Бөтә яңылыҡтар

Китапханалар меморандум төҙөнө

Документ үҙ-ара файҙалы хеҙмәттәшлекте маҡсат итеп ҡуя.

Китапханалар меморандум төҙөнө
Китапханалар меморандум төҙөнө

Республикабыҙ рәсми делегацияһының Үзбәкстанға сәфәре барышында Башҡортостандың Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһы менән Үзбәкстандың Алишер Навои исемендәге Милли китапханаһы хеҙмәттәшлек тураһындағы меморандумға ҡул ҡуйҙы.

Үзбәк, башҡорт һәм рус телдәрендә төҙөлгән дипломатик документ рухи-мәҙәни үҫеште һәм китапхана эше өлкәһендәге үҙ-ара файҙалы хеҙмәттәшлекте маҡсат итеп ҡуя. Яҡтар мәҙәни йәһәттән әһәмиәтле сараларҙы әҙерләгәндә һәм үткәргәндә ярҙамлашырға, китапхана эше өлкәһендәге сараларҙа бергәләп ҡатнашыуға булышлыҡ итергә, тәжрибә алмашырға һүҙ ҡуйышты.

Китапханаларҙың етәкселәре билдәләүенсә, киләсәктә республикалар халҡының мәҙәни ҡеүәтен һәм мираҫын һаҡлап ҡалыу, китапханаларҙың әһәмиәтен арттырыу буйынса тырышлыҡтар берләштереләсәк.

Фото: pravitelstvorb.ru/ru/press

Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru/ru/press

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: