Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Рәсәйҙең халыҡ артисы Ренат Ислам улы Ибраһимов вафат булды. Был яңылыҡ Башҡортостан халҡын, сәнғәт һөйөүселәрен ныҡ тетрәндерҙе.
Оло талант эйәһенең хәләл ефете Светлана Ибраһимова әйтеүенсә, кискеһен йөрәге ауыртҡас, "Ашығыс ярҙам" саҡырталар, әммә, үкенескә күрә, һуң була... Был хаҡта Татарстандың “Бизнес Online” баҫмаһы хәбәр итә.
Уҡыусыларыбыҙҙы бөгөн уның күп яҡлы таланты менән бер аҙ таныштырып үттек: халыҡ йырсыһы, билдәле операларҙы башҡарған виртуоз һәләт эйәһе, композитор, рәссам, продюсер, режиссер... Интервьюларҙың береһендә Ренат Ибраһимов: ”Минең башҡорт тамырҙарым да бар”, – тип белдергәйне.
– Атайым Башҡортостандан. Ауылдың исеме – Бишенде (Туймазы районы. - Ред.), Октябрьский ҡалаһы эргәһендә. Мин был ауылда булдым, унда олатайымдың йорто бар ине, хәҙер ул юҡ, яңылары төҙөлгән. Минең башҡорт тамырҙарым да бар: өләсәйем башҡорт ине, – тине йырсы.
Йырсы Өфөгә йыш ҡына концерттар менән килде. Уның “Ай, былбылым” йырын башҡарғанда залдың үрә тороп алҡышлағанын иҫкә төшөрөп һөйләргә генә ҡалды...
Фото: Экспресс-газета.