Башҡортостан
-11 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар

Үтәш халҡының рух һағында

Сираттағы конкурсантыбыҙҙы ҡаршы алығыҙ: Балаҡатай районының Үтәш ауылы китапханасыһы Нуризә Сабирйәнова!

Үтәш халҡының рух һағында
Үтәш халҡының рух һағында

Сараларҙы ул һәр саҡ киң итеп - мәктәп, балалар баҡсаһы, мәҙәниәт йорто, ауылдың йәмәғәт ойошмалары менән берлектә алып бара. Шуға эше лә ҙур һөҙөмтә бирә.

Нуризә Сабирйәнова етәкселегендәге китапхана уҡыусылары Бөтә Рәсәй, төбәк-ара, республика акцияларында ла даими ҡатнаша. Халыҡтың етмеш процентҡа яҡыны учреждениеға даими йөрөй. Был ғына түгел, төрлө саралар уҙғарыу ҙа - эштең мөһим йүнәлеше. Былтыр, мәҫәлән, 80-дән ашыу сара ойошторолған. Виртуаль киңлектәрҙә китаптың, уҡыуҙың бәҫен күтәреүгә лә күп көс һалына. Был йәһәттән социаль селтәрҙәге Үтәш ауылы китапханаһы төркөмө - уңышлы майҙансыҡ.    

Ғөмүмән, төрлө йәш ҡатламына, ҡыҙыҡһыныуҙарға тап килтерелә саралар. Мәҫәлән, балалар өсөн медиасәйәхәттәр, флешмобтар, квесттар, олораҡтарға –шиғриәт кисәләре, фольклор байрамдары ойошторола. Китапханала ҡатын-ҡыҙҙар өсөн “Әхирәттәр” клубы уңышлы эшләй.

Хеҙмәт, тырышлыҡ баһаланғанда, эшкә дәрт тә арта. Нуризә Сабирйәнова Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының Почет грамотаһы, Рәхмәт хаты, район хакимиәтенең Почет грамотаһы менән бүләкләнгән.

"Байрам көндәрендә эшләгәндә лә, сараларҙан һуңлабыраҡ ҡайтырға тура килһә лә, өйөмдә аңлап торалар. Ғаиләм – бар яҡлап ҙур таянысым", - ти Нуризә Карамат ҡыҙы.

Фото: Нуризә Сабирйәнованың шәхси архивы.

Үтәш халҡының рух һағында
Үтәш халҡының рух һағында
Үтәш халҡының рух һағында
Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас в