Бөтә яңылыҡтар

Филүс БӨРКӨТ: “Уйнаған моңоң халыҡсан булырға тейеш”

Башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында йырлайҙар.

Башҡорт эстрадаһында әленән-әле яңы исемдәр ҡалҡып тора. Араларында үҙенсәлекле тауыштары, сәхнә образдары менән хәтерҙә ҡалырлыҡтар ҙа, бер-береһен йәки башҡа мәҙәниәтте ҡабатлап, бер төрлөлөктәре менән ялҡытҡандар ҙа етерлек.

Быға тиклем дә башҡорт сәхнәһендә этно йүнәлеше киң таралған, ә шулай ҙа был төркөм тәүге йырҙары менән үк иғтибарҙы йәлеп итте – улар башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында йырлай. Исемдәре башҡорт йәмәғәтселегенә яңы яңғырай башлаған “Ҡая” этно төркөмөн ойошторған музыкант Филүс БӨРКӨТ менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

Шәжәрәһен барлағас, башҡорт булғанын асыҡлай

 

– “Ҡая” төркөмөнә тиклемге тор­мошоғоҙ хаҡында бәйән итһәгеҙсе?

– Мин ауыр рок йүнәлешендәге музыкант инем, нигеҙҙә, көйҙәр ижад итәм. Хәниә Фәрхиҙең командаһында ла эшләнем, аранжировкалау, ғөмүмән, уның тауыш яҙҙырыу студияһында, концерттарында тауыш режиссеры ла, музыкант та булдым. Олоғая бара, рок йүнәлешенә генә түгел, миллилеккә лә иғтибар итә башланым, күңелемдә үткәндәрҙән килгән мәҙәни ҡиммәттәргә ҡыҙыҡ­һыныу уянғанын тойҙом. Етмәһә, былтыр мөһим асышҡа юлыҡтым: атайым татар булғас, үҙемде татар мил­ләтенән тип йөрөп, шәжәрәмде өйрәнгәс, ике яҡлап та башҡорт икәнемде асыҡланым...

– Тамырҙарығыҙҙы барларға нимә этәрҙе?

– Саҡмағош районының Иҫке Ҡалмаш ауылында элек йәшәгән кешеләр исемлеге менән ауыл китабы һаҡланып ҡалған, унда 1800 йыл­дарҙағы халыҡ иҫәбен алыу һөҙөм­тәләре лә бар, һәр береһенең милләте күрһәтелгән. Ошо мәғлүмәт­тәр аша атайымдың башҡорт булғаны асыҡланды. Китаптың уртаһында – ауыл шәжәрәһе. Тәүгеләрҙән булып беҙҙең нәҫел тора. Әсәйем – Дәүләкән башҡорто, уның атаһы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугире булғанын да яңыраҡ ҡына белеп ҡалдым.

– Башҡорт икәнегеҙҙе белгәс, ниндәй тойғолар кисерҙегеҙ?

– Әллә ни ғәжәпләнмәнем дә. Музыка менән ҡыҙыҡһыныуға ғына килгәндә лә, баштан уҡ мин баш­ҡорттарға тартылғанмын, ахыры, татарҙар, ғәҙәттә, тальян-гармун һуҙа, ә башҡорттарға думбыра, ҡылҡумыҙ кеүек ҡыллы музыка ҡоралдары хас. Мин дә думбыра уйнай торғайным, гитара тураһында әйтеп тораһы ла түгел.

– Аңламаған, хупламаған кеше­ләр табылдымы?

– Ҡайһы берҙәр һаман да: “Һеҙ татарса һөйләшәһегеҙ бит”, – тип ныҡыша. Бирешмәйбеҙ инде, төньяҡ-көнбайыш диалекты, башҡорт теленең был үҙенсәлеге бөгөн килеп йәмәғәт, хөкүмәт тарафынан да, тарихи дәлил булараҡ та танылды бит. Мәҙәниәт өлкәһендәге эшмәкәрле­гебеҙ менән иҫбат итәбеҙ. Альберт Исмаил да шулай тамырҙарына ҡайтты, уның “Без – башҡортлар” тигән йырын күптәр йылы ҡабул итте.

 

Рок-музыканан – этно йүнәлешенә

 

– Ижадығыҙҙа милли һыҙаттар ҡасан, нисек сағыла башланы?

– Альберт Исмаил менән бер мәл Каруанһарай тураһында һөйләшеү булды. Мин дәүләт эшмәкәре, шулай уҡ шиғырҙар ҙа яҙған Зөһрә Рәхмәтул­линаға йырға һүҙҙәр яҙып биреүен һорап мөрәжәғәт иттем.

Ул ярты сәғәт эсендә шиғыр яҙып бирҙе, мин көйгә һалдым, ҡурай тауышын яҙҙырып, аранжировка эшләп, клипмейкер Марат Әбдүшевте, видеооператорҙы алып, Ырымбурға сығып киттем.

“Каруанһарай” тарихи-архитектура комплексында беҙҙе ихлас ҡаршы алдылар, ҡулдарынан килгәнсә ярҙам итергә вәғәҙә бирҙеләр. Клипҡа төшөргә башҡорттарҙан тыш, тағы ла ҡаҙаҡтарҙан, татарҙарҙан биш кеше булһа ла йыйылһа ярар ине, тип таралыштыҡ, ә иртәгәһенә Каруанһарайға клипты бойомға ашырыр өсөн кире килгәндә, беҙҙе егермеләгән кеше көтөп тора ине. “Каруанһарай” йыры халыҡтар дуҫ­лығы тураһында бит ул. Ырымбурҙан тиҙ генә квадрокоптер таптыҡ, клипҡа ҡайһы бер кадрҙарҙы, Каруанһа­райҙың үҙен өҫтән, ҡоштар осор бейеклектән төшөрөргә мөмкинлек булды. Әмәлгә ҡалғандай, 2021 йыл Каруанһарайға 175 йыл тулды, был йыр ҙа, клип та шул уңайҙан яралған һымаҡ килде лә сыҡты.

Артабан милли батырыбыҙ Салауат Юлаевҡа йыр бағышлау теләге яралды. Һүҙҙәрен яҙыуҙы һорап, йәнә Зөһрә Рәхмәтуллинаға мөрәжәғәт иттем. Тағы ла бер сәғәт тә үтмәне, йырға һүҙҙәр әҙер ине. Салауат батыр хаҡында йыр тыуҙы.

Өфөлә төҙөлә башлаған “Әр-Рәхим” мәсете уңайынан да йырға һүҙҙе ул яҙҙы. Тик бына йыр әҙер, ә мәсет һаман төҙөлөп бөтмәгән...

– Тағы кемдәргә, ниндәй тема­ларға арналған йырҙарығыҙ бар?

– “Без – башҡортлар” төньяҡ-көнбайыш башҡорттары хәрәкәте етәксеһе Радик Бәхтиев төньяҡ амурҙары хаҡында йыр яҙырға тәҡдим итте. Уның тарихы ҡыҙыҡ ҡына: быға тиклем йырға шиғырҙы Зөһрә Йыһанур ҡыҙы аудиохәбәр итеп ебәрә торғайны, ә был юлы текст форматында, әҙәби башҡорт телендә ебәргән. Тәүҙә таныш булмағаныраҡ һүҙҙәр күреп албырғап ҡалдым да Альберт Исмаилға ярҙам һорап мөрәжәғәт иттем. Шулай тыуҙы был йыр, ул күптәргә оҡшаны, тиҙ таралды.

Шағирә Лариса Абдуллина менән хеҙмәттәшлек һөҙөмтәһендә “Милләт тамғаһы” исемле көслө йыр яралды.

– “Ҡая” этно төркөмөнә ни рәүешле нигеҙ һалынды?

– Мин – Башҡорт-мишәр казактар ойошмаһы ағзаһы. Казактар йыры кәрәк. “Лариса дуҫым, шиғри һүҙҙәр яҙып бир әле”, – тип йәнә Лариса Абдуллинаға мөрәжәғәт иттем. Ул шунда уҡ тигәндәй “Казачка йыры” тигән шиғыр яҙҙы. Шиғыр ҡатын-ҡыҙ исеменән, йырҙы башҡарырға ҡатын-ҡыҙҙар кәрәк. Үҙем эшләгән Дүртөйлө мәҙәниәт йортондағы кадрҙар бүлеге хеҙмәткәре Гүзәл Хәмзинаны, район китапханаһы мөдире Елена Хәлиул­линаны, 2-се мәктәп директорының уҡытыу эштәре буйынса урынбаҫары Гүзәл Халиҡованы, сәнғәт мәктәбе директоры Эльза Рәхмәтуллинаны йыйып алдым. Әмәлгә ҡалғандай, барыһы ла һары сәсле.

“Ҡыҙҙар, йырлап ҡарайыҡ әле, бәлки, берәй нәмә килеп сығыр”, – тинем. Һөҙөмтәлә йыр уңышлы килеп сыҡты.

Бер дәртләнгәс, “Каруанһарай” йырын да ҡатын-ҡыҙ вокалы ҡушып яҙҙырҙыҡ. Музыкаль коллективтың үҙенсәлеге шунда: бер составта, бер милләт вәкилдәрендә генә туҡтап ҡалырға йыйынмайбыҙ. Состав тулыланасаҡ, бында дуэттар ҙа, яңғыҙ ҙа, күмәк йырҙар ҙа буласаҡ. Алмас Ибраһимов исемле баянсыбыҙ ҙа бар.

Төркөм булғас, исеме кәрәк бит. “Тау” тип тә, “Торатау” тип тә ҡарай­быҙ. Тапалмаған исем тапҡы килә. Уйлана торғас, осона сыҡтыҡ: “Ҡая”! Яңғырай бит.

– Ысынлап та, йыйнаҡ та, ғорур ҙа исем килеп сыҡҡан. Төркөм оҙон ғүмерле булһын, яңы башланғыс­тарға этәрһен...

– Быйыл Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылы, ошо уңайҙан Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты рәйесе Юлдаш Йосопов беҙҙе күтәреп алды, Дүр­төйлөлә мәҙәни фестиваль үткәреү уйы менән янып киттек. Фестивалдә рок, этно йүнәлештәренән тыш рэп жанры ла тәбрикләнә. Үҙенсәлеге шунда: сарала ҡатнашыусылар башҡорт теленең төрлө диалектында сығыш яһай.

Киләсәктә Башҡортостанда йәшә­гән төрлө милләттәрҙе, мәҙәниәттәрҙе берләштергән, мәҙәни-фольклор йүнәлешендә эш иткән үҙәк асыу ниәте бар. Бында музыканың төрлө жанрҙары, шул уҡ рок, рэп та сағылыуы мөмкин, тик сәйәсәткә, милли өҫтөнлөктәргә бүлеү, насар ғәҙәттәргә саҡырыу булмаһын. Бар ерҙә лә мәҙәниәт булырға тейеш. Был уйымды тормошҡа ашырырға Дүртөйлө йәштәре лә ярҙам итергә әҙер. Беҙҙең төбәк төрлө милләттәрҙән тора, беҙ халыҡ-ара дуҫлыҡтың нимә икәнен яҡшы аңлайбыҙ.

 

Моңға илткән юл башы

 

– Хәләл ефетегеҙ ҙә һеҙҙең кеүек моңға мөкиббән кешеме?

 – Ҡатыным Олимпиада Бөркөт бына инде ун йыл минең менән сығыш яһай, икәүләп рок-дуэтта йырлайбыҙ. Ул эшҡыуар, парфюмерия буйынса үҙ эшен асты, шулай уҡ сәхнә тормошонда ла ҡайнарға өлгөрә. Олимпиада – төп ярҙамсым һәм терәгем.

– Ғөмүмән, музыка менән нисә йыл шөғөлләнәһегеҙ?

– Быйыл үҙенә күрә юбилей – 30 йыл. Тап өс тиҫтә йыл элек 1992 йылда “Төнгө экспресс” исемле рок-төркөм төҙөп, төрлө фестивалдәрҙә сығыш яһай башланыҡ. Рус, татар, башҡорт телдәрендә йырлай инек. 

– Ә гитараны ҡасан тәүге тапҡыр ҡулға алдығыҙ?

– Миңә 15 йәш ине. Ике туған ағайым һабантуйҙа йүгереү буйынса ярышта еңеп, гитара менән бүләк­ләнде. Ул башта өс-дүрт йыл эшһеҙ ятты, шунан Өфөлә училищела уҡыған ваҡытта көн дә гитараны ҡулға ала башланым. Килеп сыҡмай, алам да йәнә атып бәрәм. Бөгөнгө кеүек өйрәнергә интернет ҡайҙа? Бер аҙҙан “Самоучитель” китабын табып алдым, аккордтарын дөрөҫ баҫҡан һымаҡ­мын, әммә килеп сыҡмай. Баҡтиһәң, гитара алты ҡыллы түгел, ете ҡыллы булған икән. Бер мәл ҡулға дөйөм дәфтәр килеп эләкте, унда “Воскресенье”, “Аквариум” төркөмдәренең йырҙары бар ине, уларҙы өйрәнә башланым, аҙаҡ “Сектор Газа” төркөмөнә күстем. Был төркөмдөң йырҙарын татар теленә тәржемә итеп башҡарып та йөрөнөм. Шундай рокер хәҙер килеп этно, фольклор йүнәлешендә ижад итә (көлә – авт.).

– Нисек улай килеп сыҡты икән? Олоғайыу ғәләмәтеме?

– Йәш тә үҙенекен итә, эйе. Тағы ла бер яғы – гитарала ваҡытыңды бүлеп, оҫта итеп уйнап ултырырға ваҡыт та юҡ хәҙер.

Әлеге милли музыканың нигеҙе 70-се йылдарҙағы рок-музыкаға барып тоташа, уға ҡурай, ҡумыҙ ҡушам.

Былтыр Өфөгә билдәле яҡут башҡарыусыһы Олена Подлужная килде. Концертын ҡарап, уның варганда уйнауына һоҡланып ҡайттым. Беҙҙең башҡорт ҡумыҙы гитараның резонаторҙарына яҡын тороу сәбәпле, уның менән ҡушылғанда яңғырауыҡ­лылығын юғалта, ә варган менән гитараның дуэты бик уңышлы килеп сыға, шуға күрә хәҙер уны ҡулланам.

Мин үҙемде музыкантҡа һана­майым. Бер ҡасан да халыҡсан­лыҡтан алыҫ киткәнем булманы, камил, сынъяһау булырға тырышмайым. Ныҡ профессиональ итеп уйнаған музыканттарҙан ҡурҡам хатта. Төркөмгә музыканттарҙы йыйғанда ла тәү сиратта уларҙың халыҡсан уйындарына иғтибар итәсәкмен. Шунда ғына моң халыҡ йөрәгенә юл алыу­сан.

 

Башҡорт эстрадаһында лайыҡлылар бармы?

 

– Башҡорт рок-музыкаһы бармы ул, һеҙҙең фекерегеҙ?

– Бар. “Дәрүишхан”. Мин Альберт Ғәббәсовтан күп нәмәгә өйрәндем, башҡортса рок тыуҙырып була икәненә улар арҡылы инандым.

– Башҡорт эстрадаһында йәштәр араһында лайыҡлы баш­ҡарыусылар бармы?

– Элвин Грей. Ул егеттең малай ғына сағынан нисек тир түккәненә, эстрадаға борма юлдар, аранжировкалар эшләү аша килгәненә үҙем шаһит булдым. 16 йәшлек сағында “Моң” студияһында эшләп ултырыр ине. Уның шул йәшендә эшләгән аранжировкалары бөгөн дә “текә”, сифатлы яңғырай. Әле лә Радик һәр бер йыры өҫтөндә бер үҙе генә лә түгел, командаһы менән ентекләп эшләй.

2000 йылдарҙа бар Башҡортос­танға билдәле булған “Йәш йөрәктәр” проекты ла айырым иғтибарға лайыҡ. МС Яҙмыш, “Зиндан” төркөмө, Лиана Хәбибуллина, Илгиз Абдрахманов, МС Инсан – улар менән бергә тауыш режиссеры булып күп район-ҡала­ларҙа гастролдә йөрөлдө. Һәр ерҙә лә ҡолас йәйеп, тулы зал менән ҡаршы алдылар. Ошондай башҡарыу­сылар күберәк булһын ине.

– Шул мәлдәрҙә Башҡортос­танды урағанда уҡ милли рух осҡондары ҡабынғандыр әле...

– Моғайын. Һәр райондағы фольклор коллективтарына иғтибар итә торғайным. Бындай ижади коллективтар һәр ауылда тиерлек бар бит.

 

Халыҡсан булыу мөһим

 

– Башҡорт халыҡ фольклор өлгөләре менән рок-музыка араһында оҡшашлыҡ бармы?

– Әлеге лә баяғы, халыҡсанлыҡ сифаттары хас. Яһалмалыҡ юҡ. Ошо хаҡта һүҙ сыҡҡанда, гел Владимир Высоцкий иҫкә төшә. Күренекле бард, профессиональ композитор, ә йырҙарында гитараһы еренә еткереп көйләнмәгәненә аптырай торғайным. Баҡтиһәң, ул быны тыңлаусыһына яҡыныраҡ булыр өсөн махсус рәүештә эшләгән икән. Гитараһы камил итеп көйләнгән булһа, уның моңо халыҡ йөрәгенә барып етмәҫ ине. Бер мәл кемдер Высоцкийҙың концертында, уның сәхнә артына ял итергә инеп киткән мәлендә, гитараһын ала ла еренә еткереп көйләп ҡуя. Высоцкий хәлдең айышына төшөнгәс, тама­шасыға гитараһын махсус рәүештә көйләмәгәнен аңлата.

Мин, әлбиттә, музыка ҡоралдары менән виртуоз мөғәмәлә иткән оҫталарға һоҡланам, уларҙы хөрмәт итәм. Үҙемдең дә музыкаль белемем бар. Шулай ҙа, халыҡ араһынан сыҡҡанһың икән, уйнаған моңоң халыҡсан булырға тейеш, тигән фекерҙәмен. Йәш саҡта ла минең йырҙарым гел өс аккордтан ғына торҙо. Йылдар үткәс, тамырҙарымды барлап, үҙемдең башҡорт икәнемде асыҡланым. Фольклор, этно йүнәлеше аша халыҡ моңона әйләнеп ҡайттым. Ҡан барыбер тарта ул.

 

Айгөл ҒӘБИТОВА әңгәмәләште.

Читайте нас в