Әлшәй районы Ҡармыш ауылы китапханасыһы Мәрзиә Абдрахманованың был тармаҡта 27 йыллыҡ хеҙмәт тәжрибәһе бар. Һөнәрен яратҡан, тәжрибәле белгес кенә түгел, китапханасылар династияһы вәкиле лә ул. Әсәһе лә, әсәһенең апаһы ла ошо тармаҡта хеҙмәт иткән.
- Мин бәләкәй сағымды бик тә яҡшы хәтерләйем. Әсәйем янына, уның эшенә китапханаға көн дә бара инем. Шул саҡта китапхана миңә бер оло сихри донъя булып тойола ине. Ниндәй генә китапты алма, һәр береһе ҙур сәйәхәткә алып китә. Хатта уҙең шул донъяны гиҙеп йөрөгәндәй булаһың. Әсәйем тик китап һанап, тапшырып ҡына ултырманы. Китапхана ысын мәҙәниәт усағы ине. Һәр килгән кеше, уҡыусылар, студенттар менән аралашып, һөйләшеп, күңелен биреп эшләне ул. Унан үрнәк алып мин дә уҙ һөнәремде яратып башҡарам. Иң беренсе эшкә һөйөү булырға тейеш тип уйлайым. Һәм шул тойғо миңә көс бирә. Бәләкәй саҡтағы кеүек, бөгөн дә китаптарҙың сихри донъяһын тойоп йәшәйем һәм эшләйем, - тине Мәрзиә Абдрахманова.
Халыҡ күңелендә яҡшыға ынтылыш тәрбиәләү, уларҙы матур шөғөлдәргә йәлеп итеү – китапхананың төп бурыстарының береһе. Ошо маҡсатта китапханала "Серҙәш" ҡатын - ҡыҙҙар клубы ла ойошторолған, унда милли биҙәүестәр эшләйҙәр, йолалар уҙғаралар. Китапхана эше генә түгел, ауылдың йәмәғәт сараларының да уртаһында ҡайнай конкурсантыбыҙ. Ул ауыл Советы депутаты ла. Ә инде тырыш хеҙмәтен төрлө йылдарҙа алынған Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының Рәхмәт хаттары, диплом биҙәй. Киләсәктә лә ғаиләһенең терәген тойоп, эшенән йәм табып йәшәргә булһын уға.
Фото: Мәрзиә Абдрахманованың шәхси архивынан.