Бөтә яңылыҡтар

Беҙҙең эштә халыҡты яратыу мөһим!

Ошондай фекерҙә китапханасылар конкурсының сираттағы ҡатнашыусыһы.

Беҙҙең эштә халыҡты яратыу мөһим!
Беҙҙең эштә халыҡты яратыу мөһим!

 

 Борай районы Яңы Бикмәт ауылынан Айһылыу Фиҙәрис ҡыҙы Нурмөхәмәтова әйтеүенсә, был һөнәрҙе яратҡандар ғына оҙаҡ йылдар китапханасы булып эшләй ала.

“Әсәйем дә китапханасы булды. Бәләкәйҙән китап уҡырға яратыуым да һөнәремә һөйөү тәрбиәләгәндер. Китапханасының эше күп яҡлы. Оҙаҡ йылдар эшләгәнгә өйөм кеүек яҡын һәм ҡәҙерле урынға әүерелде ул. Ауылдаштарым өсөн дә файҙалы мәлүмәт үҙәге булып тора.  Иң төп бурыстарымдың береһе – китапхананың ҙур байлығы булған китаптарын, матбуғат баҫмаларын кешеләргә тәҡдим итеү, яңы әҫәрҙәрен уҡыусыларға еткереү, халыҡтың уҡыуға ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү, ауылдаштарҙың ниндәй китап менән ҡыҙыҡһыныуын белеп тороу, яңы эш алымдарын өйрәнеү”, - ти Айһылыу Фиҙәрис ҡыҙы. Шуға ла  китап уҡыусылары менән ошондай рухи бәйләнеште һыуытмай, әленән-әле ҡыҙыҡлы осрашыуҙар, ҡыҙыҡлы кисәләр ойоштора.

Алған  маҡтау ҡағыҙҙары  ла китапханасының тырышлыҡ өлгөһөн сағылдыра. Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының Почет грамотаһы, Рәхмәт хаты,  Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы башҡарма комитеты грамотаһы – был исемлекте артабан да дауам итергә мөмкин.

Тормош иптәше менән өс бала тәрбиәләп үҫтергәндәр. Иң өлкәне ғаиләле, уртансыһы – хәрби хеҙмәттә, кеселәре медицина университеты студенты.    

Фото: Айһылыу Нурмөхәмәтова архивынан.

Беҙҙең эштә халыҡты яратыу мөһим!
Беҙҙең эштә халыҡты яратыу мөһим!
Беҙҙең эштә халыҡты яратыу мөһим!
Беҙҙең эштә халыҡты яратыу мөһим!
Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: