Май байрамдарында уҙғарылған "Яҙғы моңдар" конкурсында байтаҡ һәүәҫкәр шағир ҡатнашты. Барығыҙға ла ҙур рәхмәт! Күңелегеҙ тулы моң, йылы хис-тойғо! Йөрәгегеҙҙә – бар донъяға, кешеләргә, яҡындарығыҙға саф, оло мөхәббәт! Һеҙҙең менән тормош тағы ла матурыраҡ, яҡтыраҡ! Киләсәктә конкурсҡа ваҡытты мулыраҡ бүлеп, күберәк шағирҙарҙы майҙанға сығарырға тырышырбыҙ.
Еңеүселәрҙе билдәләгәндә тәү сиратта лайктарға өҫтөнлөк бирелде. Өлгөргән, үҙенсәлекле шағир Әкрәм Ҡәйепҡоловтың шиғриәтен дә билдәләп үттек. Ихлас ҡотлайбыҙ еңеүселәребеҙҙе! Улар “Башҡортостан” гәзитенең дипломдары, автографлы китаптар менән бүләкләнәсәк. Шиғырҙары “Башҡортостан” гәзите биттәрендә донъя күрәсәк.
Бына улар – еңеүселәр:
I урын – Клара СӘФӘРОВА (Дүртөйлө ҡалаһы), Әкрәм ҠӘЙЕПҠОЛОВ (Баймаҡ районы);
II урын – Хәмдиә КИНЙӘМОРАТОВА (Учалы районы), Марсель ХАММАТОВ (Әбйәлил районы);
III урын – Флүрә МАЛИКОВА (Бөрйән районы), Нәркәс ҠӘЙЕПҠОЛОВА (Әбйәлил районы, БДМУ студенткаһы).
Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ! Конкурсыбыҙҙа ҡатнашҡан һәр кемгә, уларҙы дәртләндереп тауыш биргән барлыҡ дуҫтарыбыҙға ҙур рәхмәт! Һәммәгеҙгә лә һаулыҡ, уңыштар теләйбеҙ. Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ!
Фотолар конкурсанттарҙың шәхси альбомынан.