Башҡортостан
-12 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар

Бөгөнгө башҡорт драматургияһы: ниндәй мәсьәләләр көнүҙәк?

Театр менән тамашасы араһын яҡынайтыуҙың заманса юлдары эҙләнде.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы сайтынан.
Фото:Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы сайтынан.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылы уңайынан күптән түгел “театр сәнғәте” йүнәлеше буйынса ҙур “түңәрәк өҫтәл” ойошторҙо. Унда “Бөгөнгө башҡорт драматургияһы” тигән тема төрлө яҡлап ҡаралды, киң фекер алышыу ойошторолдо.

Сараның модераторы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы ағзаһы, ойошманың мәҙәниәт һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса комиссияһы кураторы, М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры артисы Хөрмәтулла Үтәшев булһа, һөйләшеүҙә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Юлдаш Йосопов, Башҡорт дәүләт академия драма театры режиссеры Айрат Абушахманов, Салауат дәүләт башҡорт драма театры директоры Айбулат Ҡотошов, драматург, сценаристар Сәрүәр Сурина, Шәүрә Шәкүрова, яҙыусы-драматург Зөһрә Бураҡаева, Башҡорт дәүләт драма театры драматургы Әнгизә Ишбулдина ҡатнашты. Республика театрҙарынан “түңәрәк өҫтәл”гә онлайн тәртибендә ҡушылдылар.

Хөрмәтулла Ғаззали улы, сараны асып, Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылында театрҙар эшмәкәрлегенә айырым иғтибар бүлеү маҡсаты ҡуйылғанын билдәләне. “Уңыштарыбыҙ, хәл итәһе мәсьәләләр тураһында бөгөнгө “түңәрәк өҫтәл”дә асыҡтан-асыҡ һөйләшергә ниәт. Һөҙөмтәлә резолюция ҡабул итеп, юғары власть органдарына ҡарарға ебәреү планлаштырылған. Шуның өсөн аныҡ тәҡдимдәрегеҙҙе еткереүегеҙ һорала”, – тине Хөрмәтулла Үтәшев.

Хәҙерге тамашасы ниндәй образдар көтә?

 

Тәүге һүҙҙе алып, Юлдаш Йосопов быйылғы Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылы уңайынан сараларҙың теоретик форматта ла, ғәмәли рәүештә лә үтеүен билдәләне. Төп маҡсаттарыбыҙҙың береһе – сәнғәт өлкәһе тармаҡтарын бер-береһе менән аралаштырыу, бер майҙанға туплау, дөйөм эште уртаҡ фекергә килеп ойоштороу.

– Беҙҙең алда тәү сиратта ошо һорау торорға тейеш: кем ул ижадсы башҡорт, булдырыусы башҡорт? – тип һүҙ башланы Юлдаш Мөхәммәт улы. – Совет заманында, беләбеҙ, башҡорт-яусы, башҡорт-һаҡсы образдары өҫтөнлөк иткән. Бик яҡшы. Был образ булырға тейеш, әммә хәҙер уны үҫтерергә, киңәйтергә кәрәк. Тарихыбыҙҙы байҡаһаҡ, унда яусылар ғына түгел бит. Мәҫәлән, Исмәғил Тасимовты алайыҡ. Тау училищеһын булдырған шәхесебеҙ сәнәғәт тураһында ғына уйламаған, ә иң беренсе рәттә башҡорт балаларына ошо йүнәлештә белем биреү, тимәк, милләтебеҙҙе үҫтереү, уға ҡеүәт биреүҙе хәстәрләгән. Бындай рухлылар ерле юҡтан барлыҡҡа килмәй, уларҙы халыҡ тыуҙыра. Шул уҡ легендар генерал Миңлеғәле Шайморатовты алайыҡ. Таһир Кусимовты. Һәм, мәҫәлән, Муллайән Халиҡовты. Билдәле булыуынса, ошо көндәрҙә уға Бүздәктә бюст ҡуйылды. Кем ул Муллайән Халиҡов? Яусы ла, батыр ҙа түгел. Әммә ул халҡыбыҙ, төбәгебеҙ, илебеҙ өсөн шул ҡәҙәр күп эш башҡарған. Шәхестәребеҙ араһындағы бына ошо төрлөлөккә ҡарап, тамырҙарыбыҙҙы байҡап, бөгөнгө милләтебеҙҙе үҫтереү киңлектәрен, мөмкинлектәрен өйрәнергә кәрәктер, тип иҫәпләйем. Бындай образдарҙы театрҙа­рыбыҙға нисегерәк индерергә мөмкин, шул алымдарҙы бергәләп ҡарау мөһим.

– Ысынлап та, башҡорт яугир генә булмаған, мин дә был хаҡта электән әйтеп киләм, – тип фекерҙе дауам итте М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры режиссеры Айрат Абушахманов. – Башҡортто яугир тип кенә күрһәтеү ижади процесты шул ҡәҙәр тарайта. Мин Рәсәй театрҙар эшмәкәрҙәре союзының милли кабинеты секретары вазифаһында эшләй башлағандан алып илебеҙҙең башҡа төбәктәрендә лә йыш булғас, уларҙағы эшмәкәрлек менән сағыштырып фекер йөрөтәм. Беҙҙә ниңәлер шундай тенденция бар – үткәндәр менән йәшәйбеҙ. Эйе, тарихыбыҙҙы, шәхестәребеҙҙе мотлаҡ күрһәтергә кәрәк, тейешбеҙ, тик уның икенсерәк юлын табыу мөһим. Мәҫәлән, беләһегеҙ, Ризаитдин Фәхретдиновтың әҫәре буйынса “Әсмә” спектаклен ҡуйҙыҡ. Дини-фәлсәфәүи әҫәрҙән Шәүрә Шәкүрова инсценировка эшләне. Ошо спектаклдә бөгөн дә көнүҙәк булған урындарҙы алға сығарырға тырыштыҡ. Ғөмүмән, ниндәй генә шәхестәребеҙҙе сәхнәгә ҡуйғанда ла, ул образ тамашасыларға бөгөнгө йәһәттән нимәлер әйтергә, юл күрһәтергә тейеш. Ә спектаклде ҡарап, “Элек шулай булған икән дә...” тип уйланып ултырыуҙан, минеңсә, фәтүә юҡ. 

– Эйе, мин Ризаитдин Фәхретдиновтың әҫәренән инсценировка әҙерләгән саҡта әлеге көнгә ауаздаш булған урындарҙы һайлап күрһәтергә тырыштым. Пьеса боронғо булһа ла, бөгөнгө һорауҙарға яуап бирергә тейеш, – тип ҡеүәтләне драматург-сценарист Шәүрә Шәкүрова. – Тап ошо алым был спектаклдең сәхнәлә оҙағыраҡ тотолоп тороуына булышлыҡ итер тигән уйҙамын. Юғиһә, барығыҙға ла билдәле, тарихты ғына һөйләгән әҫәрҙәр сәхнәлә “ҡыҫҡа ғүмерле”. Шуға ла, Айрат Әхтәм улына ҡушылып, шуны әйтәм: шәхестәребеҙҙе ҡуйғанда бөгөнгө тормош, заман кешеләрен борсоған мәсьәләләрҙе лә сағылдырырға тейешбеҙ. Өҫтәүенә пьесаның теленең дә бөгөнгө тамашасыға аңлайышлы булыуы кәрәк.

Яҙыусы-драматург Зөһрә Бураҡаева, һүҙгә ҡушылып, милли театрҙарға ошо йәһәттән, ысынлап та, төрлө яҡлы бурыс йөкмәтелгәнен билдәләне.

– Мин уларға ошо ҡатмарлы йөкләмә­ләрҙе берҙәй тартып барғандары өсөн рәхмәтлемен, – тине Зөһрә Диҡҡәт ҡыҙы. – Беҙҙең театрҙар тарихты ла күрһәтергә, бөгөнгө мәсьәләләрҙе хәл итеү юлдарын да асып һалырға, шул уҡ ваҡытта туған телебеҙҙе, милли асылыбыҙҙы һаҡларға, өҫтәүенә аҡса эшләргә һ.б. тейеш. Юлдаш Мөхәммәт улы дөрөҫ әйтә, беҙ шәхестәребеҙ өлгөһөн, уларҙың батырлыҡтарын, ижадтарын онотмаҫҡа бурыслы. Һәм быны хәҙер күп осраҡта театрҙар үҙ иңендә йөкмәп бара. Ни өсөн тигәндә, бөгөнгө йәштәрҙең күбеһе китап уҡымай тиерлек. Мәҫәлән, кемегеҙҙең балаһы Дауыт Юлтыйҙың “Ҡан” романынан айырыла алмай ултыра? Ундай осраҡтар юҡ бит. Ошо йәһәттән хәҙер күберәк ышанысты театрҙарыбыҙға, киностудияларға бағлайбыҙ. Тимәк, ысынлап та, тарих менән бөгөнгө тамашасы араһында алтын урталыҡты табырға ынтылырға кәрәк. 

 

“Үҙебеҙҙең ижадсыларҙы ҡулдан ысҡындырмайыҡ”

 

Бөгөнгө башҡорт драматургияһы тигәндә, барыһы ла миллилеккә ҡайтып ҡалырға тейешме? Ундай осраҡта нисек үҫешергә? Был һорауҙарҙы Башҡорт дәүләт академия драма театры режиссеры Айрат Абушахманов күтәрҙе.

– Мине, практик булараҡ, шул һорау уйландыра. Милли башҡорт драматургияһы тигәс, ул башҡорт телендә генә башҡорттар тарафынан яҙылырға тейешме? Ә бит заманында, мәҫәлән, Флорид Бүләков русса яҙған, уны башҡортсаға тәржемә иткәндәр. Шул уҡты Талха Ғиниәтуллин тураһында әйтергә мөмкин. Йәнә башҡорт ҡыҙы тормошон һүрәтләгән Николай Крашенинников хаҡында. Ошо осраҡтар тураһында уйлап ҡараһаң, кемде үҫтерергә тейешбеҙ? Беҙҙең башҡорттар араһында берәүҙәр шәп проза әҫәре яҙа, ә драматургияға барымы юҡ йәки киреһенсә. Был ике араны нисек тә бәйләп, уртаҡ ижад емештәре килтереп сығарыуҙың төрлө юлдарын эҙләйбеҙ. Проза менән драманың төп айырмаһы шунда: драма мотлаҡ ҡуйылырға тейеш. Ә проза юғалмай, уны һәр кем һәр ҡайҙа уҡый ала. Драма ҡуйылмаһа иһә, яҙылыуының мәғәнәһе юҡ. Бына ошо ике “яр”ҙы ҡуша алһаҡ, шәп милли драматургия тураһында һүҙ алып барырға мөмкин буласаҡ.

Һүҙҙе дауам итеп, драматург, сценарист Сәрүәр Сурина төрлө ижади курстарҙың ыңғай һөҙөмтә биреүен билдәләне.

– Мәҫәлән, Башҡортостан Яҙыусылар союзында йәш яҙыусылар, шағирҙар өсөн драматургия буйынса уҡыуҙар үткәргәйнек. Унда байтаҡ һәйбәт әҫәрҙәр булды. Әйтәйек, Рәшит Зәйнуллиндың, Ринат Сөләймәновтың яҙғандарын айырып билдәләргә мөмкин. Этәргес биреп ебәргәндә, уларҙан күпте көтөргә була тип иҫәпләйем. Элекке һымаҡ Талҡаҫ буйында үткәрелгән семинарҙар, шулай уҡ Драматургия һәм режиссура үҙәге кеүек ижади майҙансыҡтар бик кәрәк.

– 2014 йылдан эшләп килгән ошо үҙәк хаҡында әйткәндә, бик күп кеше уның аша үтте, – тип билдәләне Шәүрә Шәкүрова. – Әммә байтағы китте, тәнҡитте күтәрә алманылар. Шуларҙы юғалтыуыбыҙ бик үкенесле. Араларында ифрат бай теллеләр, ҡыҙыҡлы сюжеттар бар ине. Ошондай кешеләр хәҙер бармаҡ менән һанарлыҡ, уларҙы сүпләп йыйырға тура килә. Нисек тә дәртләндереү саралары булдырып, шул ҡәләм оҫталарын һаҡлап ҡалырға кәрәк булған. Тап милли драматургия тураһында һүҙ алып барабыҙ икән, ул бит бер-ике генә кешенән тора алмай. Халҡыбыҙ ҙур, күрһәтәһе мәсьәләләр күп, уларҙы һәр кем үҙенсә сағылдыра ала. Ғөмүмән, ижадсыларҙы ҡулдан ысҡындырып ебәрмәҫлек дәртләндереү саралары етешмәй беҙҙә.

– Ә дәртләндереү сараларының ике яҡ өсөн дә – яҙған кешегә лә, театрҙарға ла файҙаһы булырға тейеш, – тип дауам итте Айрат Абушахманов. – Мәҫәлән, Татарстанда элек йыл һайын “Яңы татар драма конкурсы” тигән проект тормошҡа ашырылып килде. Тәүге урындар өсөн приздар фонды бик һәйбәт ине. Өҫтәүенә, ошо еңеүселәрҙең әҫәрҙәре йыл да китап булып баҫтырылып килде. Тимәк, яҙған кеше лә аҡсаһын ала, театрҙар ҙа милли әҫәрҙәр менән тәьмин ителеп тора.

– Ошоға оҡшаш эште беҙҙә лә театрҙар араһында ойошторорға мөмкин. Әгәр ҙә дәүләттән был маҡсатҡа аҡса бүленмәһә, тим. Иң яҡшы драма әҫәрҙәренә конкурсты республика театрҙары бергәләп уҙғара алыр инек, тип уйлайым, – тип фекерен еткерҙе Салауат дәүләт башҡорт драма театры директоры Айбулат Ҡотошов. – Һәр театр, күпмелер күләмдә аҡса һалып, приз фонды туплаһаҡ, һәләте булған йәштәрҙе ҡыҙыҡһындырырға, шулай уҡ үҙебеҙгә лә заманса милли әҫәр алырға мөмкин булыр ине.

Башҡорт дәүләт академия драма театры драматургы Әнгизә Ишбулдина иһә яҙыуға һәләте, дәрте булған йәштәрҙе әҙәбиәт өлкәһендәге юғары уҡыу йорттарына маҡсатлы йүнәлеш менән индереүгә булышлыҡ итеү тәҡдимен еткерҙе. Әммә улар белем алыуын тамамлағас, күпмелер йыл үҙебеҙҙә эшләргә тейеш.

– Белеүегеҙсә, беҙ Башҡорт дәүләт академия драма театрында үҫмерҙәр менән дә шөғөлләнәбеҙ, – тине ул. – “ДрамКвадратик” тигән проект тормошҡа ашырыла. Мәҫәлән, 13 – 16 йәшлек ҡыҙҙар үҙҙәре пьеса яҙҙы. Был әҫәрҙәрҙе Бәләкәй залда “читка” тип аталған ижади майҙансыҡ сәхнәһендә актерҙарыбыҙ ҡуйҙы. Улар ҡағыҙға ҡарап уҡый, башҡалар тыңлап ултыра – аудиокитап һымаҡ инде. Актерҙар уҡып бөткәс, тамашасылар, авторҙар менән берлектә фекер алышыу уҙғарыла. Үҫмерҙәр ошо рәүешле ижадына баһа, тәҡдимдәр ишетә. Күптәр, әлбиттә, әҫәренә иғтибар күреп, дәртләнеп, яңы ижад эштәренә тотона. Ә былай режиссер менән генә эшләһәләр, тәнҡит һүҙҙәренән ҡанаттары һыныуы ла ихтимал бит. Бәләкәй залда ошолай айына кәмендә ике пьесаны уҡып торорға ниәтләйбеҙ.

 

Әгәр драматург бүлмәлә генә ултырып яҙһа...

 

Драма әҫәрҙәренең йөкмәткеһенә килгәндә, бөгөнгө заман мәсьәләләре күрһәтелергә тейеш, тип билдәләне “түңәрәк өҫтәл”дә ҡатнашыусылар. Был фекерҙе барыһы ла дәррәү хупланы.

– Алда әйткәнебеҙсә, тарихи шәхестәребеҙҙе, үткәндәребеҙҙе сәхнәгә сығарғанда ла бөгөнгө проблемалар менән бәйле күрһәтеү юлдарын эҙләргә кәрәк. Юҡһа, тамашасыларыбыҙҙың кәмеүе ихтимал, – тине Айрат Әхтәм улы. – Беҙҙең төп маҡсат – тамашасыға яҡын булыу. Әммә быға кәртәләр ҙә юҡ түгел. Мәҫәлән, “шундай-шундай темаға, датаға, юбилейға пьеса кәрәк” тигән талаптар ижади эшкә ҡамасаулап ҡуя. Ошо урында Совет власы иҫкә төшә. Ул осорҙа ни өсөн театрҙарға ҙур иғтибар бирелгән?  Театр идеяларҙы тормошҡа ашырырға ярҙам иткән. Халыҡ ундағы образдар аша тәрбиәләнгән. “Театр талантлы, әммә ҡулға өйрәтелгән булырға тейеш” тигән һүҙҙәр ҙә булған бит.  Хәҙер иһә бурыс икенсерәк, мобилерәк, жанрҙар ҙа төрлө. Ғөмүмән, драматургияның сиктәре киң. Һәм бөгөн мин иң нығы шуға ҡаршы – театрҙы ғәмәли сәнғәт тип ҡабул итеүҙәренә. Үҙаллы сәнғәт ул. Гоголь әйткән бит, уның аша халыҡҡа бик күп яҡшылыҡ өләшергә мөмкин, тип. Ә бөгөн, күреп тораһығыҙ, театр хеҙмәткәрҙәренә башкөллө ижадҡа сумырға форсат бирмәйҙәр. Мәҫәлән, урамға төрлө флешмобтарға сығарып әрһеҙләйҙәр. Артисты ваҡлай бит бындай саралар. Элек, мәҫәлән, берәй сәхнә оҫтаһын тамашала күреү өсөн генә театрға килгәндәр, ул йондоҙ кеүек юғарылыҡта торған. Уға һоҡланғандар, оҡшарға тырышҡандар. Ә бөгөн... Сәхнәлә генә йөрөй торған ижадсы, тормош мәшәҡәттәренә күмелеп, урам буйлап флешмобта флаг болғап китеп бара... 

Бөгөнгө тамашасы беҙҙән заман мәсьәләләрен күтәреүҙе көтә. Мәҫәлән, “Ауыл уҡытыусыһы” кеүек спектаклдәрҙе. Уны, билдәле булыуынса, Драматургия һәм режиссура үҙәге (етәкселәре – Зиннур Сөләймәнов менән Әлиә Яхина) һәм З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты студенттары ҡуйҙы. Башҡортостан Яҙыусылар союзының драма секцияһы (рәйесе – Сәрүәр Сурина) тарафынан республика ауылдарына ойошторған “Замандаш-2021” экспедицияһы материалдарына нигеҙләнеп әҙерләнде. Бөгөнгө йәшәйеште күреп, халыҡ менән осрашып яҙылған һәм ҡуйылған документаль драма. Бына шундай булырға тейеш бөгөнгө драматургия! Әҙип кабинетта ултырып, “ниндәй темаға яҙайым икән?” тип баш ватып ултырмаҫҡа, ә халыҡ араһында йөрөп, һөйләшеп, күргән-кисергәндәрен ярып һалырға тейеш. Шул саҡта, пьеса комедия булған саҡта ла, илап ултыраһың. Ә бит беҙҙә бөгөн хатта ҡайһы бер драматургтар бүлмәлә бикләнеп яҙыу түгел, бер-береһенең пьесаһын да килеп ҡарамай. Шуны-шуны ҡараныңмы, тиһәң, “юҡ, мин тамашасы түгел, мин – яҙыусы” тигәндәр бар...

– “Ауыл уҡытыусыһы”, ысынлап та, бик уңышлы проект булды, – тип әңгәмәгә ҡушылды Сәрүәр Сурина. – Тамашасыларға ул ныҡ тәьҫир итте. Халыҡ араһында йөрөп яҙылған әҫәр генә шулай халыҡсан була. Экспедиция ваҡытында, ысынлап та, ауылдарҙа нисек йәшәгәндәрен яҡындан күрҙек, яҙмыштары хаҡында асыҡтан-асыҡ һөйләшеүҙәр барышында кешеләрҙең уй-серҙәрен белдек, бергәләп кисерҙек, тетрәндек. Темалар ярылып ята – яҙ ҙа ҡуй ғына! 

– Эйе, социаль әһәмиәтле пьесалар өсөн нигеҙ бик күп ауылдарыбыҙҙа, – тип хупланы Зөһрә Бураҡаева. – Шул уҡ Бөтә донъя ҡоролтайының “Айыҡ ауыл” проекты нигеҙендә сәхнә әҫәре эшләргә була. Беҙ айыҡлыҡ яҡлы, тибеҙ, ә ошо хаҡ юлға килеү, проблемаһын хәл итеү өсөн айырым кешенең күпме ауырлыҡтарҙы үтеүе сер түгел. Эскән ирҙәр, ҡатын-ҡыҙҙар, ирҙәр, ташландыҡ балалар, етемдәр...

Әлбиттә, бындай киҫкен мәсьәләләрҙе сәхнәгә шунда уҡ сығарып булмай. Улар төрлө яҡлап ҡаралырға, өйрәнелергә, эксперттар фекере аша үтергә тейеш. Бына ошо йәһәттән мин Әҙәби совет булдырырға тәҡдим итәм. Уны, мәҫәлән, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ҡарамағында төҙөргә мөмкин. Шунда ҡабул ителгән резолюция буйынса пьесаның яҙмышы – уны алырғамы, алмаҫҡамы – хәл ителер ине.

Зөһрә Диҡҡәт ҡыҙы шулай уҡ башҡорт әкиәттәрен ҡуйыу тураһында ла фекерҙәрен белдерҙе. “Уларҙы баш ҡалабыҙҙа бер-ике милли гимназия балаларын ғына килтереп күрһәтәләр. “Пушкин карта”һын файҙаланып, ошо әкиәттәрҙе республика райондары буйлап гастролдәргә сығарып күрһәтергә ине”, – тине ул.

Сибайҙың “Сулпан” балалар театрынан Фәһим Сөнәғәтов иһә балалар өсөн әҫәрҙәр табыу ҡыйыныраҡ булыуын билдәләне. “Сәрүәр апай Суринаға, Динара Ҡәйүмоваға рәхмәт – улар тәҡдим итә, – тине ул. – Йәнә шундай шатлығыбыҙ менән уртаҡлашам: Драматургия һәм режиссура үҙәге беҙҙең “Сулпан” театры ҡарамағында лаборатория үткәрергә тәҡдим итте. Ҡыуанып риза булдыҡ. Үҙебеҙгә лә тәжрибә буласаҡ бит инде. Икенсенән, драматургтар әҫәрен сәхнәлә күреп, яңылыш урындарын аңлап, һабаҡ алып, артабан ижадҡа дәртләнһә, бик шәп буласаҡ”.

 

* * *

 

“Түңәрәк өҫтәл”дә драматургия буйынса семинарҙар, конкурстар, фестиваль үткәреү мөһимлеге, ведомстволарҙан гранттар бүлеү кәрәклеге билдәләнде, матбуғат баҫмалары менән тығыҙ эшләргә саҡырылды. Сара һөҙөмтәһе буйынса резолюция ҡабул ителеп, юғары власть органдарына ҡарауға ебәреләсәк. Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылына ярашлы ошондай һөйләшеүҙәр артабан да дауам итәсәк.

 

Дилбәр ИШМОРАТОВА.

Читайте нас в