Бөтә яңылыҡтар

Бер йотом һыу йәлме икән?

Кешенең юҡтан да күңеле була, юҡтан да кителә...

Бер йотом һыу йәлме икән?
Бер йотом һыу йәлме икән?

 

“Беҙ бер-беребеҙ артынан кейемдәрҙе кейеп үҫтек. Хәҙерге йәштәр әйбер ҡәҙерен дә белмәй. Ә бына беҙ йәш саҡта шулай инек тә, былай инек...” тип йыш ҡына өлкәндәр әлеге быуынды тәнҡитләп ташлай. Ул һүҙҙәрҙә ниндәйҙер кимәлдә дөрөҫлөк тә барҙыр. Ләкин мин әлеге  йәштәр араһында үҙ аллылыҡҡа ынтылған, уҡырға ла,  эшләргә лә өлгөргән, шул уҡ ваҡытта кеше хәленә инә белгән, тәүфиҡлы  ҡыҙ һәм егеттәрҙең күп булыуына инана барам. Бөгөнгө бер бәләкәй генә ваҡиға был фекеремде тағы ла нығытты.

Байрам көнө булғас, күптәр үҙ мәшәҡәттәренә күмелгән. Көн дауамына һуҙылған эштән һуң, мин дә яйлап ҡына саф һауа һулап инергә булдым, бер ыңғайҙа  кибеткә лә һуғылдым.  Кеше күп түгел. Артыҡ ашыҡмай ғына  кәрәк-яраҡтарҙы ҡарап йөрөйөм. Ете-һигеҙ йәштәр самаһындағы ике ҡыҙ йүгереп йөрөп үҙҙәренә тәмлекәстәр һайлай. “Бала саҡта бөтә нәмә лә тәмле була бит ул” тигәне иҫкә төшә өләсәйемдең. Ҡыҙҙар әхирәттәр булып сыҡты ахыры. Бер-бер артлы теҙелеп кассир эргәһенә килеп тә баҫтылар. Тәүгеһе түләне лә, әхирәтен көткәнсе ситкә китеп шоколадын аса ла башланы. Икенсеһе лә, йәһәтерәк түләп  уның артынан атларға уйлағайны ла, кассирҙың  “картағыҙҙа аҡсағыҙ етмәй бит” тигәнгә кире боролдо. Әле генә балҡып торған күҙҙәре һүнеп китте. Эргәһендәге әхирәтенә лә, кассир апайға ла ҡыйынһынып ҡарап ала. Шул ваҡыт ҡыҙҙан һуң сиратта  торған йәш кенә бер егеттең “Ҡайҙа үҙем түләйем дә ҡуяйым! Байрам кәйефен боҙмайыҡ бәләкәстең!” тип картаһын кассирға  һуҙып, бер белмәгән баланы  һөйөндөрөүе  йөрәкте йылытып ебәрҙе. Аҡсаны бурысҡа алып тороуы ла ауыр заманда, ҡалала  бындай ҡылыҡты йыш осратмаҫһың шул.

Ошо бөгөнгө күренеште,  әхирәтем һөйләгән бынан бик күп йылдар элек булған икенсе бер ваҡиға алмаштырҙы. Ғәҙәттә, ауылда балалар күмәкләшеп көнө буйы тышта сабып уйнай. Өйҙә ата-әсәй ҡушҡан эште тиҙ генә үтәйҙәр ҙә, йәһәтерәк урамға йүгерәләр. Уйындарҙың ниндәйе генә юҡ: йәшенмәк, бер-береһен баҫтырышлы, тағы ла әллә күпме... Был юлы ла йүгереп хәлдән тайған, ҡыҙарышҡан,  һыуға сарсаған бер нисә бала кемдең өйө яҡыныраҡ шунда йүгерешеп барып инәләр. Һыу сүмесен ҡулда-ҡулға йөрөтөп эсәләр. Берәүҙең эсеп бөткәнен башҡалары сабыр ғына көтөп тора. Сират араларында иң бәләкәсе булған әхирәтемә лә килеп етә. Сүместән бер йотом ғына эсеп өлгөрә ул. Йорт хужабикәһе килеп инеп , “Иҙәнде тапап йөрөмәгеҙ” тип, әхирәтемдең  ҡулынан сүместе тартып ала ла, әрләп сығарып та ебәрә. Йотом һыуын йәлләгән ул апайҙың ҡылығын әхирәтем байтаҡ йылдар үтһә лә аңлай ҙа, онота алманы.

Автор фотоһы.

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: