Бөгөн билдәле йырсы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты ағзаһы, Башҡортостандың һәм Татарстандың атҡаҙанған артисы Радик Юлъяҡшин 33 йәшен билдәләй.
Радик Юлъяҡшин Өфөлә тыуып үҫкән. Атаһы менән әсәһе төҙөлөш тармағында эшләгән. Бер нисә йәшкә өлкәнерәк Регина апаһы бар. Черниковкалағы 48-се башҡорт гимназияһын тамамлаған, тап шунда тәүге музыкаль белем алған, ҡурай, баян түңәрәгендә шөғөлләнгән, мәктәп сараларында әүҙем ҡатнашҡан. Мәскәү дәүләт педагогия университетын тамамлаған.
2018 йылда “Татар-информ” агентлығына биргән интервьюһында ул: “Мин Башҡортостанда тыуҙым, минең туған телем – башҡорт теле, минең рухым – башҡорт”, – тип белдергәйне. Был һүҙҙәренә ул һәр саҡ тоғро ҡала һәм тыуған республикаһы тормошонда әүҙем ҡатнаша.
Башҡортостанда һәм Татарстанда беҙҙең Радикты бик яраталар – был хаҡта уның социаль селтәрҙәге миллиондарса тапҡыр ҡаралған видеоклиптары, көйәрмәндәренең күплеге һөйләй.
Былтыр ул үҙенең ғүмер байрамын бик үҙенсәлекле итеп билдәләгәйне: Өфөлә мәрхәмәтлелек концерты ойошторғайны. Сараға билеттар һатылманы, сөнки был көндө Элвин Грей балалар йортонда, приюттарҙа тәрбиәләнеүселәр, мөмкинлеге сикләнгән балалар өсөн сығыш яһаны. Радик быйыл да ошо йоланы дауам итәсәк: бөгөн баш ҡаланың Йәштәр һарайында сығыш яһаясаҡ.
Яҡташыбыҙҙы тыуған көнө менән ихлас ҡотлайбыҙ һәм уға ныҡлы һаулыҡ, именлек, сикһеҙ уңыштар, яңы ҡаҙаныштар теләйбеҙ! Ижади ҡомары һәр саҡ ташып торһон, яңынан-яңы йырҙар менән тамашасыларын ҡыуандырһын!
Фото: pg21.ru