Бөтә яңылыҡтар

Ике төбәк музейҙары хеҙмәттәшлек итә

"Ике арала мәҙәни, социаль, гуманитар бәйләнештәрҙе үҫтерергә теләйбеҙ".

Ике төбәк музейҙары хеҙмәттәшлек итә
Ике төбәк музейҙары хеҙмәттәшлек итә

Бөгөн Башҡортостандың рәсми делегацияһының Үзбәкстанға сәфәре барышында республика Башлығы Радий Хәбиров Нукустағы Игорь Савицкий исемендәге Дәүләт сәнғәт музейында булды.

Музей 1966 йылда совет рәссамы, реставратор, этнограф һәм сәнғәт белгесе Игорь Витальевич Савицкийҙың башланғысы менән ойошторолған. 1984 йылда уға И.В. Савицкий исеме бирелгән.

Белгестәр баһалауынса, музей коллекцияһы – Урта Азияла иң яҡшы художество йыйылмаларҙың береһе. Унда 90 мең берәмектән ашыу картина һаҡлана. Музей ЮНЕСКО менән берлектә ойошторолған “Хорезмдың алтын ҡулсаһы” туристик маршруты объекттары иҫәбенә инә.

Радий Хәбиров музей экспозицияһы менән танышты. Әйткәндәй, унда Башҡорт АССР-ының халыҡ рәссамы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған рәссамы Александр Бурзянцевтың да эштәре ҡуйылған. Төбәк етәксеһе Башҡортостан һәм Үзбәкстан музейҙарының хеҙмәттәшлеге, күсмә күргәҙмәләр ойоштороу мөмкинлеге буйынса фекер алышты.

– Савицкий исемендәге музей, һис шикһеҙ, Үзбәкстан сәнғәте гәүһәрҙәренең береһен тәшкил итә. Бик бай, матур коллекция. Бында яҡташыбыҙ – Башҡортостандың халыҡ рәссамы Александр Бурзянцевтың да картиналары булыуы ҡыуаныслы, – тине Радий Хәбиров. – Республикабыҙ менән Үзбәкстан араһындағы иҡтисади мөнәсәбәттәрҙе артабан нығытыуҙан тыш, беҙ мәҙәни, социаль, гуманитар бәйләнештәрҙе үҫтерергә теләйбеҙ. Өфөлә Урта Азиялағы көнкүреш, йолалар, тарих, мәҙәниәт менән бәйле күргәҙмә ойоштороу мәсьәләһен ҡарайбыҙ. Бының өсөн беҙҙә бөтә шарттар ҙа бар. Үҙебеҙ иһә Үзбәкстанда Башҡортостан Милли музейы, Нестеров исемендәге художество музейы коллекцияларынан күргәҙмә үткәрергә әҙербеҙ. Был Башҡортостан халҡына ла, Үзбәкстан халҡына ла ҡыҙыҡлы булыр, тип ышанам.

Республикабыҙ делегацияһының Үзбәкстанға сәфәре барышында Башҡортостандың Милли музейы менән Үзбәкстандың Дәүләт тарих музейы араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйыу планлаштырыла.

Фото: glavarb.ru/rus/press

Сығанаҡ: glavarb.ru/rus/press

Ике төбәк музейҙары хеҙмәттәшлек итә
Ике төбәк музейҙары хеҙмәттәшлек итә
Ике төбәк музейҙары хеҙмәттәшлек итә
Ике төбәк музейҙары хеҙмәттәшлек итә
Ике төбәк музейҙары хеҙмәттәшлек итә
Ике төбәк музейҙары хеҙмәттәшлек итә
Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: