Бөтә яңылыҡтар

“Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!” шиғырына көй яҙылған

Режиссер Илнур Лоҡманов ниндәй тамашаға саҡыра? 

“Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!” шиғырына көй яҙылған
“Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!” шиғырына көй яҙылған

“Башҡортостандың атҡаҙанған халыҡ ижады коллективы” исемен йөрөткән "Ҡорос" халыҡ театры барлыҡ сәхнә ижадын һөйөүселәрҙе документаль факттарға һәм тормош ваҡиғаларына нигеҙләнеп бәйән ителгән "Аҡмулла" бер актлы спектакленең премьераһына саҡыра.

Спектакль 15 майҙа, 19.00 сәғәттә М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының тамаша залында үтәсәк (Октябрь революцияһы урамы, 3А, 2-се корпус).

Ижади сара Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылына, шулай уҡ башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, бөйөк мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуыуына 190 йыл тулыуға арнала. 

Спектаклдең режиссеры, сценарий авторы – "Ҡорос" халыҡ театры етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актеры Илнур Лоҡманов.

Илнур Флүр улы билдәләүенсә, был әҫәрҙә башҡорт халҡының аҫыл уғланы Мифтахетдин Аҡмулланың ғүмер юлына байҡау яһала. Унан тыш, фәҡәт ошо спектакль өсөн Аҡмулланың данлыҡлы әҫәренә – “Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!” шиғырына көй яҙылған (музыка авторы – Ильяс Кинйәғолов, башҡарыусыһы – Илнур Лоҡманов), ул тамаша аҙағында яңғыраясаҡ.

"Йор һүҙ, аһәңле моң менән халҡын донъяны йәмләп йәшәргә әйҙәгән сәсәндең тормошо ниндәй булған; иңенә ятҡан һынауҙарҙы, ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға уға нимә ярҙам иткән? Мөхәббәтме, рухмы, аң-белемме? Спектаклдә бына ошо төрлө яҡлы һорауҙарға ижади күҙлектән сығып яуап эҙләйҙәр. Ғөмүмән, был спектакль – тарихи шәхесебеҙ хаҡында иҫтәлекте мәңгеләштереү йәһәтенән башҡарылған эштәрҙең береһе. Мифтахетдин Аҡмулланың даны башҡорт ерҙәренән алыҫҡа ла таралған булған. Әммә ул тәү сиратта башҡорттарҙың булмышын, йәшәйешен, рухиәтен сағылдырған олуғ мәғрифәтсе булып ҡала. Шулай итеп, халҡының тарихына, мәҙәниәтенә, киләсәгенә битараф булмаған һәр кемде 15 майҙа спектаклдә көтөп ҡалабыҙ, – ти Илнур Флүр улы.

Фотолар И. Лоҡмановтың шәхси архивынан.

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: