Ошо көндәрҙә Ташкент ҡалаһында Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге башҡорт мәҙәни үҙәгенең 30 йыллығына арналған тантаналы сара булды. Унда үҙәк рәйесе Ринат Гуляев, Үзбәкстан Министрҙар кабинеты ҡарамағындағы милләт-ара мөнәсәбәттәр һәм сит илдәр менән дуҫлыҡ бәйләнештәре комитеты рәйесе урынбаҫары Азамат Тошев, Рәсәйҙең Үзбәкстандағы Ғәҙәттән тыш тулы хоҡуҡлы илсеһе Олег Мальгинов ҡатнашты.
Осрашыуға килгәндәрҙе Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова сәләмләне. Ул Ташкент ҡалаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге башҡорт мәҙәни үҙәгенә артабан да уңыштар теләне. Әминә Шафиҡова ижади коллективтарҙың етәкселәренә, шулай уҡ мәҙәни үҙәктең әүҙемселәренә дәүләт һәм ведомство наградалары тапшырҙы. Байрамды берлектәге концерт программаһы дауам итте.
Фото: pravitelstvorb.ru/ru/press
Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru/ru/press