Бөтә яңылыҡтар

Китапханала ... Ҡурсаҡ театры

Мәсетле районында ла үҙ эшенең оҫталары эшләй

Китапханала ... Ҡурсаҡ театры
Китапханала ... Ҡурсаҡ театры

 

Гөлназ Фәрүәз ҡыҙы Әхмәтханова Мәсетле ҡасаба-ара китапхана системаһының Дыуан-Мәсетле филиалы китапханасыһы. Дөйөм хеҙмәт стажы 32 йылдан артып китһә, әлеге коллективта ете йылға яҡын хеҙмәт итә. Һан күрһәткестәренә лә, сифатҡа ла берҙәй ҙур иғтибар бирә ул үҙенең эшендә. Ул ойошторған әҙәби кисәләрҙе, ҡыҙыҡлы әңгәмәләрҙе, уйындарҙы халыҡ яратып ҡабул итә. Китапхана эргәһендә эшләп килгән “Оҫта ҡулдар" клубы, “Беҙ әкиәттәр яратабыҙ” ҡурсаҡ театры ла үҙ ҡыҙыҡһыныусыларын тапҡан.

  • Китапаханаға мөрәжәғәт итеүселәрҙең һорауҙарын сифатлы башҡара, компьютер оҫталығын төплө үҙләштерҙе. Ауылдаштары, хеҙмәттәштәре араһында абруйы ҙур. Өлгәшелгәндә туҡтап ҡалмай, үҙенең белемен, оҫталығын камиллаштырыу өҫтөндә лә туҡтауһыҙ эш алып бара. Төрлө семинарҙарҙа ҡатнашып,  тәжрибәһе менән дә уртаҡлаша, - тиҙәр уның һәр яҡлап һәләтле булыуын билдәләп коллегалары.

 Төрлө кимәлдәге конкурстарҙа яулаған ҡаҙаныштары ла тос.  Бер нисә йыл элек  ул эшләгән китапхананың   районда  иң яҡшыһы  исеменә лайыҡ булыуы ла әйтелгәндәрҙе ҡеүәтләй.

Фото: Гөлназ Әхмәтханованың шәхси архивынан.

 

 

 

 

 

 

Китапханала ... Ҡурсаҡ театры
Китапханала ... Ҡурсаҡ театры
Китапханала ... Ҡурсаҡ театры
Китапханала ... Ҡурсаҡ театры
Китапханала ... Ҡурсаҡ театры
Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: