Раушания Латипова Игенсе ауыл китапханаһында хеҙмәт юлын башлай һәм 20 йыл дауамында арымай-талмай хеҙмәт итә. Бар көсөн, белемен ул халыҡты китапхана хеҙмәтләндереүенә йүнәлтә.
Әле Саҡмағош үҙәк ҡасаба-ара китапханаһында әҙәбиәтте эшкәртеү, комплектлау бүлегендә баш китапханасы вазифаһын башҡара. Уның етәкселегендә китапхана фондын комплектлау, әҙәбиәтте эшкәртеү һәм иҫәпләү, берҙәм электрон каталог һәм мәҡәләләр картотекаһын булдырыу кеүек ҙур эш алып барыла. Әле китапхана системаһының электрон каталогын 17 меңдән ашыу яҙма тәшкил итә.
Китапхана хеҙмәткәрҙәренең семинарҙарында, конференцияларҙа ҡатнашып, һөнәри оҫталығын арттыра. Үҙенең төп эшен башҡарып ҡына ҡалмай, йәмәғәт сараларында ла ҡатнашырға өлгөрә. Ул китапхана хеҙмәткәрҙәре профкомы рәйесе, Саҡмағош ауыл Советы депутаты.
Эшкә яуаплы ҡарағаны, ғәҙел булыуы менән хеҙмәттәштәре араһында абруй ҡаҙанған. Төрлө кимәлдәге Почет грамоталары - Саҡмағош китапханасыһының тырыш хеҙмәте күрһәткесе.
"Китапхана – ул рухи шишмә. Ә китапханасы шул шишмәнең һыуын таҙа килеш халыҡҡа таратыусы. Был һөнәр эйәһе булыр өсөн бөгөн китап яратыу ғына етмәй, иң мөһиме - кешеләр менән аралаша белеү кәрәк. Ауыл ерендә оло йәштәгеләр ҙә, балалар ҙа китапханаға күберәк рухи көс алыу, аралашыу өсөн килә. Теләгем – хикәйә, повесть, романдар яҙылып торһон. Шул китаптарҙы уҡыусылар булһын", - ти 33 йыл ошо өлкәлә хеҙмәт иткән китапханасы.
Фото: Раушания Латипованың шәхси архивы.