Ольга Александровна Ғәлиуллина Силәбе ҡалаһында Тәғзимә һәм Александр Демешколарҙың ғаиләһендә тыуа. Яҙмыш ҡушыуы буйынса һуңынан Учалы районына күсәләр. Ольга бәләкәй саҡтан уҡ башҡорт мөхитенә төрөнөп үҫә. Матур итеп шиғыр һөйләй, әкиәттәрҙе бирелеп уҡый. Урта мәктәпте тамамлағас, Белорет педагогия колледжында уҡып, социаль - педагог һөнәренә эйә була, аҙаҡ ситтән тороп Силәбе дәүләт мәҙәниәт һәм сәнғәт институтын тамамлай. 2007 йылда Белорет районы Шығай ауылы китапханаһына китапханасы итеп тәғәйенләнә. 2011 йылда китапхана "Тамъян" ауыл моделле китапхана статусын алыуға ирешә. Китапхана бөгөнгәсә тыуған яҡты өйрәнеү йүнәлешендә эшләй. Ауылдың тарихы, арҙаҡлы кешеләре тураһында мәғлүмәттәр туплана. Ольга Александровнаны белореттар киң эрудициялы, ҡыҙыҡһыныусан һәм рухиәткә битараф булмаған китапханасы итеп белә.
Бөтә Донъя Башҡорттары ҡоролтайынан, урындағы ҡоролтайҙың башҡарма комитеты тарафынан бихисап Рәхмәт хаттарына лайыҡ булыуы уның әүҙем йәмәғәтсе булыуы тураһында һөйләй. Фиҙакәр хеҙмәте өсөн Мәҙәниәт Министрлығының Почёт грамотаһына лайыҡ була.
Ольга Александровна ғаиләһендә лә уңған ҡатын, хәстәрлекле әсәй. Ике ҡыҙын да милли рухта тәрбиәләүҙе тәүмаҡсат итеп ҡуйған: өлкән ҡыҙы Лиана ҡумыҙ конкурстарында ҡатнашып призлы урындар яулай, оҫта бейеүсе. Әсәле - ҡыҙлы Ғәлиуллиналар шиғыр конкурстарында ҡатнаша. Һоҡланғыс ғаилә ҡорған, эшенә мөкиббән Ольга Александровнаға ижади уңыштар теләй яҡташтары.
Фото: Ольга Ғәлиуллина архивынан.