Бөтә яңылыҡтар

"Рәхмәтлемен Хоҙайыма" тип башҡортса йырлағайны...

"Ты - супер" проектында ҡатнашҡан талантлы яҡташыбыҙ Зарема Шәйхетдинованың яҙмышы тураһында - яҙмала.

"Рәхмәтлемен Хоҙайыма" тип башҡортса йырлағайны...
"Рәхмәтлемен Хоҙайыма" тип башҡортса йырлағайны...

Билдәле булыуынса, үҙәк телеканалдарҙа ойошторолған социаль әһәмиәтле музыкаль проекттар республикабыҙҙағы күп талантлы балаларға үҙҙәрен күрһәтергә, артабан үҫергә мөмкинлек бирҙе. Ошондай һәләтлеләр араһында Зарема Шәйхетдинова ла бар. Белеүегеҙсә, ул НТВ каналының “Ты - супер!” проектында уңышлы сығыш яһаны.

Ул саҡта, 2018 йылда, Заремаға 15 йәш ине. Ҡыҙ музыканттар ғаиләһендә тыуған: атаһы музыка ҡоралында уйнаған, әсәһе – төркөм солисы. Ғаилә тормошо атаһының вафатынан һуң туҡталған: әсәһе эскегә бирелгәс, Зареманы һәм уның бер туғанын балалар йортона оҙаталар. Барлыҡ ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, ҡыҙ йырлауын дауам итә. Ул Көньяҡ Кореяны күрергә, профессиональ йырсы булырға хыяллана.

Ҡыҙ “Ты - супер!” проектында финалға сығыу өсөн “Рәхмәтлемен Хоҙайыма” йырын башҡарҙы. Ул сығыш яһай башлау менән Сергей Лазерев йәшел ут төймәһенә баҫты, унан һуң Игорь Крутой ҙа хупланы. Аҙаҡ иһә йырсы Юлиана Караулова һәм продюсер Виктор Дробыш йәшел төймәгә баҫып, ҡыҙға артабан проектта ҡатнашыуға юл асты. Унан алдағы сығышта иһә Зарема өсөн баһалама ағзалары араһынан Владимир Пресняков ҡына тауыш биргәйне. Ул ҡыҙҙы яҡлап алып ҡалып, ҙур мөмкинлек бирҙе. Виктор Дробыш Заремаға рус телендә лә йырлап ҡарарға, талантын киңерәк майҙанда күрһәтеү маҡсатында эшләргә кәңәш итте.

Зарема Шәйхетдинованың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән күренеүенсә, ул шул 2018 йылда Өфө дәүләт сәнғәт училищеһында уҡый башлаған, һөнәри белем алыуын быйыл тамамларға тейеш. Талантлы яҡташыбыҙға артабан да ҙур уңыштар, бар хыялдарының тормошҡа ашыуын теләйбеҙ. Бөгөн, Халыҡ-ара ғаилә көнөндә, Зареманың 2018 йылдағы сығышын тәҡдим итәбеҙ: "Атай-әсәй тиеп әйтеү насип булһын һәр кемгә" тип йырлай ул.

Фото: ufa1.ru

Автор:Рәмилә Мусина
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас в