Бөтә яңылыҡтар

Әсә хаҡы

Бынан ун биш йыл элек атай үлеп ҡалды. Ахмаҡтарса үлем инде. Әсәй тараҡан-ҡандалаларға шыйыҡса әҙерләгән дә бер ташлай торған графинға һалып, мейес алдына ҡуйып сығып киткән...

Әсә хаҡы
Әсә хаҡы

Рәйсә ИҪӘНБАЕВА

Сығанаҡ: https://hakmar.ru/articles/bi-bit/2022-05-12/s-y-ha-y-2801232?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=60402485

Эргәмдә ултырған юлдашым менән үтәһе юлдың яртыһын үттек, тик әле уның менән бер ауыҙ һүҙ алмашҡаныбыҙ юҡ. Ул үҙ уйҙарына бирелгән, ә мин... Мин, ғәҙәтем буйынса, бындай юлда йөрөгәндә яңы таныштар булдырырға тырышам. Был ғәҙәтемде мин үҙем дә аңлап бөтә алмайым әле. Тик юлда бер ауыҙ һүҙ ҙә һөйләшмәй барыу иң ҡыҫҡа юлды ла бик күпкә оҙонайтҡанын беләм, тағы шуныһы: бындай юлды бер яза итеп ҡабул итәм. Юлға сыҡҡанда, бөтә мәшәҡәттәрҙе өйҙә ҡалдырған кеүек, барлыҡ уйҙарымды күңел һандығына бикләп ҡуям.

Юл буйынса сыҙамай әйләнәм дә йәш кенә сырайлы, ваҡытында бигерәк тә матур булыуын һиҙҙертерлек ҡиәфәттәге ханыма әйләнеп ҡарайым. Тик ул һынташ кеүек тәҙрәгә ҡараған да Мәләүезгә еткәнсе тик бер торошта бара бирҙе. Мәләүезгә килеп еткәс, автобус водителе:

- Автобус бөгөн егерме минутҡа туҡтай. Әле сәғәттәрҙе бына бындағы сәғәт менән сағыштырығыҙ ҙа әйтелгән ваҡытҡа ҡуҙғалабыҙ икәнде онотмаһағыҙ булды. Эргәләге иптәштәрегеҙҙе теүәлләрһегеҙ. Исемдәрегеҙ менән алмашығыҙ, - тине лә үҙе беренсе булып төшөп тә китте.

Юлдашым миңә ҡарап:

- Мин Ғәлиә булам, - тине.

- Әлимә.

Һүҙ тамам, егерме минуттан ҡуҙғалырға ваҡыт етте. Бөтәһе лә урындарына ултырҙы, ә минең юлдашым юҡ.

- Сабыр итегеҙ, минең эргәләге кеше килмәгән.

- Исеме менән ҡысҡырып ҡарағыҙ әле, апай, - тине шофер.

Мин төшөп, тиҙ генә эргәлә ҡайнап торған баҙар кибеттәре араһына йүгереп, исемен ҡысҡырҙым. Ниңәлер уны ҡалдырғым килмәне. Ул үҙе Булгаковоға барам, тигәйне. Шулай асырғанып ҡысҡырып, автобусҡа кире киткәндә, билемдән берәү тотоп алды.

- Апай, мин бында. Ваҡыт еттеме ней?

- Әлбиттә, - тип, автобусҡа ашыҡтыҡ.

- Апайыңа рәхмәт әйт, ҡала инең, - тип шаулашты пассажирҙар.

Урынға ултырып тынысланғас, ҡапыл ғына теге юлдашым телгә килде.

- Апай, ғәфү итегеҙ, уйланып, анау кафела тик ултырғанмын, - тине.

- Ярай-ярай, бер ни ҙә булманы. Юлда һәр кемдең үҙенсә мәшғүл инде, - тинем.

- Бөгөн ниңәлер иртән торғандан алып башты уй ҡойоно биләне лә ҡуйҙы, бына шулай йөрөп, тороп та ҡала яҙҙым инде иртәнсәк тә, хәҙер ҙә.

- Ярай, уның ҡарауы, хәҙер барып етербеҙ.

- Миңә башта Өфөгә, унан ғына Булгаковоға барырға, - тине.

Был юлы мин инициативаны үҙ ҡулыма алырға тырыштым.

- Өфөлә туғандарығыҙғамы, әллә эш буйынсамы?

- Туғандарға, тип әйтһәң дә була. Онотмаһалар...

- Ниңә улай тип ҡуйҙығыҙ әле. Туғандар нисек онотһон ул?

- Бына беҙ һеҙҙең менән ярты юлды үттек инде, бәлки, күберәген дә. Мин бит юҡ сәбәпте бар итеп, юҡ йомошто йомошлар өсөн юлға сыҡтым. Юҡты ҡыуам инде. Әсәйем бик ҡаршы булғайны ла ул, тыңламаным, әле бына әллә кире боролорғамы, тигән уй менән кафела оҙағыраҡ ултырғайным. Тәҙрәнән ҡараһам, һеҙ йүгергеләйһегеҙ. Шунан, кеше үҙ туғанына ла улай итмәгән сағы була бит, тип уйланым да артығыҙҙан сыҡтым. Миңә шунда һеҙ бала саҡта күргән, мине хәстәрләп, Магнитогорск вокзалында минең менән әсәйемде эҙләшеп йөрөгән апай кеүек булып киттегеҙ. Кеше төҫө менән бер-береһенә оҡшамаһа ла, бәлки, уйҙары, ҡылыҡтары менән бер ни тиклем оҡшашлыҡтары булалыр, тип уйлайым. Мин ана шул бынан утыҙ йыл элек осраған апайға барырға тип юлға сыҡтым. Тик башта - Өфөгә.

Күңелемдән генә, тимәк, ул юғалған туғанлыҡ тамырҙарын эҙләй, шуны, өҙөлгән булһа - ялғап, яралы булһа, дауалар өсөн изге юлды ҡыуа сыҡҡан икән, тип уйлап алдым.

Тағы ла бер ни тиклем өндәшмәй, ул - тәҙрәгә, ә мин алдағы юлға ҡарап бара башланым. Бер нимә лә уйламайым, уйҙар бикле, тик әлеге юлдашымдың “онотмаһалар” тигән һүҙе күңелгә инеп ултырҙы ла бер төйөн булып тик тора. Әсәйем “Уйлар өсөн - уйың, йөрөр өсөн - юлың, йәшәр өсөн һаулығың булһын,” - ти торғайны. Уйҙарым, баш ҡалҡытҡан ҡойон кеүек, яңы юлдашым тирәһендә урала башланы. Ниндәйҙер яғы менән мәрйәләргә оҡшаған төҫө һәм бер ҙә осратмағанымса, ҡап-ҡара ҡуйы ҡаштары автобусҡа инеп ултырғанда уҡ күҙемә һирпелгәйне. Ул ваҡытта мин ситләтеп кенә ғәжәпләнеп ҡуйғайным. Кешелә бер милләтте икенсеһенән айыра торған бик күп һыҙаттар була шул. Мин дә уны әллә мәрйә микән, тип уйланым, тик Мәләүездә исемдәрҙе әйткәс, был уйымдан баш тарттым.

- Апай, һеҙ Өфөгә бит, аръяғына юл тотмайһығыҙҙыр?

- Бер-ике көн булам әле, ике туған апай яңы квартираһына күсенә, шуға ярҙам итешергә кәрәк. Былай балалары ла бар, өтәләнеп торалар, тик бына мине саҡырған. Нуримандан Светлана һеңлеһе улы менән килергә тейеш. Күсенеү ҡалала нисектер, ә бына ауылда ул тиклем ҡатмарлы яғы юҡ һымаҡ.

- Улай икән, ә минең ике апай Өфөлә тора. Үҙҙәре лә бер-береһе менән аралашмайҙар, беҙгә лә ҡайтмайҙар. Әсәй ана хәҙер сирләп ятты. Ҡартлыҡ сире, тине ҡараған врач та. Шулайҙыр инде, 78 йәш бит. Блокадница ул.

Мин автобусҡа ултырғандағы уйымдың яңылыш булмағанын иҫемә төшөрҙөм - мәрйә ҡыҙы булған икән.

- Был яҡҡа ҡасан килеп сыҡҡан һуң?

- Шул бөтә кешеләрҙе эвакуациялағанда, уларҙы ла әсәһе, ике ағаһы менән күсерергә ҡарар иткәндәр. Тик сират еткәнсе, бер ағаһы аслыҡтан шешенеп үлгән. Ағаһы үлгән, ә уны бишенсе ҡаттан төшөрөп урамға сығарырға көстәре етмәгән. Әсәһе заводта эшләгән, өс көнгә бер паек ҡына алып ҡайтып йөрөгән. Бына шул ваҡытта өлкән ағалары, ике кесе туғанын асыҡтырмайым тип, үҙенең нормаһын да быларға ашатҡан. Бигерәк тә әсәйемде ҡараған, ул мәлдә уға әле өс йәш тә тулмаған, ә ул ағаһына ун бер йәш тулған булған. Әсәй үҙе тик шул уртансы ағаһының һуғыш башланғас, стенаға йоҡлаған көндәрҙе ҡәләм менән таяҡсалар һыҙып барғанын ғына хәтерләй. Бер көндө, әсәһе кешеләр алып килеп, ағаларын алып сыҡҡандар. Тик әсәйем белмәй - уны ерләнеләрме юҡмы. Әсәһе - өләсәй инде, әйтмәгән. Ул һуғышҡа тиклем нидәйҙер училищела уҡытҡан. Былай ул медик ине. Һуғыш бөткәс, ҡайтырға бик теләгән дә ул, тик уны ебәрергә тырышмағандар. Күрәһең, ул һөнәр бында ла кәрәктер. Ә-ә-әй, онотҡанмын, башта улар Өфөгә яҡын бер ауылға күскәндәр. Өләсәйҙең ире - олатай военный кеше булған. Үҙем килеп алам, тигән.Тик ул килмәгән. Өләсәй уны 50-се йылға тиклем шул ауылда көткән. Әсәй шунда ете класты бөтөп, педучилищеға уҡырға ингән. Уны тамамлап өлгөрмәй кейәүгә сыҡҡан, - юлдашым тынып ҡалды.

Мин дә уны ашыҡтырып ни ҙә булһа һорарға ашыҡманым, ҡапыл ғына Ленинград блокадаһын, Таня Савичеваның көндәлектәре, тураһында уйлап ултырҙым да, 70-се йылдарҙа Стәрлетамаҡта имтихан биргән ваҡыт иҫемә төштө. Унда беҙҙең менән Наташа исемле йәш ҡатын имтихан биргәйне. Ул имтихандар ваҡытында:

- Өскә булһа ла бирһәм ярар ине. Беҙгә, блокадницаларға һәм училище бөтөп эшләп килгәндәргә быйыл льгота менән файҙаланырға мөмкин бит, - тип һөйләнеп йөрөнө.

Минән ул 4-5 йәшкә өлкәнерәк тә ине, кейәүҙәмен тип таныштырғайны үҙен. Бер бүлмәлә яттыҡ. Ә бына ашауыбыҙ башҡа булды инде. Мин саф башҡортса – бишбармаҡ әҙерләп ашарға тырышам. Ятаҡта уны башҡарыу ҡатмарлыраҡ, шулай ҙа өйрәнеп алдым. Ул урыҫ ашына өҫтөнлөк бирҙе. Сусҡа ите, сало, сусҡа колбасаһы. Мин унан:

- Әгәр инеп китһәң, ғаиләң нимә эшләй? -тигәйнем.

- Күсенеп киләбеҙ, былай ирем риза булғандай. Ул шәп кеше инде. Мам, башҡортҡа барҙың, тип үпкәләй ине, бына шул яҡшы яғы менән уның да күңелен иретте. Минең Шәфҡәт шулай ул. Исеме есеменә тап килә бит, - тип, көлөп ҡуя.

Уның шулай тап-таҙа башҡортса һөйләшеүен мин ятаҡҡа урынлашҡан көнө үк һиҙеп һоршҡайным:

- Һи-и-и, мин бит башҡорттар араһында өс йәштән алып, мәктәптә лә башҡортса уҡыным. Әле лә башҡортса уҡытам, әлбиттә, башланғыс кластарҙа, тик мин математиканы яратам, шуға бына килдем инде. Унан Стәрлетамаҡ та яҡын. Иремдең ауылы бынан утыҙ ғына саҡрымда.

Шуларҙы иҫләп, бер аҙ күршемде лә онотоп ебәргәнмен.

- Апай-апай, әллә йоҡлап киттегеҙ, тиһәм, күҙегеҙ асыҡ. Әллә уйланып киләһегеҙ инде. Мин һеҙгә үҙемдең ғаилә тураһында һөйләйем, тигән инем. Теләһә кемгә һөйләге лә килмәй, тик бына барыбер күңелдә лә ҡалдырып булмай.

- Һөйләгеҙ һуң. Минән берәй кәңәш кәрәкме, ниңә улай асылырға булдығыҙ һуң?

- Бер нәмә лә кәрәкмәй. Минең үҙемдең ғәҙәтем шулай. Күңелемдә төйөн булып, бына-бына илатырҙай хәлдәрҙе бер һөйләп, күңел еңеләйтеп алам. Тик был минең хәҙер ун-ун биш йыллап күңелемдә һаҡланған төйөр кеүек, бына-бына һытылырға тора. Бына шул сәбәп менән юлға сыҡтым да инде.

- Шулай инде, һәр ғаиләнең үҙ проблемалары, кемдең ниндәй генә сере юҡ...

- Шатлыҡтар ҙа төрлө була ул, минеңсә. Тик тыш яҡтан ғына шулайҙыр. Бына минең әсәй яңы бешкән икмәккә шул тиклем шатлана: хатта икмәкте үбеп-үбеп ала, йәки берәйһе имен генә сабыйын тыуҙырһа, ул хатта үҙе әле генә шатлыҡ кисергәнме ни - урамда осраған һәр береһенә ошо хаҡта һөйләп: “Әлдә генә имен тапҡан бәпесен, бына ниндәй шатлыҡ!” - тип йөрөй. Шуға уны ауылда “ Шатлыҡ” инәй тип йөрөтәләр. Үҙе лә шуға өйрәнгән. Берәйһе Маша инәй, йә Мария Петровна тиһә, боролоп та ҡарамай. Үҙенә әйтһәң, миңә тегенеһе оҡшай, - ти ҙә ҡуя.

- Кем булып эшләгәйне һуң?

- Рус теленән уҡытты.

Эстән генә, уҡытыусы халҡы шулай була инде, тип уйланым, тик ҡысҡырып әйтмәнем.

- Апай, һеҙ ҙә уҡытыусы булғанһығыҙҙыр ул. Ҡылыҡтарығыҙ шуға оҡшаған.

- Эйе, әле ялдамын инде. Миңә лә алтмышҡа күп ҡалманы, - тинем.

- Бына мин үҙебеҙҙе тип башланым да... баштан башлайым әле. Минең атай башҡорт, ә әсәй мәрйә, һуғыш йылы күсенеп килгәндәр. Ҡартатай - военный, ә бына өләсәй - медик, бая әйткәйнем. Әсәй - уҡытыусы, атай -агроном. Ике апайым бар, улар икеһе лә бухгалтер, ә мин культпросвет бөттөм Стәрлетамаҡта. Бына эш булғанда эшләп, булмағанда, икенсе эшкә сығып, пенсия йәшенә етеп киләм инде.

Бынан ун биш йыл элек атай үлеп ҡалды. Ахмаҡтарса үлем инде. Әсәй тараҡан-ҡандалаларға шыйыҡса әҙерләгән дә бер ташлай торған графинға һалып, мейес алдына ҡуйып сығып киткән. Атай эштән һыуһап ҡайтҡан да, быны һыу икән тип, һары буръяҡлығына ла ҡарамай, күп итеп эскән дә ҡуйған. Ҡотҡара алманылар. Әсәйҙе, үлтергәнһең тип, күп йөрөттөләр. Ярай әсәй әҙерләгәндә Раяна инәй менән Сәлимә инәй сәйгә ингән булған. Шулар алдында тултырып, һөйләнә-һөйләнә эшләгән. Улар булмаһа, белмәйем инде. Атай һөйләшә алманы шул, күҙенән йәштәре ағып ыңғырашып ятып ҡына китте.

Фото: ok.ru/group58274216411172

(ДАУАМЫ БАР.)

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас: