Әллә ҡышы үтә ҡарышты, Икеһе лә, берен-бере уҙып, Тартҡылашып, һаман ярышты.   Һуңлап сәскә атты алмағастар, Тоя, ахыры, улар һалҡынды. Яҙҙың һүрән генә йылыһына Үләндәр ҙә һуңлап ҡалҡынды.   Алмағастың гүзәл сәскәләрен Ҡояш нуры ғына ялмаһын, Ҡырыҫ яҙы үтеп, йәйҙәр етеп, Тәм итергә яҙһын алмаһын.

“Әллә яҙы үтә ялҡауланды, әллә ҡышы үтә ҡарышты...”
“Әллә яҙы үтә ялҡауланды, әллә ҡышы үтә ҡарышты...”

*        *        *

Әллә яҙы үтә ялҡауланды,

Әллә ҡышы үтә ҡарышты,

Икеһе лә, берен-бере уҙып,

Тартҡылашып, һаман ярышты.

 

Һуңлап сәскә атты алмағастар,

Тоя, ахыры, улар һалҡынды.

Яҙҙың һүрән генә йылыһына

Үләндәр ҙә һуңлап ҡалҡынды.

 

Алмағастың гүзәл сәскәләрен

Ҡояш нуры ғына ялмаһын,

Ҡырыҫ яҙы үтеп, йәйҙәр етеп,

Тәм итергә яҙһын алмаһын.

 

*        *        *

Бар тәбиғәт ҡыштан арына –

Морон төрткән, ана, һарына.

Тиҙҙән ҡарлуғастар оя ҡорор,

Ташҡын ҡайтһа йылға ярына.

 

Бәпембәләр сәскә атҡандар,

Ҡурҡмай икән улар һалҡындан.

Күренер-күренмәҫ кенә, йәшәреп,

Бәпкә үләндәре ҡалҡынған.

 

Тулышҡандар һутҡа бөрөләр,

Япраҡ булып улар терелер...

Ҡоштар йыры, япраҡ шауынан

Бар тирә-яҡ моңға күмелер.

 

Бар тәбиғәт ҡыштан арына,

Йылға аға, һыймай ярына.

Ҡаршылайыҡ килгән яҙҙарҙы

Шөкөр итеп кенә барына!

 

*        *        *

Ҡайтты, ҡайтты сыйырсығым

Яратҡан ояһына!

Талпына-талпына һайрай,

Йыр-моңон ҡоя ғына.

 

Шатлығы эсенә һыймай,

Ҡайттыҡ, тиеп, тағы ла.

Улар ҙа бит ҡыш үткәнсә

Тыуған яғын һағына!

Автор:Танзиля Давлетбердина
Читайте нас: