Бөтә яңылыҡтар

"Эшләй-эшләй ғашиҡ булдым..."

Сираттағы конкурсантыбыҙ - Ейәнсура районы Юлдаш ауылы китапханасыһы Гөлфиә Ишмөхәмәтова ниндәй серҙәре менән бүлеште?

"Эшләй-эшләй ғашиҡ булдым..."
"Эшләй-эшләй ғашиҡ булдым..."

"Рухиәтебеҙ һаҡсыһы" конкурсында Ейәнсура данын Гөлфиә Ғилметдин ҡыҙы Ишмөхәмәтова яҡлай.

Ул ғаиләлә иң кесеһе - алтынсы бала булып тыуған. Күрше Юлдаш ауылына килен булып төшкәндән һуң яҙмышы ошо төбәк менән бәйле. Хәҙер 15 йылдан ашыу урындағы китапханаһында хеҙмәт итә.

"Был эш тураһында бала саҡтан хыялландым тип әйтә алмайым. Тәҡдим иткәс, тәүҙә икеләнеп ҡалдым. Шунан ризалаштым. Өфө китапхана техникумын тамамлап, тырышып тотондом. Күңелһеҙ һөнәр, тигән уйҙарым юҡҡа сыҡты - эшләй-эшләй хеҙмәтемә ғашиҡ булдым. Китапханасыларға белемле лә, алсаҡ та, әүҙем дә булырға кәрәк. Төрлө саралар уҙғарабыҙ, йәмәғәт эштәрендә ҡатнашабыҙ. Концерт, спектаклдәр ҙә ҡуябыҙ. Сараларҙы ауыл мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре менән берлектә уҙғарабыҙ. Директорыбыҙҙың тырышлығы менән татыу, матур коллектив булдырылған. Буш ваҡыт эләккәндә шиғырҙар яҙырға яратам, шулай уҡ таҡмаҡтар уйлап сығарам. Ябай һымаҡ булһа ла, үтә кәрәкле һөнәребеҙҙе ҙурлап, ошондай конкурс ойошторғанығыҙ өсөн ҙур рәхмәт", - ти Гөлфиә Ишмөхәмәтова.

Әйткәндәй, улар ире менән өс балаға ғүмер биргән. Өлкән ҡыҙҙары үҙаллы тормош көтә, икенсе улдары хәрби уҡыу йортонда белем ала, кинйә улдары быйыл 1-се класты тамамлай.

Фото: Гөлфиә Ишмөхәмәтованың шәхси архивы.

"Эшләй-эшләй ғашиҡ булдым..."
"Эшләй-эшләй ғашиҡ булдым..."
"Эшләй-эшләй ғашиҡ булдым..."
"Эшләй-эшләй ғашиҡ булдым..."
"Эшләй-эшләй ғашиҡ булдым..."
Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: