Бөтә яңылыҡтар

Эш урынынан йылылыҡ бөркөлә

Нуриман районы Яңы Субай ауылы китапханасыһы Ирина Кирәеваның уңыш сере ниҙә?

Эш урынынан йылылыҡ бөркөлә
Эш урынынан йылылыҡ бөркөлә

"Элек был эш еңел һымаҡ тойола торғайны, “китап бирәһең дә ултыраһың” тип уйлай инем. Үҙем эшләй башлағас, уның ауырлығын тиҙ аңланым. Китапханасы – мауыҡтырғыс та, ауыр ҙа, күп көс талап иткән һөнәр. Уны киң ҡырлы, өҫтәмә белем биреүсе уҡытыусы менән сағыштырыр инем. Эшләү өсөн китапханала барлыҡ мөмкинлектәр ҙә бар. Иң мөһиме – үҙ эшемде яратам", - ти сираттағы конкурсантыбыҙ - Нуриман районы Яңы Субай ауылы китапханасыһы Ирина Кирәева.

Эшеңде яҡшы белеү, йылы аралашыу мөхите булдырыу - барыһы ла уңышҡа юл аса. Ирина Яныбай ҡыҙы ла бының өсөн тырыша. Саралар уҙғарыу, фондты китаптар менән байытыу ғына түгел (әйткәндәй, китапхана фонды 14 мең дананан ашыу), хеҙмәт урыныңдан да йылылыҡ бөркөлөп торорға тейеш, ти ул. Тәҙрә төбөн тултырып йәмле гөлдәр үҫтереп тә килгән кешеләргә яҡшы кәйеф өләшә.

Ирина Яныбай ҡыҙы ире менән 33 йыл бергә ғүмер итә. Улдары Руслан Өфөлә инженер булып эшләй, ҡыҙҙары Айгөл район дауаханаһында - балалар табибы.  

Фото Ирина Кирәева архивынан.

Эш урынынан йылылыҡ бөркөлә
Эш урынынан йылылыҡ бөркөлә
Эш урынынан йылылыҡ бөркөлә
Эш урынынан йылылыҡ бөркөлә
Эш урынынан йылылыҡ бөркөлә
Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас в