

Башҡортостандың рәсми делегацияһы составында Үзбәкстанға сәфәрҙә республиканың мәҙәни учреждениелары етәкселәре лә ҡатнаша.
Әмир Абдразаҡов исемендәге “Башҡортостан” киностудияһы директоры Юнир Әминев Үзбәкстандың Кинематография агентлығы директоры Фирҙәүес Әбделхалиҡов һәм “Үзбәкфильм” киноконцерны директоры Баходир Адилов менән осрашты. Яҡтар кино һәм конопрокат өлкәһендә үҙ-ара файҙалы хеҙмәттәшлек тураһында һөйләшеп килеште. Ике республика кинематографсыларын фильмдарҙы туған телдә төшөрөү, милли йолаларҙы, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, көнкүреште һәм менталитетты күрһәтеү кеүек үҙенсәлектәр берләштерә.
Үзбәкстан ерендәге осрашыуҙа киностудиялар етәкселәре бер нисә уртаҡ проектты тормошҡа ашырырға килеште. Башҡортостан фильмдары – Үзбәкстанда, ә уларҙыҡы беҙҙә күрһәтеләсәк. Иртәгә “Башҡортостан” киностудияһы менән “Үзбәкфильм” концерны араһында хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйыла. Ошо уҡ көндә беҙҙең “Өс таған” фильмын күрһәтеү планлаштырыла.
“Башҡортостан” киностудияһы директоры Юнир Әминевты Үзбәкстанда йыл һайын уҙғарылған “Ебәк юлы ынйыһы” ташкент халыҡ-ара кинофестиваленә саҡырҙылар. Осрашыуҙа яҡтар бер-береһенә иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.