Бөтә яңылыҡтар

“Таҡыя башлы ғына ҡырлы ҡурай, моңло ғына итеп уйнайым...”

Октябрьский ҡалаһында күренекле музыкант, педагог Ғата Сөләймәновтың 110 йыллыҡ юбилейына арналған XXI Республика Ҡурай байрамы булды.

“Таҡыя башлы ғына ҡырлы ҡурай, моңло ғына итеп уйнайым...”
“Таҡыя башлы ғына ҡырлы ҡурай, моңло ғына итеп уйнайым...”

Башҡортостан Републикаһының Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Октябрьский ҡалаһы хакимиәте ойошторған сара ил Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылған “Мәҙәниәт” милли проектын (национальный проект "Культура") тормошҡа ашырыу сиктәрендә милли музыка ҡоралы – ҡурайҙы пропагандалау һәм популярлаштырыу, башҡарыу традицияларын һаҡлау, ғаилә ижады традицияларын үҫтереү маҡсатында уҙғарылды.

Быйыл ижади конкурста Башҡортостан һәм Силәбе өлкәһенән 334 ҡурайсы ҡатнашты. Уларҙың араһынан 93 кеше яңғыҙ, 22-һе коллектив менән сығыш яһаны. Башҡарыусыларҙың иң бәләкәйе Сибайҙан һигеҙ йәшлек Арыҫлан Хәсәнов булһа, иң өлкәне Баймаҡ районынан 65 йәшлек  Риф Ҡәйепҡолов ине.

“Ҡурай моңо бөтә халыҡтарҙың йөрәктәрен берләштерһен һәм  дуҫлыҡ, тыныслыҡ, татыулыҡ тойғоларын уятһын тигән теләк менән үткәрелә был матур байрам” – тип әйтелде Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың сәләмләү һүҙендә. “Республикабыҙ гербында һәм флагында һүрәтләнгән ҡурай ата-бабалар хәтерен һәм күп милләтле халыҡтар дуҫлығын белдерә”, – тине мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова.

Ижади ярышта Учалы ҡалаһынан Тәфтизан Зәйнәшев Гран-при яуланы. Өфөнән Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт гимназия-интернатының Әҙеһәм Исҡужин исемендәге ҡурайсылар ансамбле, Баймаҡ районынан Буранбай сәсән исемендәге ҡурайсылар ансамбле, Учалы ҡалаһынан “Яйыҡ” ҡурайсылар халыҡ ансамбле, Туймазы ҡалаһынан Рөстәм Хәбиров,  Ғафури районынан Иршат Дауытов, Федоровка районынан Айнур Собханғолов, Өфө ҡалаһынан Вилдан Дәүләтбирҙин конкурстың еңеүселәре – 1-се дәрәжә лауреаттары булды.

Фото kulturarb.ru

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

 

“Таҡыя башлы ғына ҡырлы ҡурай, моңло ғына итеп уйнайым...”
“Таҡыя башлы ғына ҡырлы ҡурай, моңло ғына итеп уйнайым...”
“Таҡыя башлы ғына ҡырлы ҡурай, моңло ғына итеп уйнайым...”
Автор:Танзиля Давлетбердина
Читайте нас: