Бөтә яңылыҡтар

“Йәшлеккә тик ишек ябыҡ, асылмаҫ инде келә”

“Яҙғы моңдар” шиғриәт конкурсында сираттағы ҡунағыбыҙ -  Силәбҽ өлкәһҽнең Ҡыҙыл районындағы Ҡыҙыл ауылынан Рәйлә ХИСМӘТУЛЛИНА.   Ғашиҡ инем Күк көмбәҙе Етегәнде Күҙләп күҙҙәр талманы. Серле йондоҙ күктән таптыҡ, Бүләк итә алманың.   Әйткән булдың: ”Йомсо күҙең, Елеп осам йондоҙға!" Көлә-көлә йәшендең һин, Мин күҙемде йомоуға.   Йәшлеккә тик ишек ябыҡ, Асылмаҫ инде келә. Серле йондоҙ, ҙәңгәр хыял Булып һөйгәнем көлә.  

“Йәшлеккә тик ишек ябыҡ, асылмаҫ инде келә”
“Йәшлеккә тик ишек ябыҡ, асылмаҫ инде келә”

Һөйөү йыры

Наҙлы елдәр булып иҫер инем,

Биттәреңә һинең ҡағылып.

Йәйғор булып ҡалҡып алдарыңа,

Ҡараштарың һинең һағынып.

 

Ҡояштың бер нуры булырмын да

Керпек остарыңда баҙлармын.

Сәстәреңә ҡунып күбәләктәй,

Төштәреңә кереп наҙлармын.

 

Йәшнәп кил һин, яҙғы йәшен булып,

Ләйсән ямғыр булып яуырмын.

Әйҙә мине йәшлек илкәйҽнә –

Һөйөү йырың булып ҡалырмын!

 

Тиле йәшлек

Һин көткәндә нишләп мин килмәнем?

Тыҡылданы сәғәт тауышы.

Мин буҫығып тамуҡ көн үткәрҙем,

Үтте төндөң таңға ауышы.

 

Һине һөйөү үҙе ғазап булды,

Нишләп өрктөм ғашиҡ күҙҙәрҙән?

Парлыларҙан ситкә ҡайырылдым,

Тетрәндем мин таныш йөҙҙәрҙән.

 

Гүзәл йәшлек тиле, тиһәләр ҙә,

Шул йәшлектә һөйөү – ул яныу.

Ҡайнар хистәремде һиҙҙермәйсә,

Ҡурҡыу ҡатыш һинән оялыу.

...Күҙҙәреңдән күҙем алмаҫ инем,

Ҡайҙа ҡалдың, йәшлек, хыялый?

 

Ғашиҡ инем

Күк көмбәҙе Етегәнде

Күҙләп күҙҙәр талманы.

Серле йондоҙ күктән таптыҡ,

Бүләк итә алманың.

 

Әйткән булдың: ”Йомсо күҙең,

Елеп осам йондоҙға!"

Көлә-көлә йәшендең һин,

Мин күҙемде йомоуға.

 

Йәшлеккә тик ишек ябыҡ,

Асылмаҫ инде келә.

Серле йондоҙ, ҙәңгәр хыял

Булып һөйгәнем көлә.

 

Ҡалдың йәшлек илкәйендә,

Балҡып һөйөү күгендә.

Йондоҙҙарға меңдәр ғашиҡ

Хыялыйҙар илендә.

 

Һин онотма

Һин онотма әле, хәтерлә,

Еләк еҫе аңҡый тын елдә.

Төштәремдә генә үпһәң дә,

Ҡайнарлығы ҡала ирендә.

 

Һин онотма әле, хәтерлә,

Һары көҙ ул – һары һағышҡа.

Һөйөү йырын йырлап килермен,

Йөрәгеңде сорнап нағышҡа.

 

Һин онотма әле, хәтерлә,

Аҡ бурандар булып килермен.

Семетеп тә үбеп битеңдән,

Ҡуйыныңа елдәй керермен.

 

Миҙгелдәрҙә ғүмер ағышы,

Сылбырына йылдар йыйылған.

Көткәндәр бит түҙә беләләр!

Ҡош юлынан һағыш һыҙылған.

Автор:Танзиля Давлетбердина
Читайте нас: