Башҡортостандың һәм Татарстандың атҡаҙанған артисы Элвин Грейҙың (Радик Юлъяҡшин) ижадын тамашасылар яратып ҡабул итә. Яңыраҡ йырсы кәләше Инзиләгә бағышлап яңы йыр яҙҙыртҡан. Ул "Рәхмәт" тип атала.
Йырсының яңы йырын ололар ҙа, йәштәр ҙә йылы ҡабул иткән. Радикты премьера менән ҡотлап, уның социаль сәхифәләрендә ҡатынына "рәхмәт" әйтә белеүенә, йырҙың матур булыуына һоҡланыу һүҙҙәрен еткергәндәр.
Беҙ ҙә Радик Юлъяҡшинды йырының премьераһы менән ҡотлайбыҙ һәм киләсәктә лә йәш парҙың бер-береһенә рәхмәтле, матур йәшәүҙәрен теләйбеҙ!
Фото: ufa1.ru