Бөтә яңылыҡтар

"Китапханасы апайҙың эшенә ҡыҙыға инем"

"Рухиәтебеҙ һаҡсыһы" конкурсы майҙанында - Ишембайҙан Айгөл Ҡәҙерғолова!

"Китапханасы апайҙың эшенә ҡыҙыға инем"
"Китапханасы апайҙың эшенә ҡыҙыға инем"

Ишембайҙан Айгөл Ҡәҙерғолова 22 йыл китапхана эшендә. 2000 йылда мәктәптә уҡытҡан еренән ошонда күсә һәм һис тә отолмай.

2009 йылда тыуған яҡты өйрәнеү китапханаһы мөдире итеп тәғәйенләнә. Айгөл Зиннәтулла ҡыҙының эште ойоштороу һәләте тиҙ иғтибарға алына. 2015 йылда уға Салауат ҡалаһы буйынса Үҙәк китапханалар системаһының директор урынбаҫары вазифаһы йөкмәтелә. Был бурыс алдында ла юғалып ҡалмай, яңы эш тәжрибәһе туплауға өлгәшә. Һәм уҙған йылдан Ишембай районының Үҙәк китапханалар системаһы директоры итеп тәғәйенләнә.

"Бала саҡтан уҡыу оҡшай ине. Китап, китапхананың еҫе күңелемә яҡын булды. “Китапханасы апай унда гел генә китап уҡып ултыра”, тип ҡыҙыға торғайным. Күңелгә ятҡан эште башҡарыу - үҙе ҙур бәхет, ошо эшемдән башҡа тормошомдо күҙ алдына ла килтерә алмайым. Төрлө мәҙәни саралар, осрашыуҙар уҙғарыу ҙа китап уҡыусыларыбыҙ менән бәйләнеште нығыта", - ти Айгөл Ҡәҙерғолова.

Ғаиләһе лә эшенә ҡанат ҡуя. Бәхетле ҡатын, әсәй һәм өләсәй ҙә Айгөл Зиннәтулла ҡыҙы.

Фото: Айгөл Ҡәҙерғолованың шәхси архивы.

"Китапханасы апайҙың эшенә ҡыҙыға инем"
"Китапханасы апайҙың эшенә ҡыҙыға инем"
"Китапханасы апайҙың эшенә ҡыҙыға инем"
"Китапханасы апайҙың эшенә ҡыҙыға инем"
"Китапханасы апайҙың эшенә ҡыҙыға инем"
"Китапханасы апайҙың эшенә ҡыҙыға инем"
Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: