Бөтә яңылыҡтар

Иң өлкән китап уҡыусыһы 94 йәштә!

Һүҙ – Дәүләкән китапханасыһына!

Иң өлкән китап уҡыусыһы 94 йәштә!
Иң өлкән китап уҡыусыһы 94 йәштә!

 

 Гөлнар Мозафар ҡыҙы Фәзлиәхмәтова әлеге көндә Мәкәш ауылының  моделле китапханаһы  китапханасыһы булып эшләй. Был тармаҡта хеҙмәт итеү стажы 20 йыл самаһы. Гөлнар Мозафар ҡыҙының тап китапханасы булып китеүе лә осраҡлы түгел. Ваҡытында уның әсәһе лә мәктәп, ауыл китапханаһында эшләгән. Шуға был һөнәр  Гөлнарға бала саҡтан таныш.

  • Әсәйемә эйәреп эшенә барһам, алфавит буйлап китаптарҙы кәштәгә теҙергә ярҙам итә инем. Китапханасы булып уйнаған мәлдәр ҙә иҫтә ҡалған. Өйҙә лә кәштә тулы китап була торғайны. Бәләкәйҙән ҡулдан китап төшмәне. Китапты уҡып сыҡҡандан һуң әсәйем ҡыҫҡаса йөкмәткеһен һөйләтә һәм яҙҙырта ине әле. Шуға әсәйемдең юлын дауам итеүем бер ҙә ғәжәп түгел, - ти Мәкәш китапханасыһы.

Яратып, кинәнеп эшләй ул үҙенең эшен. Китап уҡырға яратҡан һәр уҡыусыһы ҡәҙерле. Иң йәш китап уҡыусыһына дүрт йәш булһа, иң олоһо 94 йәшлек. Ололарға китапханаға килеү ҙә мотлаҡ түгел. Шылтыратып ниндәйҙер китап һораһалар, өйҙәренә  алып барып бирергә лә ҡыйынһынмай Гөлнар Мозафар ҡыҙы. Әйткәндәй, тап ололар менән әүҙем эш алып барғаны өсөн уға район хакимиәтенең Почет грамотаһы ла тапшырылған.

  • Китаптар мөхите оҡшай, кешеләр менән аралашырға яратам, эшемдә йөҙөп эшләйем, - ти Гөлнар Фәзлиәхмәтова.

Фото: Гөлнар Фәзлиәхмәтованың шәхси архивы.

Иң өлкән китап уҡыусыһы 94 йәштә!
Иң өлкән китап уҡыусыһы 94 йәштә!
Иң өлкән китап уҡыусыһы 94 йәштә!
Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: