16 майҙа Башҡортостан Республикаһының Радий Хәбиров етәкселегендәге делегацияһы Үзбәкстанға рәсми визит менән килде. Делегация составына Хөкүмәт ағзалары, министрлыҡ һәм ведомстволар, Башҡортостанды үҫтереү институттары, эре предприятиелар етәкселәре, шулай уҡ урта һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡ, йәмәғәт һәм мәҙәниәт ойошмалары вәкилдәре бар.
Мәҙәниәт өлкәһендә ике республика араһында: Башҡортостан менән Үзбәкстандың Милли китапханалары, Башҡортостандың Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле менән Үзбәкстандың дәүләт филармонияһы, Башҡортостандың Милли музейы менән Үзбәкстан тарихы дәүләт музейы, шулай уҡ “Башҡортостан” киностудияһы менән “Үзбәкфильм” киноконцерны араһында хеҙмәттәшлек тураһында меморандумға ҡул ҡуйыу һәм мәҙәни өлкәлә хеҙмәттәшлекте киңәйтеү мәсәләләре буйынса һөйләшеү ҡаралған.
Кисә кис Ташкент ҡалаһының “Туркистон” сәнғәт һарайының концерт залында ике республика вәкилдәренең уртаҡ тамашаһы үтте. Ул “Башҡортостан – Үзбәкстан. Йөрәктән – йөрәккә” тип аталды.
Башҡортостан ҡунаҡтарын Үзбәкстандың Министрҙар кабинеты ҡарамағындағы Халыҡ-ара мөнәсәбәттәр һәм сит илдәр менән дуҫлыҡ бәйләнештәре буйынса комитет рәйесе Рөстәмбәк Ҡорбанов сәләмләне.
– 2021 йылдан башлап президентыбыҙ башланғысы менән 30 июлдә Үзбәкстанда дуҫлыҡ көнө билдәләнә, – тине ул. – Байрам киң билдәләнә, унда Башҡорт мәҙәни үҙәге әүҙем ҡатнаша. Милли үҙәктәрҙең юбилей даталарын киң билдәләү ҙә йолаға әүерелде. Бөгөн беҙ Башҡортостан мәҙәни үҙәгенең 30 йыллығын билдәләйбеҙ. Беҙҙең ерҙә башҡорттарҙың төпләнеүе тарихы быуаттар төпкөләнә китә. Күп кенә башҡорт милләте вәкилдәре илебеҙҙең дәүләт наградаларына лайыҡ, улар беҙҙең тарихта лайыҡлы урын алды, – тип билдәләне Р.Ҡорбанов.
Башҡортостандың күп милләтле халҡы исеменән Үзбәкстандың ҡунаҡсыл халҡын мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова тәбрикләне:
– 95 йыл әүәле Үзбәкстан дәүләт милли музыка труппаһы артистары Өфөгә килгән һәм Башҡорт театры коллективы менән бергә сығыш яһаған. Бөгөнгө ошондай матур сарала ике республиканың ижади коллективтары уртаҡ тамаша ҡуя. Беҙ хеҙмәттәшлек итеү маҡсаты менән килдек, – тине ул. – Форсаттан файҙаланып, уртаҡ хеҙмәттәшлеккә индергән өлөшөгөҙ өсөн рәхмәт әйткем килә.
Әминә Шафиҡова артабан да уртаҡ хеҙмәттәшлек һәм дуҫлыҡ ептәре дауам итер, тигән ышаныс белдерҙе.
Сәнғәт оҫталары концертын ғәскәровсылар, Башҡорт дәүләт филармонияһы артистары асты. Данлыҡлы бейеү ансамбле башҡорт хореографияһының классикаһы булған “Зарифа”ны, легендар “Ете ҡыҙ”ҙы, “Гөлнәзирә”не башҡарҙы, башҡа сағыу бейеүҙәрен дә тәҡдим итте.
Ғәскәровсылар үзбәкстанлыларға үҙенсәлекле бүләк тә яһаны – Хорезм бейеүен башҡарып күрһәтте. Был берәүҙе лә битараф ҡалдырманы.
Концертта Үзбәкстан мәҙәни үҙәгенең һәүәҫкәр коллективтары ҡатнашты. Улар араһында Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Фируза Халдарова ла бар.
Тамашаны ике республиканың музыканттары Илнур Хәйруллин менән Бекзод Тураев йомғаҡланы. Улар ике халыҡтың милли уйын ҡоралдары – ҡурай менән найҙа милли көйҙәр уйнап ишеттерҙе. Был номер залдағы бөтә тамашасылар өсөн дә көтөлмәгән бүләк булды.
Башҡортостан делегацияһы килеүе Ташкенттағы Башҡорт мәҙәни үҙәгенең 30 йыллығына арналған сараларға тап килде. Ике республиканың сәнғәт оҫталары концерты иһә юбилей йылын символик рәүештә асыу тантанаһына әүерелде.
Сығанаҡ: БР Башлығы сайты.