Май байрамдары дауам итә. Алда беҙҙе төп патриотик байрам - 9 Май көтә.
Уҡыусылар һәм студенттар, «Пушкин картаһы»н ҡулланып, байрам көндәрен ҡыҙыҡлы һәм файҙалы итеп үткәрә ала. Картаны 14-22 йәшлек бөтә Рәсәй граждандары алырға мөмкин.
Картаның лимиты - биш мең һум, шуның ике меңен кино билеттарына тотонорға була. Май байрамдарына бик күп кинопремьералар, шулай уҡ Еңеү көнөнә ҡарата хәрби-патриотик фильмдар күрһәтеү планлаштырылған.
Хөкүмәт ҡабул иткән саралар һөҙөмтәһендә Рәсәйҙәге барлыҡ балалар мәҙәни сараларҙа ҡатнаша ала.
Пушкин картаһы буйынса файҙаланып булған сараларҙың тулы исемлеге ошонда:
https://culture.bashkortostan.ru/presscenter/news/450..
Пушкин картаһын теркәү һәм уның буйынса түләү йәһәтенән аңлатмаларҙы түбәндәге һылтанмаларҙа ҡарағыҙ:
https://национальныепроекты.рф/news/pushkinskaya-kart.. йәки https://www.culture.ru/pushkinskaya-karta.
Башҡортостанда байрам көндәрендә ҡайҙа барырға мөмкин булыуын һайларға афишалар яҙылған карточкалар ярҙам итәсәк.