Башҡортостан
-11 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар

Башҡортостанда - оло юғалтыу...

Башҡорт сәнғәтен киң танытҡан легендар шәхесебеҙ хаҡында яҡты иҫтәлек күңелебеҙҙә мәңге һаҡланыр.

Башҡортостанда - оло юғалтыу...
Башҡортостанда - оло юғалтыу...

16 майҙа 83-сө йәшендә баянсы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған, Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы, Салауат Юлаев ордены кавалеры Ридик Фәсхетдинов арабыҙҙан китте.

Ридик Әхмәт улы Фәсхетдинов 1940 йылдың 16 мартында Башҡорт АССР-ының Баймаҡ районы Темәс ауылында тыуған. 1962 йылда Өфө сәнғәт училищеһын тамамлаған, унан һуң Башҡорт дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбле (Ф. Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле) концертмейстеры, Башҡорт телевидениеһында тапшырыуҙар режиссеры булып эшләгән. 1975 йылдан - Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы халыҡ музыка ҡоралдары милли оркестры баянсы-солисы, 2004 йылдан солисы итеп тәғәйенләнгән. Репертуарында Н.Я. Чайкиндың баян менән оркестр өсөн концерты, башҡорт халыҡ йырҙары һәм инструменталь көйҙәре, донъя халыҡтары музыкаль әҫәрҙәре яңғыраған. Хөсәйен Әхмәтов, Нур Дауытов, Заһир Исмәғилев, Рим Хәсәнов һәм башҡа композиторҙарҙың баян эшкәртмәләре тап уның башҡарыуында киң танылыу яуланы.

Ридик Фәсхетдинов Башҡортостандың сәнғәт оҫталары Фәриҙә Ҡудашева, Радик Гәрәев, Флүрә Килдейәрова һәм башҡалар менән бергә сығыш яһаны. Ул  республикабыҙҙың милли сәнғәтен әүҙем пропагандаланы, Европаның, Азияның, Африканың, Көньяҡ Американың бихисап илендә Башҡортостан солистары менән берлектә гастролдәрҙә башҡорт сәнғәте данын киң таратты.

Ридик Фәсхетдиновтың профессиональ сәхнәлә ярты быуаттан ашыу баянсы булып эшләүе, концерттарҙа яһаған сығыштары, ул уйнаған бихисап көйҙәр, Ватаныбыҙҙың, сит илдәрҙең мәшһүр шәхестәре менән яҡындан аралаша белеүе һәм башҡалар – быларҙың барыһы ла сәнғәт һөйөүселәр күңелендә һәр саҡ оло һөйөү уята ине. Тап ошо һыҙаттары уға сәнғәт донъяһында дан ҡаҙанырға, хеҙмәттәштәренең хөрмәтен, тамашасыларының сикһеҙ һөйөүен яуларға ярҙам итте.

“Башҡортостан” гәзите хеҙмәткәрҙәре мәрхүмдең яҡындарының, туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша. Уның хаҡында яҡты иҫтәлек беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланыр.

Фото: tamasha-rb.ru

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас в