Еңеү көнөндә Өфөләге концертта сығыш яһаған Рәсәй йырсыһы Николай Басков Башҡортостандың халыҡ артисы исемен алғасмы, әллә республикабыҙҙы ысынлап оҡшатыпмы, йәйгеһен ике көнгә ялға килергә уйлай. Был турала "Республика Башкортостан" гәзитенең сайты хәбәр итә.
– Мине рафтингҡа саҡырҙылар, – ти ул. – Һуңғы ваҡытта беҙҙең илдә ял итеү менән ҡыҙыҡһына башланым. Мине Алтай хайран итте, Башҡортостан да һоҡландырыр тип уйлайым. Өфөгә яңғыҙ сығыш яһарға ла, ҙур тур составында ла килгәнем бар, ә бына ял итергә тәүгә йыйынам.
Николай Басков ҡайһы йылға буйлап ағып төшөр икән: Ағиҙелме, Инйәрме, Йүрүҙәнме?..
Фото www.vokrug.tv