Бөтә яңылыҡтар

Әҙәбиәт һөйөүселәргә илһам өҫтәп

"Рухиәтебеҙ һаҡсыһы" конкурсында артабан һүҙ - Илеш районы үҙәк китапханаһынан Клара Хәлиуллина хаҡында.  

Әҙәбиәт һөйөүселәргә илһам өҫтәп
Әҙәбиәт һөйөүселәргә илһам өҫтәп

Илеш район үҙәк китапханаһы уҡыу залының 1-се категориялы китапханасыһы Клара Хәсәнйән ҡыҙы Хәлиуллина был өлкәлә 1980 йылдан хеҙмәт итә.

Район китапханаһы ҡарамағында хәҙер инде ун йыллап уның етәкселегендә “Илһам” әҙәби-музыкаль клубы эшләп килә. Унда мәҙәни саралар, яҙыусылар, шағирҙар менән осрашыуҙар, ижад кисәләре даими уҙғарыла. Йыр-моңдо, әҙәбиәтте яратыусыларҙы үҙенә туплай ул. Күрше райондарҙан, төбәктәрҙән ижадташ дуҫтар менән дә хеҙмәттәшлек матур йолаға әүерелгән. Райондың ветерандар, ҡатын-ҡыҙҙар советтары, инвалидтар ойошмаһы, тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы, мәҙәниәт йорттары, белем биреү учреждениелары менән дә тығыҙ бәйләнеш булдырылған.

Хеҙмәтен баһалаған Почет грамоталарының, дипломдарының күп булыуы ла Клара Хәсәнйән ҡыҙының үҙ һөнәре оҫтаһы икәне хаҡында һөйләй. Мәҫәлән, 2013 йылда Башҡортостан Мәҙәниәт министрығының Почет грамотаһы менән наградланған, 2015 йылда “Рәсәй династиялары” Бөтә Рәсәй конкурсында диплом яулаған, “Республикамдың шиғри юлдары” флешмобы өсөн 2014 йылда Мәҙәниәт министрлығының еңеүсе дипломына лайыҡ булған.

Юғары белемле белгес, эшенең оҫтаһы ғына түгел, Клара Хәлиуллина ғаиләһендә һөйөклө ҡатын, өлгөлө әсәй һәм киң күңелле өләсәй ҙә. Ире менән өс ҡыҙ үҫтергәндәр, уларға матур тәрбиә биргәндәр. Әлеге көндә дүрт ейән-ейәнсәрҙәрен үҫтерешергә ярҙам итәләр.

Фото: Клара Хәлиуллинаның шәхси архивы.

Әҙәбиәт һөйөүселәргә илһам өҫтәп
Әҙәбиәт һөйөүселәргә илһам өҫтәп
Әҙәбиәт һөйөүселәргә илһам өҫтәп
Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: